Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – һуғыш балалары...
“Башҡортостан” гәзитенең 23 февраль һанында баҫылып сыҡҡан Фәрит Вахитовтың “Һағышлы, нағышлы бала саҡ” тигән мәҡәләһе миңә быларҙы яҙырға ниндәйҙер этәргес көс бирҙе.
Фәрит ағайға ҡарағанда мин, әлбиттә, күпкә кесерәк (фашист самолеттары беҙҙең ҡалаларҙы бомбаға тотҡан таңда миңә бары ике йәш кенә булған һәм һуғыш михнәттәрен уға ҡарағанда әҙерәк татығанмындыр, ә, бәлки, күберәктер ҙә, уныһын кем белһен инде.


Атайымды хәтерләмәйем, ул миңә теүәл өс йәш тулған көндә оҙайлы сирҙән 43 йәшендә вафат булған. Ә бына оло ағайымдың һуғышҡа киткәнен яҡшы иҫләйем, ул ваҡытта миңә дүрт йәш тулған булған, фронттан килгән һуңғы хатын беләм һәм һуғыштың аҙаҡҡы ҡышында Американан килгән ҡыҫҡа еңле шаҡмаҡлы күлдәк кейгәнемде хәтерләйем. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тулыһынса үҙ көнөмдә татыған аслыҡ, яланғаслыҡты хәтер һандығынан эҙләп тораһы ла юҡ, улар һәр ваҡыт минең йөрәктә.
Яҙмамда һуғыштан һуңғы осорҙа үҙҙәре­нең фиҙакәр хеҙмәте менән илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән һуғыш балалары тураһында ентекләберәк туҡталып китмәксемен.
Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамам­лағандан һуң, 20 саҡрым алыҫлыҡтағы ауылда уҡыуымды дауам итеү өсөн өҫкә кейергә йүнле кейем, аҙна буйы ашарға алып китерлек аҙыҡ-түлек, фатирға түләрлек аҡса булмау сәбәпле, мәктәпте “биш”ле билдәләренә генә тамамлауға ҡарамаҫтан, 15 йәшемдә колхозда хеҙмәт юлын башларға мәжбүр булдым.
Ике йыл колхозда эшләгәндән һуң ауыл Советы ҡарары буйынса Салауат ҡала­һына ФЗО мәктәбенә юлландым. Унда ун айлыҡ курстар үтеп, ташсы һөнәрен үҙләш­тергәндән һуң, яңы хеҙмәт юлын башланым һәм артабанғы 47 йыл ғүмеремде ошо ҡала менән бәйләнем. Ул ваҡытта 25 мең халҡы булған Салауат ҡалаһында ФЗО мәктәбе, һөнәрселек, техник училищелар эшләй ине. Һәр йылда ҡалалағы эшселәр һанын 1800 йәш һөнәр эйәһе тулыландырҙы.
Был мәктәптәрҙе тамамлаған һәр кеше эшкә беркетелгән урында ике йыл мәжбүри эшләргә тейеш ине (хатта ир-егеттәрҙе әрме сафына алманылар). ФЗО-нан сыҡҡандан һуң тәүге ике йылда беҙгә тиклем заключенныйҙар йәшәгән барактарҙа йәшәргә тура килде. Ундағы көнкүреш шарттарын хәҙерге заманда күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бөтә ҡалаға барлығы дүрт икмәк киоскыһы бар ине. Беҙҙең эштән ҡайтыуға уларҙың һәр береһендә һыу буйы сират була торғайны. Ашаған аҙығыбыҙ күпселек осраҡта маргарин да икмәк булды. Ашханаға барып тамаҡ туйҙырыу бәхете аванс менән получка алғас һәм байрамдарҙа ғына эләгә ине, йышыраҡ йөрөргә аҡсаһы ла, ваҡыты ле етмәй ине. Ул йылдарҙа Салауат ҡалаһында йәшәгән халыҡ тулыһынса тиерлек һуғыш балаларынан тора ине. Тимәк, юғарыла һанап үткән ауырлыҡ­тарҙы бөтә Салауат халҡы үҙ елкәһендә татыған, минең уйлауымса ул осорҙа Советтар Союзында йәшәгән башҡа һуғыш балаларының тормошо ла беҙҙекенән әллә ни айырылмағандыр. Шул уҡ ваҡытта һуғыш балаларының уңған ҡулдары менән иҫ китмәле бөйөк эштәр башҡарылған.
Әйтәйек, Н.С. Хрущевтың саҡырыуы буйынса сиҙәм ерҙәрен кем күтәргән? Һуғыш балалары. Бохара – Урал газ үткәргес магистрален кем төҙөгән? Һуғыш балалары. Братск, Уст-Илинск, Красноярск гидроэлектр станцияларын һәм Салауат кеүек йөҙләгән йәш ҡалаларҙы кем төҙөгән? Әлбиттә, һуғыш балалары.
Мин Салауат ҡалаһында ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа ауыл, ҡалала­рында ла төрлө эре һәм ваҡ төҙөлөштәрҙә 47 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, йәмәғәтем Динә Ғәйнулла ҡыҙы менән тыуған ауылыбыҙ Ҡарлыманға ҡайтып төпләндек.
Тыуған төйәгебеҙгә ҡайтҡандан һуң мин әкренләп шиғыр яҙыу менән мауыға башланым. Шиғырҙарымдың барыһы ла башҡорт телендәге район гәзитендә даими баҫылып килде. 2015 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Дан музейының элекке директоры Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ғәйнуллинаның кәңәше һәм ярҙамы менән Ырымбур ҡалаһында “Юҡҡа йәшәмәнек беҙ ерҙә” тигән китабымды баҫтырып сығарыу бәхетенә өлгәштем. Күпселек шиғырҙарым һуғыш темаһына һәм көндәлек тормоштағы төрлө етешһеҙлектәргә арналған. Бәлки, шул сәбәплелер, районыбыҙҙың гәзит һәм китап уҡыусылары шиғырҙарымды бик йылы ҡабул иткәндер.
Йәштәштәремдең 75 йәшлек юбилейына арнап яҙылған “Беҙ – һуғыш балалары” тигән шиғырымды “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксе булдым:
Утыҙ һигеҙенсе йыл тыуғанбыҙ,
Хоҙай беҙгә шулай бойорған.
Беҙ күрәсәк барлыҡ михнәттәрҙе
Алдыбыҙға сығарып ҡуйған.
Сирек быуат ҡына ҡалды беҙгә,
Йөҙ йәшкәсә барып етергә.
Йөҙгә түгел, яртыһына етеү
Насип булмай әле күптәргә.
Тормошобоҙ үтә ауыр булды
Яҙмыш булды беҙгә аяуһыҙ.
Бәләкәйҙән генә етем ҡалып,
Күптәребеҙ үҫте атайһыҙ.
Беҙ тыуған йыл беҙҙең илебеҙҙә
Һәләк була күпме атайҙар.
Илгә тоғро хеҙмәт иткәндәрҙе
Төрмәләргә ябып атҡандар.
Беҙгә бары өс йәш кенә саҡта,
Гитлер илгә һуғыш башлаған.
Иҫән ҡалған барлыҡ атайҙарҙы
Һуғыш усағына ташлаған.
Күп атайҙар унда ятып ҡалды,
Ҡол булмаһын өсөн улдары.
Балалыҡты беҙҙең урлап китте
Мәрхәмәтһеҙ һуғыш йылдары.
Тыуып етмәҫ элек олоғайҙыҡ,
Күпме ҡайғы төштө баштарға.
Башыбыҙҙа бары бер уй булды:
Ҡайҙан табырға һуң ашарға?
Яҙҙар етеү менән, йәшел үлән
Аслыҡ үлеменән һаҡланы.
Алабута, кесерткән, балтырған...
Ашамаған үлән ҡалманы.
Күптәребеҙ ҡышҡы һыуыҡтарҙы
Тәҙрә аша ҡарап ҡышланы.
Урамдарға кейеп сығыу өсөн
Булманы бит хатта ыштаны.
Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа
Етмәй ине дәфтәр, китаптар.
Хәтеремдә, һуҡыр лампа менән
Дәрес әҙерләгән ваҡыттар.
Ололарҙан һис тә ҡалышманыҡ,
Бушҡа уҙғарманыҡ ваҡытты.
Дәрестән һуң, баҫыуҙарға сығып,
Йыя инек һәр бер башаҡты.
Ниндәй генә төрлө ауыр эштәр
Беҙҙең ҡулдар аша үтмәне.
Бала саҡтың төрлө уйындарын
Уйнарға тик ваҡыт етмәне.
Октябрят, пионер һәм комсомол –
Булды беҙҙең тоғро етәксе.
Һәр беребеҙ үҙ хыялы менән
Космосҡаса барып етмәксе.
Күптәребеҙ уҡып бөтөү менән
Хеҙмәт баҫҡысына атланыҡ.
Ҡайһыбыҙҙыр баҫыу “карабы”ның
Штурвалына баҫты, шатланып.
Кемдәргәлер бәхет йылмайҙы
Яулау өсөн белем үрҙәрен.
Ә берәүҙәр юллама алдылар,
Күтәрергә сиҙәм ерҙәрен.
Илебеҙҙә тормош ҡайнағанда,
Беҙ ҙә эшһеҙ тороп ҡалманыҡ.
ФЗО мәктәбендә һөнәр алып,
Ҙур төҙөлөштәргә атланыҡ.
Төҙөнөк беҙ завод-фабрикалар,
Үҫеп сыҡты яңы ҡалалар.
Төҙөнөк йорттар һәм дә мәктәптәр,
Уҡыһын тип беҙҙең балалар.
Себер йылғаларын ауыҙлыҡлап,
Төҙөнөк беҙ ҙур-ҙур быуалар.
Унда эшләгән электр тогынан
Һулыш алды шахта, домналар.
Беҙ төҙөгән ошо домналарҙа
Ҡайһыбыҙҙыр ҡорос иретте.
Ҡайҙа эшләһәк тә, һәр беребеҙ
Маҡсатына мотлаҡ иреште.
Ғөмүмән, беҙ һәр саҡ эшләнек
Ил ҡеүәтен һаҡлау өҫтөндә.
Йыһан караптары осһон өсөн
Ер шарының сикһеҙ күгендә.
Америка һалҡын һуғыш асҡас,
Ҡыйынлыҡ кисерҙе илебеҙ.
Кубағаса барып, Ер шарында
Тыныслыҡты һаҡлап ҡалдыҡ беҙ.
Бөтәһе лә күптән артта ҡалды,
Хаҡлы ялда хәҙер барыбыҙ.
Тарих биттәренә инеп ҡалды
“Һуғыш балаһы” тигән даныбыҙ.
Йәш быуынға мөрәжәғәт итеп,
Килеп еткән ҡартлыҡ көнөндә,
Күкрәк һуғып әйтә алырлыҡбыҙ:
Юҡҡа йәшәмәнек беҙ ерҙә!

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 122

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 125

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244