Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыумаған, тыуҙырмаған
Минең менән 2005 йылда хажға 73 йәшлек Тәпкилә инәй таяҡҡа таянып барғайны. Хажға барыу ҡыйбат, тиҙәр. Ә ул, Өфөлә ҡала ситендәге өйө янындағы бәләкәй генә баҡсаһында үтемле сәскәләр үҫтереп һатып, хажлыҡ аҡса йыйғайны.
Ике һабаҡ бирҙе ул. Беренсеһе – хажға барырға теләге ҙур кеше хәләл аҡса табыу юлын таба. Икенсеһе – ялҡау булмаһаң, ни үтемле икәнен аңлай белһәң, ус аяһындай ерҙән дә табыш алып була!
* * *
Исламда Аллаһ кеше һынында түгел, “Ихлас” сүрәһендә әйтелгәнсә, тыумаған да, тыуҙырмаған да. Йәғни бәндәүи тәнле түгел. Шуға ла уны бер һында ла күҙ алдына килтерергә ярамай. Ул көллөһөнән бер үҙе, ә беҙ күргән-белгән донъя сиктәрендә генә фекер йөрөтә алабыҙ.
* * *
Бөгөн йола, кейем атамаларын урынһыҙ ғәрәпләштереү ысынлап та аңлашылмаусылыҡ тыуҙыра. Хәҙер бит хатта яулыҡ, мулла тигән һүҙ ҙә бөттө, хижаб, имам тип кенә ебәрәбеҙ...
* * *
Беҙҙең ҡайһы берәүҙәргә, ысын күңелдән динле булыуға ҡарағанда, дин өсөн көрәшәм тип герой булып йөрөү нығыраҡ оҡшай, ахыры.
* * *
Мозг дан человеку не для того, чтобы наполнить пустоту в черепе, а для того, чтобы думать. И он расположен выше сердца. Не сердцем, а головой, наверно, нужно решать дела... Только не очень получается...
* * *
Тормошҡа сыҡҡанда әсәйем баштан уҡ әйтеп ҡуйҙы – үҙең һайланың, үҙе йығылған иламай, уңһаң да, туңһаң да үҙең, әҙәм көлдөрөп айырылып ҡайтып йөрөмә! Табаҡ-һауыт шалтырамай тормай, тышҡа сығарып шалтыратма, тип өҫтәне. Шуға күрә табаҡ-һауытты әсәй яғына шылт та иттермәнем – ҡайҙа ул. Уның өсөн кейәүе иң камил кейәү булды...
* * *
Кейәүгә сығырлыҡ йүнле егеттәр юҡ, ти ҙә яҙалар. Беҙҙең халыҡ, өйләнмәгәндән аҡыл һорама, тип әйткән бит. Өйләнмәй тороп егеттәр шулай бер аҙ еңел-елперәк тә була ул. Өйләнеү – тәртәгә кереү, шунһыҙ – йүгәнһеҙ ат. Өй­ләнмәгән егет – бауһыҙ уймаҡ. Өйлә­неү – көйләнеү. Бына бит күпме мәҡәл-әйтем “йүнһеҙ” егеттәр тураһында! Йүн­һеҙ түгел улар, бары әле тәртәгә кермә­гән. Унан, бик үк килеп етмәгән ере бул­һа, ҡыҙҙың да шундай урындары була ул, хан ҡыҙында ла бармаҡ битендәй миң була, тигәндәр. Камил егет эҙләмә­геҙ, ул һинән камиллыҡ таптырмаҫ! Әллә кем булмағыҙ инде, ҡыҙҙар!
* * *
Яҡуттар үҙҙәрен монгол атай менән төрки әсәйҙән таралған тип һанай. Кеме башҡорттан, кемеһелер татарҙан, ти. Быны миңә уларҙың ғалимәһе Лена Федорова әйткәйне. Мәскәүҙә туй йола­һынан өҙөк күрһәткәйнеләр. Кәләш ҡушылғандың иртәгәһенән иренән башҡаға йоҡа тиренән тегелгән битлекһеҙ күренергә тейеш түгел икән. Ете йыл буйына!
* * *
Йыуанмын тип ҡайғырған бер мыҡты ғына ҡатындан һораным:
– Ауырыйһыңмы?
– Юҡ.
– Хәрәкәтләнергә ҡамасаулаймы?
– Юҡ.
– Атай-әсәйеңдәр нәҙек кәүҙәлеләрме?
– Юҡ...
– Һуң, шулай булғас, нимә тип ҡай­ғыраһың! – тинем. – Тимәк, бөтмөшөгөҙ шулай. Диетаға ултырһаң, бына мин һораған барлыҡ проблемалар көттөрөп тә тормаҫ. Ҡара ана урманға – имән, саған, өйәңке йыуан; тал менән муйыл һығылып тора; ҡарағай һомғол... Баобабты иҫлә... Уны диетаға ултыртып ҡара...
Көлдө рәхәтләнеп. Башҡаса ябығып маташмай.
* * *
Яҡшы һәм насар кейендерелгән бер үк балаға ҡараш тураһындағы социаль роликты ҡарағайным. Мөнәсәбәт кейеменә ярашлы булып сыға – насар кейенгәнен түбәнһетәләр.
Кейем балаға ғына түгел, оло кешегә лә мөнәсәбәтте үҙгәртә ул. Өфөлә ҡый­батлы кейем магазинында һынағаным бар. Арзан ғына итеп кейенеп инһәң, кейем ҡарағанда, уның хаҡы шунса, тип баҡырып торалар, хатта үлсәргә бирмәй маташалар. Арзанлы магазиндарҙа төптө йүнһеҙ нәмәләрен маҡтап тоттороп ебәрергә торалар...
* * *
Һыуыҡ икән, ҡолағыңды йәшер. Кө­рәшеп маташма. Тормошта беҙ йыш ҡына киреһен эшләйбеҙ шул. Был һауа торошона ғына ҡағылмай...
Була көрәшер урын, була яйлашыр урын.

Рубриканы яҙыусы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509