Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Билалда ҡалған яҡты эҙҙәр
Билалда ҡалған яҡты эҙҙәрЗәйнәб Биишеваның ижады менән бәләкәйҙән танышмын. Бала саҡта “Дуҫ булайыҡ”, “Партизан малай”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрҙәрен китапхананан ҡат-ҡат алып уҡый торғайным. Үҫә төшкәс, “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарына ғашиҡ булдым.

Әҙибәнең яҙыу оҫталығына йылдар үткән һайын һоҡланыуым арта. Утыҙ йылға яҡын китапханасы булып эшләү дәүеремдә әҫәрҙәренә әленән-әле әйләнеп ҡайтам. Төрлө осрашыу, күргәҙмә, конференциялар үткәреү өсөн тотош ижадын, тормош юлын ныҡлы өйрәндем. Яратҡан әҙибәмдең 1929 – 1930 йылдарҙа беҙҙең Билал ауылында эшләгәне тураһында белә инем. Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуҙы үткәреүгә әҙерләнгәндә, уның тормошон яҡындан белеүселәр, осрашыу шатлығы кисергәндәр менән аралашып, бихисап мәғлүмәт тупланым. Быйылға тиклем йәнә байтаҡ яңылыҡ асылды. Шулар менән уртаҡлашырға булдым.
2007 йылғы “Башҡортостан уҡытыусы­һы” журналының ноябрь һанында ауылдашыбыҙ, мәғариф ветераны, бер нисә китап авторы, әле Әбйәлилдә йәшәгән Флүрә апай Низамованың “Күк Ирәндек буйында” тип аталған дәрес сценарийы баҫылып сыҡҡайны. Ул халыҡ яҙыусыһының 100 йыллығына арнала. Сценарийҙа шундай юлдар бар: “Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Зәйнәб Биишева Баймаҡ районының Билал мәктәбендә уҡыта. ...Ленин ордены менән наградланған алдынғы педагог Ғилминур апай Юламанованан был һөнәрҙе һайлау сәбәбен һорағас, ул: “Зәйнәб Биишева кеүек булғым, уның шикелле күп белгем, ғилемемде башҡаларға ла өләшкем килде”, – тине. Ғилминур апай 1923 йылда Билал ауылында тыуа. Атаһы Абдулла бик көслө мулла була. Ауылда уның туғандары бик күп. Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Ғилминур апай Билалда уҡыта. Әбйәлил районының Хәлил ауылына яҙыусы Шакирйән Бикҡоловтың бер туған ағаһы Хәмитйәнгә кейәүгә сыға. Шул төбәктә мәрхүмә була.
…Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында ошондай юлдар бар: “Улыстан, ҡатын-ҡыҙ бүлегенән, килгән ҡатындың белеме бик юғарынан түгел. Етмәһә, халыҡ менән халыҡса һөйләшеү, аңлашыу рәтен дә онотҡан йәки уны бер ҡасан да белмәгән. Ул ике һүҙҙең береһендә “значит” менән “конечно”ны ҡыҫтырып, бутай-бутай бик оҙаҡ һөйләне. Көҙгө юл шикелле ҡытырмалы был һүҙ ағымынан йыйып алып, еүеш таҫтамал кеүек итеп һыҡҡанда, “Бисәләр, йәшелсә, картуф сәсергә кәрәк” тигән бер тулы һөйләм килеп сығыр ине…”
Артабан ошо эпизодтағы Бибеш образына өҫтәмә һыҙат биргән прототиптың Билал ауылынан Фәйрүзә Аманова тигән инәй булыуы, уның төрлө әкиәттәрҙе, бәйеттәрҙе, “Ҡуңыр буға” эпосын көйләп ятҡа һөйләгән сәсәниә икәнлеге бәйән ителә. Бибеш әйткән “кәртүк” һүҙе лә тап Билал диалектындағыса, тип яҙа Флүрә Низамова.
Ошо сценарий миңә Зәйнәб Биишева­ның беҙҙә йәшәгән осорон өйрәнә башларға этәргес бирҙе. Өлкән йәштәге ауылдаштарымдың һөйләгәндәрен ҡағыҙ битенә түкмәй-сәсмәй теҙергә тотондом. Халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 100 йыл тулған осорҙа әңгәмәләшкән, әҙибәне яҡындан белгән ололарҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде хәҙер. Әммә хәтер йәшәй, ул мәңгелек.
Рәбиға Боҫҡонова, 1924 йылғы, мәрхүмә:
– Зәйнәб Биишева Билалға уҡытырға килгәс, Нурия һәм Мортаза Айытбаевтарҙа фатирҙа торҙо. Ул минең хәтеремдә бәләкәй генә кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле, тар итәкле күлдәк кейгән, башына бер ваҡытта ла яулыҡ ябынмаған (бының өсөн ололар һуҡрана торғайны) йәш апай булып уйылып ҡалған.
Зәйнәб апай эшкә килеү менән уҡырға йөрөрлөк кешеләрҙең исемлеген төҙөнө. Аҙаҡ әсәйем Сәрбиямал Хамматова (1898 йылғы), Зарифа, Ғилминиса Юлмөхәмәтовалар, Фатима Әбйәлилова, Хәбирә Әхмәҙина, Яңылбикә Заманова, Ғәйниә Байбурина, Хөмрә Камалетдинова, Мәғрифә Сәлихова байҙарҙан алынған бер өйгә кис дәрескә йөрөнө. Көн аша баралар. Зәйнәб апай тәүҙә барыһына ла дәфтәр биттәре, ҡәләм таратып бирҙе. Мин әсәйемә эйәреп барам, сөнки атайым уның яңғыҙын уҡырға ебәргеһе килмәй. Шулай итеп, теләһәм-теләмәһәм дә, бергә йөрөйөм. Әсәйем бармаҫ ине лә, кем уҡыуҙы ҡалдыра, һалым түләтәбеҙ, тип ҡурҡыталар. Ирҙәрҙең көнсөлдәре кис һайын мәктәп янына килеп, ҡатындарының ни менән шөғөлләнгәнен тәҙрә аша тикшереп йөрөй торғайны. Заманаһы шулай ине бит.
Ә ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе ҡәләм дә тота белмәй. Мин, ҡыҙыҡ күрепме, уҡыуға теләгем көслө булғанғамы, өйгә ҡайтыу менән яҙыу-һыҙыуға ултырам. Мәктәптә лә Зәйнәб апай сәмләндереп, осондороп ебәрә. “Әсәйеңдән дә матурыраҡ яҙаң” тигән һүҙен ишетеп, тағы ла дәртләнеберәк тотонам. Нисә ай уҡығандарҙыр, ҡатындарҙың барыһы ла күпмелер кимәлдә яҙыу-һыҙыуға өйрәнде. “Ауылға ҡыҫҡа сәс килде лә бисәләрҙе ҡотортто”, – тип ҡарттар ныҡ һөйләнә, әммә үҙҙәре бер ни ҙә эшләй алмай ине. Бына шулай апайға килгән ыңғайы “ҡыҫҡа сәс” тигән ҡушамат тағып та ҡуйҙылар.
Ул осорҙа Зәйнәб Биишеваның өгөтләүе буйынса иң беренселәрҙән булып Ғәйниә Байбурина, Фатима Әбйәлилова, Яңылбикә Замановалар партияға инде. Уҡытыусыбыҙ Темәскә киткәс, урынына Менәүәрә апай Рәхмәтуллина килде. Әммә уны тыңларға ла теләмәнеләр. Зәйнәб апай кешеләргә ҡарата шул тиклем изгелекле, алсаҡ, түҙемле, сабыр ине шул. Һис кемгә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне. Мин дә уны ныҡ ярата инем. Уҡытыусым һәр ваҡыт: “Уҡырға өйрән, ҙур кеше сығыр үҙеңдән, һинән була ул”, – ти торғайны. Артабан белем алыу эләкмәне шул…
Көндөҙгө мәктәптә ир-ат уҡыны. Улар – Сәғәҙи Маликов, Насип Алтынбаев (аҙаҡ милицияла эшләне), Кирам Әхмәҙин, армиянан ҡайтҡан егеттәр һ.б. Зәйнәб апай комсомол ойошмаһындағы Сабир Юлмөхәмәтов, Әбүзәр Әминев, Фәруҡ Сәғитовтар менән бергә ең һыҙғанып йәштәр эше менән дә шөғөлләнде. Һәр ерҙә һүҙе үтә торғайны уның, һис ҡасан аптырап ҡалмаҫ, тәүәккәл кеше ине.
Уҡытыусыбыҙ Иҫән егете Ғәзиз Әминевкә кейәүгә сыҡҡас, икәүләп Билалдағы элек торған фатирына – Айытбаевтарға – килеп киткәндәр. Аҙаҡ Нурия апай: “Зәйнәб ауылды, уның кешеләрен шул ҡәҙәр һағынып һөйләй, барығыҙға ла сәләм әйтте. Ҡыҙым Менәүәрәне һөйөп-һөйөп китте”, – тип һөйләне. Уҡытыусыбыҙҙың йөрәгендә ауылыбыҙға бәйле ошондай матур хистәр ғүмер буйы һаҡланғандыр…
Рәйес Ишмөхәмәт улы Асҡаров, хеҙмәт ветераны, мәрхүм:
– Зәйнәб Биишеваның бер китабында телгә алынған Фәйрүзә инәй 1900 йылда Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында тыуған. Билалға килен булып төшөп, ире Илһам ағай менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкән улдары Зөбәйер Аманов һуғышта үлеп ҡала. Фәйрүзә инәй һәр ваҡыт бәйет, әкиәт һөйләй, таҡмаҡ әйтә торғайны.
Ә Зәйнәб Биишева бик үткер, талапсан, белемле апай булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Морат Мортаза улы Айытбаев, хеҙмәт ветераны, Билал ауылында йәшәй:
– 1929 йылдың йәйендә ауылыбыҙға Зәйнәб Биишева уҡытыусы булып эшкә килә. Йәш белгесте беҙҙең йортҡа урынлаштыралар. Атайым менән әсәйем уны йыш иҫкә алыр ине: “Үҙе кәүҙәгә бәләкәй генә, әммә ут бөрсәһе һымаҡ булды. Бөтөн кешене ауыҙына ҡаратып һөйләр ине, арымай-талмай эшләй торғайны. Ныҡ белемле, һәләтле ҡыҙ булды”.
Зәйнәб Биишева үҙ эшен комсомол ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Шуға ла 1930 йылда уҡыусыһы Фәруҡ ағайҙың ауыл Советы башҡарма комитеты секретары булып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Зәйнәб Биишева – Билалда тәүге китапхананы ойоштороусы ла. Тәүҙә унда бер нисә генә баҫма була. Яйлап ауыл халҡынан гәзит-журнал йыя, ҡайҙандыр китаптар килтерә.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙының беренсе ярҙамсыһы Фәруҡ ағай Сәғитов Билалда ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙа ла йәшәү рәүешен үҙгәртеүҙә яҡындан ҡатнашҡан кеше, комсомол ойошмаһының әүҙем етәксеһе булараҡ билдәле. Был йәһәттән ололар: “Колхозлашыу осорон Фәруҡ Сәғитовтан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти. – Улар ауылға килгән белемле ҡыҙ Зәйнәб менән бөтөн эште бергә башҡарҙы. Йәш уҡытыусының ғилемлелегенә, ныҡышмаллығына аптырамаған кеше булмағандыр”.
Шул уҡ ваҡытта Зәйнәб Биишеваны яратып етеңкерәмәгәндәр ҙә табыла. Бигерәк тә ир-ат. Ҡатындарыбыҙҙы шаштыра, мәктәпкә уҡырға йөрөтә, тип йыш һөйләнә улар. Ә үҙҙәре йәш уҡытыусыға һүҙ әйтергә баҙнат итмәй. Фәруҡ ағай һөйләгән бер хәл иҫтә ҡалған: “Беҙ, комсомол ойошмаһы ағзалары, һәр эште Зәйнәб Биишева менән кәңәшләшеп башҡара торғайныҡ. Бының өсөн мәктәп өйҙәренең береһенә йыйылабыҙ. Бер көн шулай һөйләшеп ултырғанда, тыштан берәү тәҙрәгә кирбес ырғытты. Бәхеткә күрә, ул беҙгә теймәне”.
Нурмөхәмәт Мөхәмәҙей улы Шәмсетдинов, 1934 йылғы, Билал ауылында йәшәй:
– Өләсәйем Сәрбиямалдың хәтирә­ләрен еткерергә теләйем. Бер ваҡыт уның улы пионерға алына, аҙаҡ комсомолға инәм, тип һөйләй башлай. Өләсәй мәктәпкә барып, Зәйнәб Биишеваны әрләп ҡайтҡанын хәтергә ала торғайны: “Мин ингәндә уҡытыусы картуф үҫтереү тураһында һөйләп тора ине. “Бына миңә ҡара, – тинем уға. – Картуф ашап йәшәмәһәм дә, ярҡалаймын. Ә һин, уның менән туҡланһаң да, нәп-нәҙекһең. Кеше башын бутап йөрөмә. Малайым да комсомол булмаясаҡ!” Шулай тинем дә улымды елкәһенән тотоп алып сығып киттем”.
Аҙаҡ, 1963 йылда, урам буйлап һыбай китеп барһам, ауыл советы бинаһы эргәһенә килеп туҡтаған машинанан берәү килеп сыҡты ла Фәруҡ ағайҙы ҡосаҡлап алды. Һуңыраҡ ҡына белдем: ул Зәйнәб Биишева булған икән. Темәстә осрашыу үткәргәндәр ҙә Билалға ла һуғылғандар. Араларында Вара Буранбаев, Рыҫҡужин да бар ине.
Сәлимйән Фәхрислам улы Әминев, 1923 йылғы, һуғыш ветераны, мәрхүм:
– 1929–1930 йылдарҙа мине, алты-ете йәшлек малайҙы, ағайым Әбүзәр (1907 йылғы) үҙе менән киске уйынға алып йөрөй торғайны. Мәктәпкә йыйылабыҙ. Ул ҙур ғына, ике класлы. Ауылда клуб булмағас, белем усағының залында сәхнә лә әтмәләп ҡуйғандар. Ағайҙар араһында бер-ике апай ҙа бар. Береһенә “Зәйнәб” тип өндәшәләр. Уның сәсе елкәһенә тиклем ҡырҡылған, күлдәге ҡыҫҡа, башында яулығы юҡ. Күмәкләп уйын әҙерләй торғайнылар. Әбүзәр ағайым һәр ваҡыт, әсәйемдең кейемдәрен кейеп, әбей ролен башҡарыр ине.
Аҙаҡ белеүемсә, Зәйнәб Биишева менән ағайым ауыл йәштәре өсөн сәйәси уҡыу ҙа ойошторған, уларҙы комсомол ойошмаһына йәлеп иткән, ағайым шул берләшмәнең секретары булған. Араларында ныҡлы дуҫлыҡ урынлашҡан. Ағайым Бәләбәй ҡалаһында хеҙмәт иткән сағында Өфөгә барып, Зәйнәб Биишеваның ире Ғәзиз Әминев менән таныша. Улар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла хат алышып, үҙ-ара бәйләнеште өҙмәйҙәр. Әбүзәр ағайым 1945 йылдың 23 мартында Польшала һәләк була. Хеҙмәттәше майор Зайцев миңә уның блокнотын тапшырҙы. Эстәге яҙмалар араһында Ғәзиз Әминевтең Өфөләге адресы ла бар ине. Мин уның менән осрашырға тырышып ҡараным, ләкин килеп сыҡманы. Ғәзиз Әминевтең Зәйнәб апайҙың ире икәнен белмәй инем ул саҡта. Фамилиябыҙ бер үк булғас, туғанбыҙҙыр, тип уйланым.
1963 йылда мин ауылда мәктәп директоры булып эшләнем. Зәйнәб Биишева Темәстә осрашыуҙа булған да, аҙаҡ күмәкләп Билалға һуғылып киттеләр. Мәктәпкә лә инеп сыҡтылар. Зәйнәб апай янында Вара Буранбаев, Рыҫҡужин, Фәруҡ Сәғитов та бар ине. Йәй булғас, уҡытыусылар мәктәптә түгел, халыҡ эштә, шуға осрашыу үткәрә алманыҡ. Алдан хәбәр итһәләр, кеше йыйылыр ине лә…
Зәйнәб Биишева тәү башлап эшләп киткән мәктәбен, ауылды, уның халҡын һағынып килгәндер. Фәруҡ ағай менән ныҡ дуҫ булғандар, күрәһең, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. “Үткәндәргә бер әйләнеп” тигән китабында яҙыусы ошолай тип яҙа: “Мин дә был яҡтарға тиҙ арала ғашиҡ булдым. Уның балаларса саф, киң күңелле, батыр, тоғро йөрәкле эшсән халҡы ла, күк Ирәндек буйының ҡырыҫ һәм мөһабәт тәбиғәте лә күңелемде үҙенә мәңгелеккә табындырып ҡуйҙы. Шуға, ахыры, йөрәгемдә был гүзәл яҡҡа һүрелмәҫ мөхәббәт тойғоһо һаҡлайым…” Хеҙмәт юлын, әҙәби-мәҙәни эшмәкәрлеген Билалда башлап ебәргән бөйөк яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереп, беҙҙең мәктәпкә йә ауыл китапханаһына Зәйнәб Биишева исеме бирелһә, бик яҡшы булыр ине.
Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева, мәғариф ветераны:
– Зәйнәб Биишева Өфөлә үткәрелгән бер осрашыуҙа: “Мине тәүҙә Баймаҡ районының иң төпкөлөндәге Билалға эшкә ебәрҙеләр”, – тип һөйләне. Мин саранан һуң уның эргәһенә барып: “Мин һеҙ телгә алған ауылдан килдем. Билалда эшләгән йылдарығыҙ тураһында тулыраҡ һөйләһәгеҙ ине”, – тип һораным. Ә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: “Артыҡ бер ни ҙә өҫтәй алмайым, барыһы ла – яҙған китаптарымда”, – тине. Ысынлап та, ниндәй генә баҫмаһын алып ҡараһаҡ та, районыбыҙ, ауылыбыҙ кешеләре, тәбиғәте тураһында йылы һүҙҙәр йыш осрай.
Минең был эҙләнеү эштәрем барышында яратҡан яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланды. Эйе, ауылыбыҙ тарихының бер өлөшө арҙаҡлы шәхестең эшмәкәрлеге менән бәйле. Был күңелдә ҙур ғорурлыҡ уята, әҙибәнең әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Зәйнәб апай беҙҙең ауылда беренсе мөхәббәтен дә осратҡан, тиҙәр… Минең ун йыл элек башланған эҙләнеү эшем артабан да дауам итәсәк.
Бер мәл ғаиләбеҙ менән Зәйнәб Биишеваның тыуған төйәге Күгәрсендә булырға насип итте. Туйөмбәткә һуғылып, музейына инеп сығырға тигән уй менән шул ауылға боролдоҡ. Барһаҡ, ишектә – йоҙаҡ. Музейҙың хужаһын табайыҡ, бәлки, беҙҙе тыңлап, ял көнө булһа ла асыр тигән уй менән урам буйлап киләбеҙ. Баҡтиһәң, бында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бара икән. Оҙаҡ уйлап тормай, яланға ашыҡтыҡ. Мин тура тирмә эргәһенә барҙым. Аш-һыу янындағы ҡатын-ҡыҙға кемлегемде, ҡайҙан булыуымды аңлатып, “Ләлә апай Бейешева байрамға килдеме?” – тип һораным. “Эйе”, – тинеләр. Ул ҡунаҡтар менән тирмәлә төшкө ашта икән. Мине лә шунда әйҙүкләнеләр.
Ингәс, күмәк кеше алдында һүҙ алдым. Үҙемдең ҡайҙан килгәнем, Зәйнәб Биишеваның беҙҙең Билал халҡы өсөн ни тиклем яҡын, ҡәҙерле булыуы, ауылыбыҙҙа оҙаҡ йылдар китапханасы эшен башҡарыуым, әҙибәне белгәндәрҙең хәтирәләрен яҙып алыуым һәм башҡалар тураһында һөйләнем. Мине Ләлә Бейешеваның ҡаршыһына ултырттылар. Апай шунда уҡ һорауҙарын яуҙыра башланы. Иң әүәл Фәруҡ, Әбүзәр ағайҙар, уларҙың балалары хаҡында һорашты. “Зәйнәб апайым улар тураһында йыш телгә ала ине”, – тине. Әҙибәне фатирҙарында йәшәткән Нурия инәй менән Мортаза Айытбаевтар, уларҙың балалары тураһында ла белеште. “Апайым Билалды һуңғы көндәрендә айырыуса йыш телгә алды, һәр кешеһен исемләп иҫләп ятыр ине”, – тине. Артабан Ләлә Бейешева музейҙың асҡысын һорап тороп, Сәрүәр апай Сурина менән икебеҙҙе ауылға алып китте.
Бына музей. Һаҡ ҡына баҫып, Зәйнәб Биишеваның рухын һаҡлаған бүлмәгә үтәм. Әҙибәнең өҫтәле. Ошонда, күҙ нурҙарын түгеп, ҡулъяҙмаларын яҙғандыр. Бер-бер артлы теҙелгән таныш китаптар. Уларҙың һәр береһенә ҡабаттан күҙ йүгертәм. Бына фотолары, кейемдәре. Районда үткән сараларҙа йәш һәм оло Зәйнәб Биишеваны һынландырырға тырышып атлап үтеүемде, кейенеүемде, сәсемде ҡуйыуымды иҫләп, көлөмһөрәп алам. Үҙемде бөйөк әҙибә менән сағыштырам. Ундай бейеклеккә күтәрелеү өсөн ниндәй белемле, оло йөрәкле булырға кәрәклеген бизмәнгә һалам. Ләлә һәм Сәрүәр апайҙарҙың иҫтәлектәрен кинәнеп, рәхәтләнеп тыңлайым. Рухи мөйөштә ваҡыт иҫәбен юғалтабыҙ…
Зәйнәб Биишеваның музейынан бик күп өҫтәмә мәғлүмәт, иҫтәлек-хәтирәләр алып ҡайттым. Һөҙөмтәлә Билал мәктәбендә, үҙем эшләгән ауыл китапханаһында яңы рухта бихисап әҙәби кисә, осрашыу үткәрҙем. Яҙыусының уҡымлы әҫәрҙәре беҙҙә бер ҡасан да саң йыйып ятмай, уларҙы олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый. Ауылымдың өлкәндәре иҫән, хәтер тере саҡта Зәйнәб Биишева хаҡында мәғлүмәт туплап ҡалғаныма сикһеҙ һөйөнәм.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509