Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет – беләктә һәм йөрәктә
Рәми Ғариповтың, һөнәрҙең иң ауыры – һүҙ эше, тигән һүҙҙәренең тәрән мәғәнәһенә, асылына күптәр төшөнөп тә етмәйҙер. Үҙ иңдәрендә татып ҡарағандар ғына әҙиптең ни әйтергә уйлағанын тулыһынса аңлар.

Һүҙем бар хеҙмәт юлын, тормошон тап шундай һөнәргә бағышлаған Әбйәлил районының “Осҡон” гәзитендә эшләүсе Рәмилә Истанбаева хаҡында. Ул Дауыт ауылында Тамира һәм Шаһыбал Истанбаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә өсөнсө булып донъяға килә. Ҡыҙыҡһыныусан, һүҙгә әүәҫ, отҡор ҡыҙ мәктәптә лә гел яҡшы билдәләргә өлгәшә, спортты үҙ итә.
Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, атаһының кәңәше менән бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм район типогра­фияһында һөнәре буйынса эш башлай. Әммә кешеләр менән аралашыуҙы, тормошта ҡайнап йәшәүҙе өҫтөнөрәк күргән ҡыҙ иҫәп-хисап, тик һандар менән эш итеү уныҡы түгеллеген тиҙ аңлай. Типографияла баҫылып сығып, буяу еҫе аңҡып торған гәзиттең яңы һанын ҡулына алған һайын күңеле ижади мөхиткә тартыла. Күп тә үтмәй, ул корректор эшендә үҙен һынап ҡарарға була. Махсус белеме булмаһа ла, грамоталы, хеҙмәтенә бар һәләтен һалып тырышҡан Рәмиләгә тиҙҙән тәржемәсе бурысын ышанып тапшыралар. Был вазифала эшләү артабан белемен камиллаштырыу теләген уята һәм ул БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Гәзит тип янған, тәүәккәл, гел яңылыҡҡа ынтылған Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы байтаҡ ваҡыт редакцияла яуаплы секретарь йөгөн тарта. Гәзит ике телдә сыға башлағас, ул ваҡыттағы баш мөхәррир Самат Фәйзуллин Рәмилә Истанбаеваны “Осҡон” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләй.
Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә гел яңы идеялар менән янған алыштыр­ғыһыҙ урынбаҫар гәзиттең йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, уны уҡымлы итеү, халыҡ араһында абруйын күтәреү өсөн ҙур көс һала. Уҡыусыға барып еткәнсе гәзитте сығарыуға нисәмә кешенең көсө, күҙ нурҙары, күңеле һалына икәнлеген гәзиттә эшләүселәр генә белә шул. Журналистарҙың, яуап­лы сәркәтип, нәшерләүсе, корректор, мөхәррирҙең дөйөм эш емеше ул гәзит, ә Рәмилә Истанбаева – был сылбыр­ҙың һәр нескәлеген тиерлек үҙ елкәһендә татыған кеше. Бөгөнгө еңел булмаған заманаларҙа ла “Осҡон”доң әбйәлилдәрҙең яратҡан баҫмаһы булып һаҡланып ҡалыуында уның өлөшө һанап бөткөһөҙ ҙур.
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Рәмилә Шаһыбал ҡыҙының үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген Матбуғат министрлығының, башҡа ведомство­ларҙың бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, “Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме дәлилләй, ул бер нисә тапҡыр Башҡортостан һәм Рәсәй журналистары съездары делегаты итеп һайлана, Рәсәй, халыҡ-ара конференция-фестивалдәрҙә лә ҡатнаша. Ә иң юғары награда, әлбиттә, коллегала­рының, гәзит уҡыусыларҙың хөрмәте һәм ихтирамы.
Кешене холоҡ йөрөтә, тиҙәр. Рәмиләнең әҙәплеге, тыйнаҡ ғорурлығы нигеҙендә ихласлығы, ябайлығы уның менән беренсе аралашҡанда уҡ күҙгә ташлана. Алсаҡланып, үтә сөсөләнеп тә бармай, үтә хисләнеп тә китмәй ул, тормоштоң ваҡлыҡтарына, ығы-зығыһына ҡарамай, һәр ваҡытта ла тырышлығы арҡаһында түҙем генә үҙ эшен теүәл башҡарыуын белә. Бөгөнгө ике йөҙлө донъяла үҙ принцип­тарыңдан тайпылмау, асылыңды юғалтмау ҙа еңелдәрҙән түгел. Тап ошо һыҙаттары өсөн Рәмилә Шаһыбал ҡыҙын коллегалары ла, уны белгән һәр кем дә ихтирам итә.
Юҡҡа ғына уны Журналистар союзы­ның урындағы беренсел ойошмаһы етәксеһе итеп һайламағандар бит. Ҡәләм тирбәлтә башлаған йәштәргә тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, хаҡлы ялда булған коллегаларына ла һәр ваҡыт иғтибарлы Рәмилә даими шылтыратып хәлдәрен белешеп тора, кәрәк икән дарыуҙар алып, коммуналь түләүҙәрен түләшә, “тимер ат”ын йүгәнләп дауаханаға ла алып бара. Күптән түгел, редакцияла пәйҙә булған “Беҙҙең ветерандар” стенды ла тап уның тырышлығы һөҙөмтәһе.
Туғандары өсөн терәк-таяныс, дуҫтарына ышаныслы һәм тоғро фекерҙәш тә Рәмилә. Дөрләп янған усаҡ йылыһына тартылғандай һыйы­налар уға барыһы ла. Ә ул бер кемдән дә күңел йылыһын, аҡыллы кәңәштәрен йәлләмәй, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Кешелеклелек, мәрхәмәтлек, изгелек кеүек сифаттар уға әсәһе Тамира апайҙан һәм атаһы Шаһыбал ағайҙан күскән. Атаһы күптән инде яҡты донъяларҙа булмаһа ла, Рәмилә уның әйткән һүҙҙәрен гел иҫендә тота.
Яҙмыш көслөләргә генә һынауҙарын ебәрә, тиҙәр. Мәрхүм ике туған ҡустыһының ҡатыны ла ауырып вафат булғас, үкһеҙ етем ҡалған ике ҡыҙ баланы һис икеләнеүһеҙ тәрбиәгә алып, оло тормош юлына баҫтыра Рәмилә. Бөгөн ҡыҙҙар ғаилә ҡороп, үҙҙәре балалар үҫтерә.
– Бер аҡыл эйәһе: “Бәхет – ул күңелең тормошҡа ашмаған нимәнелер талап итеүҙән туҡтап, булғанына шатлана башлауҙа” тигән. Ваҡытты кире бороп булһа, мин тап шундай яҙмышты һайлар инем, – ти ул.
Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл бер коллективта эшләп, абруй ҡаҙанған, туғандарының, дуҫтарының ихтирамын, йылыһын тойоп йәшәгән Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы күптән түгел үҙенең ғүмер байрамын билдәләне – тормош уға ике “бишле” ҡуйҙы.
Эйе, тормошоң да, үҙең дә, хеҙмәтең дә һоҡланырлыҡ, Рәмилә, артабан да гел шулай булһын – һин быға лайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512