Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ туҙҙағы йәнле һүрәттәр
Аҡ туҙҙағы йәнле һүрәттәрГөлһөйәр Сәғитова Асҡын ауылында йәшәй. Ул үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән – ҡайын туҙына һүрәт төшөрә. Нигеҙҙә, ауыл халҡына яҡын булған тәбиғәт, йыл миҙгелдәре күренештәрен яһай. Туҙға төшөрөлгән ҡыш һүрәттәре айырыуса күркәм килеп сыға. Йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ла күрергә мөмкин картиналарында. Әйткәндәй, 2004 йылдан ҡыҙы Гүзәл дә ошо эшкә тотонған.

Гөлһөйәр Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университеты­ның художество-графика факультетын тамамлаған. Артабан 25 йыл Асҡындың 2-се урта мәктә­бендә эшләгән, һынлы сәнғәт һәм һыҙма дәрестәренән уҡытҡан. Бер үк ваҡытта оҫта­хананың да эшен яйға һалған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, башкөллө һынлы сәнғәт донъяһына сумған.
Ҡайын туҙын ҡыҙы менән бергәләп май-июнь айҙарында, утынға ағас ҡырҡ­ҡанда әҙер­ләйҙәр. Туҙҙы 1,5-2 йыл самаһы киптерәләр. Артабан инде эшкә әҙерлек баш­лана – оҫтабикәләр туҙҙың өҫкө ҡат­ла­мын алып ташлайҙар. Был еңелдән түгел, бөтә эш ҡулдан башҡарыла. Әйт­кән­дәй, туҙҙың бөтә фактураһы – ҡытыршы, тигеҙ булмаған урындары – һаҡлап ҡалына.
Аҡ туҙҙағы йәнле һүрәттәр– Йыш ҡына картинала нимә һүрәт­лә­нәсәген материал үҙе үк әйтеп бирә, – ти Гөлһөйәр. – Ҡайһы саҡта йылға яры, тау­ҙар, ҡайындар күҙ алдына баҫа. Туҙҙың кү­ләме лә төрлө була. Әлегә иң ҙур карти­набыҙҙың оҙонлоғо – 1,5, киңлеге иһә – бер метр. Унда аттар һүрәт­лән­гән. Был һү­рәт Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромы музейында һаҡлана. Тағы ла ике ҙур картинаны Борай ауылындағы күргәҙмәләр комплексына алып барҙыҡ. Унда халыҡ кәсептәренә бәйле төбәк күргәҙмәһе ойошторола. Заказ булһа, туҙҙа өс метрлыҡ кар­ти­на ла яһай алабыҙ, сөнки ағастан 3,5 метрлыҡ туҙ алыу әллә ни ҡыйын түгел.
– Һүрәтте, ғәҙәттә, нимә менән төшөрәһегеҙ?
– Нигеҙҙә, темпера буяуҙарын ҡул­ла­набыҙ. Улар һыуҙан ҡурҡ­май, картина­лар­ҙы һыу менән сылатырға ла мөмкин. Әлбиттә, йыш түгел, йылына бер тапҡыр. Туҙ – күләмле, фактуралы материал, сы­ғып торған урындарына туҙан ултыра. Кран аҫтына ҡуйып йыуһағыҙ ҙа бер нимә лә булмаясаҡ.
– Белеүебеҙсә, картиналар­ҙы тәбиғи материалдан яһал­ған рамға ҡуяһығыҙ.
– Эйе, элегерәк ағас рам ҡуллана торғайныҡ, күптән түгел беҙгә ҡамыштан үреп бирҙеләр. Төҫө лә бигерәк матур – асыҡ һорғолттан алып йәшкелткә тиклем. Экологик яҡтан таҙа материалдан йылы­лыҡ, тәбиғәттең көс-ҡеүәте бөркөлгәндәй.
Аҡ туҙҙағы йәнле һүрәттәр– Картиналар өсөн яратҡан тема­ларығыҙ бармы?
– Торналарҙы төшөрөргә яратам. Улар һөйөүҙе, тоғролоҡто, ғаиләне кәүҙәлән­дерә. Шулай уҡ бәхет ағасы сакураны, яңы тормошто сағылдырған ҡалҡып килгән ҡояшты яһайым. Тауҙар иһә – эштәге уңыштың символы. Әйткәндәй, торналар төшөрөлгән картиналар бик популяр, уларҙы йыш ҡына туйға бүләккә алалар.
Гөлһөйәр Сәғитованың оҫтаха­наһы үҙенсәлекле бинала – 1880 йылда төҙөлгән сауҙагәр Шевку­новтың йортонда урынлашҡан. Граждандар һуғышы йылдарында бында Иван Кашириндың партизан отряды штабы булған.
– 1932 – 2000 йылдарҙа бында район дарыуханаһы була тор­ғайны. Хәтеремдә, дарыу алырға ошонда килә инем, – ти Гөлһөйәр. – Артабан 2004 йылға тиклем бында мәсет һәм мәҙрәсә урынлашты. Яңы мәсет асылғас, әлеге бинаны башта ҡуртымға, унан һуң һатып алдыҡ. Әкренләп тө­ҙөк­ләндереү эше менән дә шөғөл­ләнәбеҙ – ҡыйыҡты яңынан яптыҡ, иҙән таҡталарын алмаш­тырҙыҡ. Хәҙер иһә ҡунаҡтар ҡабул итеүҙән дә тартынмайбыҙ.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518