Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ДУҪЛЫҠ ГӨЛЛӘМӘҺЕ” оҫталыҡты раҫлай
“ДУҪЛЫҠ ГӨЛЛӘМӘҺЕ” оҫталыҡты раҫлайРеспубликабыҙҙа халыҡ ижады коллективтарының
VI республика “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале
башланды. Сара, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаға әҙерлеккә ярашлы, күп милләтле башҡорт ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҙешмәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында өс йылға бер тапҡыр үткәрелә.


Республика буйынса барған халыҡ ижады коллективтарының фестивале ноябрҙә Өфөлә йомғаҡлау концерты менән тамамланасаҡ.
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивален тәүгеләрҙән булып асыу хоҡуғы Белорет районына тапшырылды. Белореттар Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец илбаҫарҙа­рын тар-мар итеүенә 75 йыл тулыуға арналған фестивалде лайыҡлы күтәреп алды һәм халыҡ ижадының бар үҙенсә­леген ижади коллективтарҙың сағыу сығыштарында күрһәтеүгә өлгәште. Ғинуар аҙағында республика халыҡ ижады коллективтары фестивале Инйәр район мәҙәниәт йортонда, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында һәм ҡаланың мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 26 ижади коллективты бергә йыйҙы.
Фестиваль нигеҙендә район һәм ҡаланың “халыҡ” һәм “өлгө­лө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтары юғары исемдәрен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Республика халыҡ ижады үҙәге­нең генераль директоры Артур Әлибә­ков һәм район хакимиә­тенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, фес­тивалде асып, Инйәр район мәҙәниәт йорто тамашасыһы, бәйгеселәр алдында сығыш яһаны. Улар кон­курсанттарға уңыштар, юғары исемдәрен аҡлауҙарын, ә тама­шасыға күңелле ял теләне. Ижади коллективтарҙың сығышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова етәкселегендә мәртәбәле жюри баһаланы, етешһеҙлектәрҙе барланы, лайыҡлыларҙы билдәләне.
Инйәр район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә алты коллектив үҙ сығышын жюри хөкөмөнә тәҡдим итте. Асының “Еңгәләр”, Инйәр­ҙең “Тау шишмәһе”, “Россияночка” ансамблдәре, “Өләсәйем һандығы” оҫта ҡулдар түңәрәге үҙҙәренең “халыҡ” исемен лайыҡлы яҡланы. Халыҡ фольклор ансамблдәренең сығышы Инйәрҙең “Даръя” бейеү ан­самбленең төрлө милләт бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
“Хәтирә” (Сермән), “Гөлнәзирә” (Шығай), “Үткәл” (Үткәл), “Әхирәттәр” (Ҡаһарман), “Дубравушка” (Ҡағы) һәм “Авзянские вечорки” (Үрге Әүжән) халыҡ фольклор һәм Сермән балалар сәнғәт мәктәбенең “Йондоҙ” бейеү коллективтары Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында сығыш яһаны.
Коллективтарҙың сығышы ысынында сағыу фольклор байрамына әүерелде. Оҫтаби­кә­ләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Ҡаланың мәҙәниәт һарайы Ломовка, Тирлән ауылдары, ҡала музыка мәктәбенең ижади коллективтары сығыш яһау өсөн майҙансыҡ булды. Районда үткән республика фестивале этабын мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары тамамланы. Районда, театр коллективтары менән бергә, “халыҡ”, “өлгөлө” исемен йөрөткән 34 коллектив иҫәпләнә. Фестиваль сиктәрендә үткән конкурста 26 коллектив исемен яҡлап ҡына ҡалманы, ул ике халыҡ ансамбленә тулыланды. Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Тайран” эстрада йырҙары (етәксеһе – И. Ҡәләмова) һәм Ҡаһарман ауылының “Әхирәттәр” фольклор (етәксеһе – Х. Нафиҡов) ансамблдәре маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, улар ҙа хәҙер “халыҡ” исемен йөрөтәсәк.
Оҙаҡламай, февраль аҙаҡ­тарында, театр коллективтары “халыҡ” исемен яҡлап, “Алтын тирмә” республика конкурсында сығыш яһарға әҙерләнә. Ҡайһы бер ижади коллективтар республика конкурстарында Гран-при яулап, исемен иҫбатланы ла инде. Йыр, бейеү, инструменталь әҫәрҙәрҙән, фольклорҙан торған бай йөкмәткеле сағыу тамаша коллективтарҙың башҡарыу оҫталыҡтары кимәленең юғары булыуын тағы ла бер раҫланы. Районыбыҙҙың халыҡ ансамбл­дәре 2020 йылда Халыҡ-ара фольклориадала ҡатнашып, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас булған үҙенсәлекле фольклор өлгөләрен, башҡорт иленең бай мираҫын сит ил ҡунаҡтарына бар матурлығында күрһәтеренә ышанабыҙ.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511