Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло тирмән тынмай тарта...
Оло тирмән тынмай тарта...Тирмән таштары, ғәҙәттә, икәү була, улар ике яҡҡа әйләнә. Шул ҡапма-ҡаршы әйләнеү һөҙөмтәһендә он тартыла. Ҡаршылыҡ тигәндән, Йыһат Солтанов үҙ ғүмерендә гел кәртәләргә осраны, һәр ваҡыт улар менән көрәште. Әҙәмгә ел ҡаршы тигәндәй, уҡығанда ла, хәрби хеҙмәттә лә шулай, ғөмүмән, был донъяға тыуғансы уҡ йәмғиәт уның халҡына ҡаршылыҡтар, бәләләр әҙерләп ҡуйған: граждандар һуғышы, репрессия йылдары...
Үҫә төшкәс, ауылында ла бәхәс­тәргә тарыны, һаман да килешелгән генә тәртиптәргә күнеп йәшәмәне. Йыһат Солтанов бер ваҡытта ла, бер ҡайҙа ла үҙенең ҡараштарын йәшермәй, улар хаҡында трибунанан да, йәштәр йыйынында ла асыҡ әйтә. Ә, белеүебеҙсә, тураһын әйткән туғанына ярамаған.
Әҙәбиәттә лә, ғилми эшмәкәр­ле­гендә лә ул үҙенең фекеренә тоғро булып ҡалды: башҡорттоң үткәнен өйрәнә башлағас, рәсми ғилми йәмәғәтселек менән бәхәскә инде.
Йыһат Солтанов үҙенең “Шәжә­рәм”, “Тәү тәүарих” ише хеҙмәт­тәрендә башҡорт тарихына бүтәнсә ҡарашта булыуын сағылдыра. Әл­биттә, хаталар, ҡайһы берҙә шаштырып ебәргән урыны ла бар, әммә тарихсы Йыһат Солтанов барыбер халҡыбыҙҙың иң бо­рон­ғо тарихын асыу юлында. Мәҫәлән, уның беҙҙең эраға тиклемге тикше­ренеүҙәрен алайыҡ. Ике томлыҡ “Яҡыныраҡ заманалар” тәүарих китабында ул “Ҡошан империяһы” тураһында ла һөйләй. Империя эсендә беҙҙең үҫәргәндәр, йыуаса ырыуы халҡы йәшәгән. Ошо тарихи мәғлүмәт эҙенән барып, эҙәрмән ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәргә юлыға. Ул ғәрәп, урыҫ, ҡытай, византия, әрмән, грек-юнан тарихи яҙмаларына һыл­тана, үҙенсә һығымталар яһай. Бында башҡорт халыҡ ижады ла — етди ғилми сығанаҡ.
...Ошо йүнәлештәге хеҙмәте һө­ҙөмтәһендә былтыр Йыһат Солта­новтың “Шиғырҙар. I том” әҫәрҙәре баҫылып сыҡты, 2006 йылда “Мыр­ҙабулат Сөләймәнов” роман-эҙлә­неүе, бик күп тарихи хеҙмәттәре үҙ­нәшер ысулы менән донъя күрҙе.
Йыһат Әҙеһәм улы – 85 йәшен аша атлаған уҙаман. Башҡорт аҡһаҡалы – ысын мәғәнәһендә халҡының үткән юлын юллаусы, уға мәҙхиә уҡыусы ир-азамат, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Прозаик булараҡ яҙған “Коммунист” әҫәре генә ни тора!
Ошо йәшендә лә компьютеры төбөндә халҡыма һүҙемде етке­рә­йем, уйлағандарым ғәзиз кешеләргә барып етһен тип тибә ҡарт йөрәге. Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның 14 томлығы баҫылыуҙы көтөп ята.
Ә башҡорт уғланы һаман компьютерынан башын ҡалҡытмай. Оло тирмән һаман тынмай он тарта...


Ринат КАМАЛ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512