Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет сере – ябайлыҡта
Бәхет сере – ябайлыҡтаОшо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мария Ладоның Хөрмәтулла Үтәшев тәржемәһендәге “Йәшәгән ти” тигән спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.

“Спектакль тәү сиратта кешелеклелек хаҡында һөйләй. Уның фантасмагория булыуына ҡарамаҫтан, нигеҙендә ысын тормоштан алынған кеше яҙмыштары һәм тарихтары ята”, – ти театр үҙе әҫәр хаҡында. Ысынлап та, русса спектаклдең исеме – “Очень простая история”, йәғни бик ябай тарих. Уның шулай булыуына сюжет менән яҡындан танышҡас та төшөнәһең: ата-әсә менән бала мөнәсәбәттәре, ҡыҙ менән егет араһындағы һөйөү хистәре, хатта замананың ҡараңғы һәм күңелһеҙ яғы – эскелек – барыһы ла һыйған был ябай тарихҡа. Әммә ябайлыҡта бөйөклөк тиҙәрме әле, ваҡиғалар үҫеше шулай ҙа спектаклде ҡараусыларға үҙенә күрә бер әкиәтте хәтерләтә. Бындай тәьҫо­ратҡа, моғайын да, тағы барыһына ла кесе туғандарыбыҙ – хайуандар күҙлеге аша ҡарау ҙа этәргес булып торалыр.
Улар, ысынлап та, тамаша йәме: быуаҙ һыйыр Зорька (Аида Кулбаева), инде йәшәрен йәшәгән ҡарт Бейә (Зифа Дәүләтбаева), ҡупырыш Әтәс (Илгиз Таһиров), алсаҡ эт Крепыш (Дания Ғөбәйҙуллина) һәм хыялый Сусҡа (Эльмира Саматова). Оҫта уйындары менән шул хәтлем оталар: ҡарап торһаң, кейемдәре лә ябай: шул уҡ күлдәк, яулыҡ, эшләпә, мәҫәлән, мөгөҙ-ҡойроҡтары ла юҡ, әммә уларҙың тап йорт-ҡуралағы малҡайҙар булыуына ысын күңелдән ышанаһың, сөнки Һыйырҙың һуҙып, мөңрәп һөйләүе, бер аҙ ғәмһеҙерәк күренгән йөҙө (ә асылда ул бит бөтөнләй ҙә ғәмһеҙ түгел!), Бейәнең сабыр уйсанлығы, һөйләгән һүҙҙәренең дә һалмаҡлығы, эттең хәрәкәтсәнлеге, дуҫтарса алсаҡлығы, кәрәк саҡта хатта уҫаллығы, Әтәстең мин-минлеге, Сусҡаның киҫкен мәлдәрҙә сыйнап-сыйнап һөйләшеүе, ә былай ваҡытта, кешеләр килеп сыҡһа, моронон һуҙып тороуы – былар барыһы ла уларға тап хайуандар итеп ҡарарға булышлыҡ итә.
Яҙмыштың ҡыҙыҡ осраҡлығымы, спектаклде ҡарар алдынан һиҙен­гәндәй, оҙаҡ ҡына оҡшаш темаға уйланып йөрөгәйнем. Була бит шундай­ҙар, хайуан-йәнлектәрҙең мәнфәғәтен хатта башҡа кешеләрҙекенән дә өҫтөн ҡуялар, төкөрөк сәсеп уларҙың хоҡуҡтарын яҡлайҙар, шул хоҡуҡ­тарҙы боҙғандарға ҡатынан-ҡаты хөкөм сығарырға әҙер торалар. Нимә был: бер аҙ иҫәрлекме, әллә, кире­һенсә, был заманда бик кәрәк сифат – миһырбанлыҡмы? Мин үҙем алтын урталыҡта: кесе туғандарыбыҙға әллә ни иҫем дә китмәй, уларҙы рәнйетеп тә бармайым. Шуға ла кемдеңдер бесәй, эт йәки башҡа берәй йән эйәһен кеше менән бер ҡатар ҡу­йырға тырышыуына бер аҙ сәйерһенеп ҡарайым. “Йәшәгән ти” спектаклен күҙҙән үткәргәндә, мин, гүйә, миҙалдың икенсе яғына баҡтым: хайуандарҙың күҙенән кешеләргә ҡараным, улар кисергәнде кисергән­дәй иттем хатта. Шулай кешеләрҙең ҡайһы бер ҡылыҡтарын, теге йәки был осраҡта ниңә үҙҙәрен шулай тотоуҙарын, яҡшы-яман яҡтарын һәйбәтерәк аңлағандай ҙа булдым. Моғайын да, тамаша авторының, уның ҡуйыусыһының маҡсаты ла шундайҙыр, үҙ-үҙеңә сит күҙлектән ҡараһаң, күп һорауҙарға ла яуап табыласаҡ, аңлау йөрәктең үҙенә лә барып етәсәк.
Ә кешеләрҙең ҡылығы был спектаклдә бик ябай, ҡайһылары минең, һинең, беҙҙең ғүмеребеҙҙән айырылғыһыҙ булып тора, бик йыш баштан үтә. Ғүмер баҡый лайыҡлы тормош көтәм, донъя бөтәйтәм, кеше алдында хурлыҡҡа ҡалмайым, ғаиләм етеш, йорт-ҡурам имен булһын тип тырышҡан Хужа (Радмир Абдуллин), уға тоғро ҡатын, хәстәрлекле әсә, донъя тотҡаһы, өлтөр Хужабикә (Альбина Кашанова), берҙән-бер, инде еткән ҡыҙҙары Даша (Алтынай Хамматова), уның һөйгәне, күрше егет Леша (Вадим Ҡылысов), Лешаның атаһы, эскелек һаҙлығына сумған, әммә нескә күңелле, кешелеклелеген юғалтмаған Күрше (Зөлфәр Әхмәтов).
Тап һуңғы сәхнә геройы хаҡында бик оҙаҡ һәм ихлас һөйләргә булалыр, сөнки һәр ауыл-ҡалала бар улар: йәмғиәт ундайҙарға күптән ҡул һелтәп кенә ҡалмай, ә яйы сыҡҡан һайын кәмһетә, насар өлгө итеп ҡуя, уларға мөнәсәбәт, ғәҙәттә, аҙбарҙа торған шул уҡ малҡайҙарға мөнәсә­бәт менән бәрәбәр (хайуандар­ҙыҡынан түбәнерәктер әле), ул инде кеше түгел, тигән хөкөм дә күптән сығарылған. Бындай ҡараш өсөн йәмғиәтте әллә ни ғәйепләп тә булмай, эскесенең шундай тайғаҡ юлға аяҡ баҫҡанына, матур тормош ҡора алмағанына бары үҙе генә ғәйепле. Әммә был осраҡтарҙа бер нәмә иҫтән сыҡмаһа ине: кеше ҡиәфәтен, һаулығын, булған донъя малын эсеп, юғалтып, сарыфлап бөтһә лә, уның саф күңеле һәм тап кешелеклелеге имен ҡалырға мөмкин. Беҙ һүҙ алып барған күршегә лә улы күп ғәйептәр ташлай: һинең арҡала минең тормошомда бер нәмә лә булманы, мин юҡлыҡҡа күнеп үҫтем, ти. Хужа ла уны булдыҡ­һыҙлығы, эшһеҙлеге, көнө-төнө айыҡмай эсеүе өсөн ихтирам итмәй. Ә бына малдар ярата.
Хужаның һарай башына йәшереп ҡуйған шешәһен сәлдерергә ингәндә, барыһы ла янына йүгереп килә, баштарын терәп тора. Ысынлап та, изге күңелле, оло йөрәкле кеше булып сыға ул Күрше. Даша, Лешанан балаға уҙып, уның ата-әсәһе әр-битәр, ҡайыш менән ҡырҡа ҡаршы төшкәндә, “сабый бит ул!” тип үҙ һүҙен әйтмәксе итә. Билдәле, уның һүҙен береһе лә иҫәпкә алмағас, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп булһа ла, тыумаған ейәнсәрен ҡотҡарып ҡалыуға өлгәшә ул – бына нимә был геройға тәүҙә килеп тыуған кире ҡарашты алып ташлап, уға икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә.
Тамаша бер күренештә булыуға ҡарамаҫтан, сәхнә тәү күреүҙә үк үҙенә арбай, әҫәрҙең сюжеты кеүек үк ябайлыҡ үҙенә тарта: оҫта ҡуйылған декорация хатта иң артҡы рәттәрҙән дә барыһын да күҙ уңында тотоп ултырырға шәп мөмкинлек бирһә, Хужа тарафынан һуйылып, йәне фәрештәгә әүерелгән, фани донъяла ғүмере буйы осорға хыял­ланған Сусҡаның ысын бейеклеккә күтәрелеүе ҡарап ултырған әкиәткә нығыраҡ ышанырға ярҙам итә, актерлыҡ һөнәренең ни тиклем дә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ талап иткәненә ирекһеҙҙән һоҡланып ҡуяһың.
Ҡайғы-хәсрәт менән һуғарылған спектаклдәрҙә тамашасының илауы ғәҙәти күренеш, бына уларҙы шатлыҡтан илатып ҡара! Илаттылар Милли йәштәр театры актерҙары, тамаша һуңында барыһының да ыңғай бөтөүенә, тәү ҡарашҡа ябай күренгән, әммә үҙендә тәрән мәғәнә һаҡлаған бәхет сере – ғаиләле булыу, бәпес һөйөү, бер-береңә булған ҡәҙерләү, хөрмәтләү, һөйөү хистәре – быларҙың барыһын да күрәһең дә күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәштәр тула, тотоп тыйып булмаҫлыҡ шатлыҡ йәштәре. Спектакль үҙе лә бит тап шул бәхет сереләй тарих – тәү ҡарашҡа ябай тойола, әммә үҙендә тәрән, тормошсан да, фәлсәфәүи ҙә мәғәнә һаҡлай. Ошо мәғәнәне аңлай, тоя икән тамашасы, тимәк, ул да, спектаклде тамашасы йөрәгенә алып барып еткерергә булышлыҡ иткән бар ижади төркөм дә үтә бәхетле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509