Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадында – бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ рухы
Ижадында – бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ рухыБашҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең фәһемле, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары менән даими ҡыуандырып тора. Әҙиптең замандаштарына әйтер һүҙе, бирер кәңәше мөлдөрәмә тулы. Шулай булмау мөмкин түгел, сөнки ул тормоштоң ауырлығын, яҙмыштың әсе һынауын үҙ иңендә аҙ татымаған. Шул ерлектә сыныҡҡан, һәр бер күренешкә, һәр ваҡиғаға үҙ аҡылы менән, үҙ тәжрибәһенән сығып ҡарарға, баһа бирергә өйрәнгән. Тормош ҡатмарлы, уны аңлауы ла, күҙаллауы ла еңел түгел. Бөгөн күккә күтәреп маҡтағандарың, шуның менән ғорурланғандарың иртәгә бөтөнләй бәҫһеҙ ҡалыуы бар, дуҫ тип ышанғандың хөсөтлөк ҡылыуы ла мөмкин, кемуҙарҙан ололауҙың да ҡайһы саҡта күҙ буяу булыуы ихтимал. Әҙип бына шуны яҡшы тоҫмаллай.


Уның аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтергә, яҡшыны ямандан айырырға ҡулынан килә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарын да йәшермәй, йөрәге, күңеле ҡабул ит­мә­гәндәргә тура бәреп, тейешле баһаһын да еткерә. Һәм ижадында дуҫлыҡ, тоғ­ро­лоҡ, бәхет, намыҫ кеүек ҡиммәттәр төп урында тора. Тел, халыҡ, милләт мәсьә­ләләренә лә тыныс ҡарай алмай әҙип, ти­геҙһеҙлек, ғәҙелһеҙлек, битарафлыҡ кеүек күренештәрҙе лә урап үтмәй. Ша­ғирҙың гражданлыҡ бурысы, илһө­йәрлек тойғоһо, йәшәү асылы, сәсәнлек рухы быға юл ҡуймай. Нисек кенә ҡабатлау бул­маһын, әйтмәйенсә мөмкин түгел: шағир уйҙары башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә тәрәнерәк, ҡараштары киңерәк, фекерҙәре тосораҡ. Шуға күрә һәр кемебеҙ әҙип һүҙенә, әҙип аҡылына мохтаж. Ке­шеләр ышандырғыс, инандырғыс, дәрт­ләндергес һүҙҙәр көтә. Инәлтмәй шағир, үҙ уҡыусыларының ышанысына тап төшөр­мәй, ең һыҙғанып ижад итә. Әленән-әле гәзит, журнал биттәрендә донъя күреп торған әҫәрҙәре – быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.
Хәсән Назарҙың һуңғы осорҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә бер ни тиклем байҡау яһап алайыҡ әле. Ир-егеттең борон-борондан килгән изге бурыстары һәр кеме­беҙгә мәғлүмдер: ғаилә ҡороп, йорт һалыу, ағас ултыртыу, нәҫелеңде дауам итер вариҫтар ҡалдырыу. Хәсән Назарҙың “Һөйөнөс” шиғырында нәҡ ана шундай бурыстарҙы атҡарып сыҡҡан, хәҙер инде үҙе сәскәндәренең мул уңышын татып, ҡыуаныс тойғоһо кисергән баҡсасылай бәхетле олатай образы күҙ алдына баҫа. Һоҡланғыс, күңелде күтәрерҙәй матур күренеш сағыла шиғырҙа: йәйҙең матур бер көнөндә олатаһы менән ейәне еләк йыйып йөрөй. Еләк уңған (тимәк, уҙаман­дың ғүмер юлы уңышлы, ҡылған эштәре лә уңышлы булған, тип аңлайбыҙ), бар донъяһын онотоп, ейән еләк йыя (тимәк, тормош дауам итә, өр-яңы шәхес формалаша, тип ҡабул итәбеҙ), йәйге йылы ҡояш ергә нурҙарын һибә (тимәк, донъялар имен, тормош матур, тигән фекер аңла­шыла). Киләсәккә ышаныс, өмөт бар. Шуға күрә олатайҙың шатлыҡ хисе лә, күкрәгенә һыймайынса, шиғыр юлдары булып урғыла:
Уйлап шуны, һөйөнөстәр
Эркелгәндәй йәнемдә.
Еләк үҫтерер вариҫты
Күрәм мин ейәнемдә.
Донъяның мәңгелеге, быуындар бәйлә­неше һәм күсәгилешлеге мәсьәләһе “Уйланыу” шиғырында ла дауам итә. Донъя­ның да, ваҡыттың да мәңгелек икәне хаҡ. Әммә ошо урында кешенең тотҡан ролен дә урап үтеү мөмкин түгел. Кеше төҙөүсе лә, емереүсе лә икәнде иҫтә тотҡанда, донъяның мәңгелеге әҙәм балаһының үҙенә бәйле. Эш үҙенән-үҙе тәрбиәгә барып төртөлә. Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, киләсәкте дауам итерҙәй бөгөнгө быуындың ниндәй ерлектә тәрбиәләнеүе, ниндәй өлгө алыуы, аҡыл туплауы донъя­ның артабанғы яҙмышына йоғонто яһай. Шуға күрә был тәңгәлдә өлкән быуын иңенә лә лайыҡлы алмаш тәрбиәләү яуаплылығы төшә. Шиғырҙағы лирик герой ҙа ошо хаҡта иҫкәртә бит:
Вариҫ хаҡында
Уйла иң элек.
Уға бит ҡала,
Ҡала мәңгелек.
Хәсән Назарҙың һәр бер шиғыры әҙәп-тәрбиәгә өндәй, төрлө сетерекле хәлдәрҙән нисегерәк сығырға, тормоштоң ҡатмарлы мәсьәләләрен ниндәйерәк юҫыҡта хәл итергә өйрәтә. Фекеребеҙҙе ҡеүәтләү өсөн “Әгәр…” шиғырына күҙ таш­лайыҡ. Тәү ҡарашҡа әҫәр мөхәббәт лирикаһы өлгөһө һымаҡ. Әммә иғтибарлабыраҡ ҡарағанда, кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт һалынған дабаһа шиғыр йөкмәткеһенә. Был – һәр бер ҡылыр эштәреңде үҙ аҡылыңа таянып атҡарыу. Уйламайынса күпме хилафлыҡ ҡылына, күпме ғүмер ҡыйыла, ни саҡлы яҙмыш ҡый­рала. Ана шуға күрә шағирҙың әйткән­дәре бик тә урынлы:
Билдәле – тәүҙә күҙ төшә,
Күҙҙәр ҡамаша тәүҙә.
Әммә күҙҙән үткер – аҡыл,
Аҡылды алға әйҙә.
“Үҙемдән һүҙем” шиғырындағы ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡапма-ҡаршылыҡтар осрамаһын, үҙ юлынан тайпылмаған, үҙ һүҙенән сыҡмаған, ғүмере буйы бурыс һәм намыҫ тигән төшөнсәләргә тоғро ҡалған лирик герой ҙа күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Нәҡ шундай бихисап ябай кешеләр төҙөй был тормошто. Нәҡ шундайҙар менән донъя матур, йәшәүе рәхәт.
Ғәҙәттә, ғүмер йылдары алға барған һайын һәр кемебеҙ үткәндәргә йышыраҡ әйләнеп бағыусан. Кинолағы кадрҙар һымаҡ, ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫа төрлө хәтирәләр. Ҡыуандырғыс, һоҡлан­дырғыс булып балҡығандары ла, күңел әрнеүҙәре, күҙ йәштәре аша иҫкә алын­ғандары ла бар уларҙың. Тәүгеләре рухландыра, күңелде күтәреп илһамландыра, икенселәре үкендерә, уйландыра, һабаҡ бирә. Артыҡ шашыныуҙан аралай ҙа, ҡылыр яҙыҡтарҙан ҡурсалай ҙа ул хәти­рәләр.
Хәсән Назар шиғырҙарын уҡығанда ла ошондай тойғолар уяна күңелдә. Әҙиптең “Хәтирә” шиғырына иғтибар итәйек әле. Әҫәрҙә бәйән ителгән ваҡиға тетрәндергес: бер ҡабым икмәккә тилмереп, зар-интизар булған замандарҙа көлсә киҫәген рөхсәт­һеҙ ашап ҡуйғаны өсөн лирик геройҙың бөгөн дә намыҫы тынғы бирмәй. Ризыҡһыҙ ҡалған апайҙың моңһоу ҡарашы һаман да күҙ алдында. Күптән булған ошо ваҡиға ғүмергә һабаҡ булып ҡала ла артабан яңылыш аҙымдар яһауҙан, яҙыҡ ғәмәлдәр ҡылыуҙан аралай. Бәлки, ана шуға күрә лә һағынып хәтерләрлек яҡты хәтирәләр күберәктер. Лирик геройҙың өмөтө лә шул яҡты хәтирәләргә төбәлә:
Аһ, ғүмер!.. Йырҙарҙа ҡалыр
Һин үҙең бер иҫтәлек.
Өмөт бар – яҡты хәтирә
Торһа ине өҫтәлеп.
Үткәндәрҙең яҡты, матур хәтирәләрен һағыныу “Ҡибла эҙләгәндә” шиғырына ла хас. Был юлы уйланыуҙар тотош ил юғарылығына күтәрелә. Үткәндәр менән бөгөнгөнө сағыштырып, лирик герой бик күп рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуына борсола. Эшсе, крәҫтиән, намыҫлы хеҙмәт тигән төшөнсәләрҙең һис фәтүәһеҙ төрлө шау-шоуҙар аҫтында күмелеп ҡалыуы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тик аҡсаға барып төртөлөүе, бәғзе бәндә­ләрҙең нәфсе ҡолона әүерелеүе лә йөрә­ген әрнетә донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған уҙамандың. Ғүмере буйы яҡты, бәхетле киләсәк тигән матур хыялдар менән рухланған кешенең өмөтө бүтәнсә аҡланмаҫмы икән ни? Ғәҙеллек, тигеҙлек, ябай кеше тураһында хәстәрлек тип һөйләгәндәр ҙә буш ҡыуыҡ осороу ғынамы әллә? Быны совет осорон һағынған айырым бер кешенең генә уйҙары тип ҡабул итергә ярамай. Бик күптәр шиғырҙа әйтел­гән фекерҙәр менән ҡуш ҡуллап килешер ине.
Ни һуң тота дәрәжәһен илдең?
Ярты донъя ниңә ҡырын ҡарай?
Гербтағы ҡушбаш ҡарағошмо
Өркөтөрлөк ғәмәлдәрҙе юрай? –
тигән урынлы һорауҙар яңғырай шиғырҙа. Илебеҙҙең донъя кимәлендәге ысынбар­лығы ярылып ята ошо юлдарҙа. Һүҙ ың­ғайы бер үҙенсәлекте лә әйтеп китеү урынлы булыр. Был – һорауҙар эсендә үк яуаптарҙың да ярылып ятыуы. Шағирҙың һүҙ маһирлығы ана шунда күренә лә инде.
Һорауҙар күп, ә ваҡыт тик алға тәгәрәй. Киләсәктә нимә көтә? Ана шуны уйлап, күңеле тынғы тапмай лирик геройҙың:
Даһиҙар юҡ, инаныстар ҙа юҡ,
Ә барыбер бит маяҡтар кәрәк.
Ҡайҙа һуң ул алтын урталыҡ тип,
Толҡа тапмай һулҡып ҡуя йөрәк.
Хәсән Назар – ябай ғына нәмәләрҙе лә образ итеп, улар эсенә оло мәғәнә һала торған һүҙ оҫтаһы. Миҫал өсөн “Хәнйәр” тигән шиғырға туҡталайыҡ. Ундағы хәнйәр, бер ҡарағанда, ябай ғына ҡорал, етмәһә, йәнде ҡыя торған. Әммә шағир хәнйәрҙе ҡыйыулыҡ, ир-егетлек, азатлыҡ символы юғарылығына ҡуйып һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта ул көтөлмәгән хәлдәрҙә уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтмаҫ­ҡа тип иҫкәртеүсе лә, халыҡтар араһында дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа саҡырыусы ла булып кәүҙәләнә. Улай ғына ла түгел, хәнйәр тарихи үткәндәрҙе хәтерләтеп торған изге ҡомартҡы ла. Шиғырҙағы лирик герой Дағстандағы дуҫтарынан алып ҡайтҡан бүләкте ҡәҙерләп һаҡлай, ғүмер-ғүмергә ырыҫ-бәхет билдәһе булып, тик сөйҙә генә эленеп тороуын теләй:
Дағстандан алып ҡайтҡан
Хәнйәр эленеүле сөйҙә.
Затлы бүләк. Дуҫтарҙан ул
Бер ҡомартҡы хәҙер өйҙә.
“Ер өҫтө тулы туҙан” шиғырында шағир төрлө вазифаларға үрләп, үҙ асылын юғалтҡан, әллә кем булып һауаланған, ябай кешеләрҙе һанға һуҡмаған, төймәне дөйәләй итеп күрһәтергә оҫтарған ҡайһы бер эшем эйәләрен туҙан менән сағыш­тыра. Бик тапҡыр, зәһәр сағыштырыу. Үҙ вазифаларынан файҙаланып, ябай кеше­ләрҙең теңкәһенә тейгән мәғәнәһеҙ әҙәм­дәргә асыу, нәфрәт шул рәүешле белде­релә.
Ниңә әле яҙам быны,
Ни фәтүә яҙыуҙан?
…Атла, итегеңде һаҡла,
Ер өҫтө тулы туҙан.
Хәсән Назар туған телде данлап та, уны яҡлап та, ҡәҙерләп тә шиғырҙар яҙа. Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов кеүек аҫыл заттарҙың фекерҙәрен дауам итеп, әҙип туған телен оло бер хазинаға тиңләй (“Хазина” шиғыры). Ши­ғырҙағы лирик герой – үҙенең туған телен данлаған, уның яҙмышы өсөн борсолған, үҙ телендә аралашып, ижад итеүе менән ғорурланған илһөйәр рухлы шәхес. Ул туған телдә ижад итеп, халыҡ ихтирамын яулауы, шуның менән бәхетле булыуы өсөн ҡыуаныс кисерә:
Ҡыуанам – моңло ҡәүемдең
Бер улы булған өсөн.
Күңелемә тел ҡеүәһе,
Һүҙ моңо тулған өсөн.
Хәсән Назар ижадында, ғәҙәттәгесә, шиғриәт көсө, шағирлыҡ асылы хаҡында шиғырҙар иғтибарҙы йәлеп итә. “Әлбиттә” тигән шиғыр шуға миҫал. Бында батша – шиғыр – әҙип рәүешендәге бәйләнешкә оло мәғәнә һалынған. Батша һынлы батшалар уҡығас, шиғри һүҙҙең ҡөҙрәте, ҡим­мәте аңлашыла инде. Әммә ана шул шиғырҙарҙы ижад итеүсене ғәҙел баһалай алһа ғына батшалар ысын батша була икән. Ситләтелгән мәғәнәлә әйтелһә лә, шул аңлашыла: һәр заманда ла ысын ижадсыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаһын алырға тейеш.
Һәр кемгә мәғлүм: бар яҙған нәмә шиғыр тигән һүҙ түгел. Шиғыр ул – ысын ижад емеше, тыумыштан бирелгән һәләт һө­ҙөмтәһе. Һүҙҙәрҙән үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеү – бик һирәктәрҙең генә ҡулынан килә торған эш. Хәсән Назар шиғриәттә ҙур уңыштарға өлгәшеүҙең серен ошола­йыраҡ аңлата:
Тик шулай өлгәшә шағир
Һүҙҙең бит ысынына –
Бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ
Ҡунһа рух асылына.
Бында “бөркөтлөк” әйтер һүҙҙең үткер­легенә, тапҡырлығына, тәрән мәғәнәле­легенә ишаралаһа, ә “һандуғаслыҡ” поэтик образлылыҡты аңлата булыр.
Кем ул шағир, нимә ул образлылыҡ, нимә ул шиғриәт тигән һорауҙарға түбән­дәге дүрт юллыҡтан да шәп яуап табыл­маҫ:
Шулмы икән әллә илһам көсө,
Шулмы шағир ысын-ысындан –
Һыҙып эстән, әрнеп яҙғанда ла,
Ҡояш уйнай ҡәләм осонда.
Йомғаҡлап әйткәндә, Хәсән Назар шиғриәте бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә тос урынды биләй. Әҙип халҡым тип йә­шәй, халҡым тип ижад итә. Ана шуға күрә уның һәр бер әҫәрендә халыҡ мәнфәғәт­тәрен ҡайғыртыу беренсе урында тора. Тел байлығы, ижади һәләте, хеҙмәт әүҙем­леге бергә үрелеп, бынамын тигән шиғыр­ҙар донъя күрә. Үҙе әйтмешләй, бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ рухы бөркөлә уларҙан. Артабан да шулай булһын, “ҡояш уйнаһын ҡәләме осонда”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 226

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 223

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244