Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел — ҡорал ул
Тел — ҡорал улХалыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙы адмирал Колчак үҙе менән Себер яҡтарына китергә өндәгәс:
— Һеҙгә мин кәрәк түгел, ә минең телем һәм телемдә тыуған шиғырҙарым кәрәк. Тел һәм шиғырҙарым — ҡорал ул, әммә мин һеҙгә ҡорал була алмайым, — ти.
Халыҡ шағирының был һүҙҙәрен мин Мәжит Ғафури тураһындағы драмама индереп ебәрҙем. Эйе, тел — ҡорал ул. Шулай ҙа уны һаҡлау зарур. Был турала “Башҡортостан” гәзитендә халыҡ шағиры Рауил Бикбай һағышлы кисерештәрен бәйән итте.
Ә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың туған телде һаҡлау, үҫтереү тураһындағы Указы ҙур яңылыҡ һәм хәстәрлек булып яңғыраны.



Ысынлап та, тел — ул тәрбиә, халәт, инсафлыҡ, намыҫ ҡоралы. Уны һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы указ дәүләт ораны булып күҙ алдына баҫты. Уйлап ҡарағанда, был тәңгәлдә борсолорлоҡ урын юҡ түгел. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Совет дәүерендә ҡала радиоһы, Башҡортостан телерадиоко­митетының (элек ул шулай тип атала ине) филиалы булараҡ, башҡортса тапшы­рыу­ҙар ҙа алып бара ине. Власть алмашынғас, ҡала хакимиәте радионы үҙенең бюджетына алды ла изге эш туҡтап ҡалды. Ә бит башҡортса тапшырыуҙарҙы халыҡ “аяғөҫтө баҫып” ҡаршы ала ине. Мин был һүҙҙәрҙе радио редакцияһына ебәрелгән Зәйтүнә Яппарованың хатынан алдым.
Әйткәндәй, республика радиоһының 90 йыллығын билдәләгән көндәрҙә үткәндәрҙе оло ихтирам менән иҫкә алдым, сөнки республика дәүләт телерадиокомитетының өлкән мөхәррире булараҡ, Стәрлетамаҡ радиоһына етәкселек иттем һәм беренсе булып башҡортса тапшырыуҙар индерҙем. Миңә телерадиокомитеттың күренекле етәкселәре Вилләр Дауытов, Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Динис Бүләков дәүерендә эшләү бәхете тейҙе. Улар эшемде күрә белде. “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланылар. Уны радио директоры Рәид Миңлебаев тапшырҙы.
Ә был эшмәкәрлек көтмәгәндә башланды. Вилләр Дауытов мине осратып:
— Әйҙә, беҙгә башҡортса эшкә! — тине.
Ул саҡта мин Стәрлетамаҡ район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй инем. Башҡортса тигәс, шунда уҡ риза булдым, сөнки мин Хрущев районды һәм район гәзите редакцияларын бөтөргән мәғәнәһеҙ ваҡытта эш тапмағанда татарса дубляж гәзитендә эшләп йөрөргә мәжбүр инем.
Вилләр менән танышлыҡ элек тә бар ине. Беҙ Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусы­лар институтында осраштыҡ. Икебеҙ ҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡыныҡ, шиғырҙар яҙа инек, стена гәзиттәре сығарҙыҡ. Беҙгә тиклем бында уҡытыусы булып эшләп киткән Хәким Ғиләжев ойошторған әҙәби түңәрәккә йөрөнөк.
— Стәрлетамаҡтағы радионы башҡорт­са ла һөйләтергә кәрәк, — тине Вилләр Дауытов.
Мин риза булдым. Аҙнаһына биш тапҡыр эфирға сыға инек. Шуның ике көнө тик башҡортса ғына барҙы. Ҡалала халыҡ һаны буйынса башҡорттар 42 мең иҫәп­ләнде, йәғни биштән ике өлөш самаһы. Татарҙар ҙа шул саҡлы ине. Халыҡтың башҡортса тапшырыуҙарға нисек шат­ланғанын һөйләп кенә аңлатып булмаҫ! Ҡалала, телефон кеүек, һәр фатирға радио индерелгән, урыҫсалап әйткәндә, “проводное вещание”. Башҡортса тап­шырыуҙар башланғас, радионөктәләр 140 меңгә етте. Быға тиклем ул 65 мең тирәһе генә ине.
Милләттәштәрҙең эфир ваҡытын көтөп алыуы беҙҙе дәртләндереп ебәрә торғайны. Тапшырыуҙарҙа мин теге йәки был шәхестең биографияһын ғына һөйләп ултырманым. Драматург булараҡ, яҙмыш­тарҙағы көтөлмәгән ҡырҡа боролоштарҙы табып, очерк геройҙарын төрлө һынауҙарға ташлап, унда ниндәй яҙмыштарға дусар булыуы һәм был ҡатмарлы һынауҙы нисек үтеүе, һөҙөмтәлә уның кеше булып ҡалыуы тураһында бәйән итә инем. Уны музыкаль яҡтан биҙәп, йоғонто көсөн арттыра торғайным.
Милләттәштәрҙең радио тапшырыу­ҙарын ихлас ҡабул итеүе йөрәкте йылытып ебәрә торғайны. Бына ошо хаҡта хаттарҙан бер нисә өҙөк килтерергә баҙнат итәм. Заһира менән Мансур Мәхмүтовтар: “Башҡорт телендә радиотапшырыуҙар алып барған хөрмәтле иптәштәр! Был тапшырыуҙар беҙҙең күңелдә наҙлы хистәр уята, тыуған ауылға алып ҡайта һәм бала саҡтағы сихри хистәр ҡосағына сумдыра”, — тигән.
Бына тағы бер хат. Уға Флүрә Йосопова, Булатова, Хәлимова, Ҡотошова, Рәхмә­туллина, Шәңгәрәева, Дәүләтова, Әлмө­хәмәтова, Ғәзиева ҡул ҡуйған. “Беҙ һеҙҙең радионы һәр ваҡыт тыңлап барабыҙ. Бигерәк тә аңлайышлы, ябай тел менән һөйләйһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә!”
Түбәндәге бер хатты иһә пенсионерҙар Зәйтүнә Кинйәбулатова, Миләүшә Латипова, Фарузә Ғәббәсова ебәргән. Татарса яҙылған был хатта былай тиелә: “Һеҙгә белдерәбеҙ шул хаҡта, их, рәхмәт яуғыры, Аҡбашев эшенә килде. Ҡояш һүнде, ай батты тип торғанда, Стәрлетамаҡ ҡала­һына йәм керҙе, ашҡа тәм керҙе, йәндәргә йылылыҡ керҙе”.
“Башҡортса тапшырыуҙарҙы көндәр һанап көтөп алабыҙ”, — ти Ғәлимә Ғөбәйҙуллина. “Башҡортса тапшырыуҙар — йөрәк йылыһы”, — тип яҙа Мөхәммәт Ғабдрахманов.
Ә бына урыҫ телендәге бер хат: “Я, Ярмухаметова Савия Гатаулловна, бывшая медсестра. Мне, и не только мне, а многим очень нравится передачи на башкирском языке. На душе делается хорошо и легко. За все спасибо!” Шундай уҡ хатты Тәнзилә Биктимерова, Дания Мирхәй­ҙәрова, Ләйлә Хәбибуллина, Менәүәрә Хәлитова — ғөмүмән, радио тыңлаусы 23 кеше исеменән Фаилә Аҡунаева ла урыҫ телендә яҙып ебәргән. Ә Сәғитова апай (исемен күрһәтмәгән) былай тигән: “Һеҙҙең “Нисек йәшәйһең, пенсионер?” тигән тапшырыуығыҙҙы күҙ йәше аралаш тыңланыҡ. Рәхмәт!”
Бындай рубрикалағы тапшырыуҙар күптәрҙең күңеленә хуш килә ине, сөнки Стәрлетамаҡ халҡының өстән бер өлөшө пенсионерҙар бит. “Туған телдә һөйлә­шеү йөрәк менән һөйләшеүгә тиң ул”, — тип пенсионерҙар М. Сәй­фет­динова, М. Йосопова, 3. Богданова, М. Халиҡова һәм башҡалар рәхмәт белдер­гән.
Күренеүенсә, халыҡ үҙ телендә барған тапшырыуҙарҙы яратып ҡабул итә ине. Республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәми­товтың Указы хәҡиҡәтте ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип өмөт итке килә.

Кәбир АҠБАШЕВ,
яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513