Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фән өлкәһендә иң яҡшы китаптар
Киров ҡалаһында үткәрелгән “Гуманитар өлкәләге иң яҡшы фәнни китап-2017” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың “Биш китапта һайланма хеҙмәттәр” (“Избранные труды в 5 книгах”) китабы “Тарих; археология; этнография” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Автор һәм китап нәшерләнгән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы диплом менән бүләкләнде. Баҫмаға Н. Ҡолбахтиндың иң әһәмиәтле биш монографияһы ингән. Улар башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың XVI – XVII быуат­тарҙағы тарихына арнала. “Рус бат­шаларының башҡорттарға грамоталары” (“Грамоты русских царей башкирам”) тигән беренсе китапта башҡорттарға Иван IV Хоҡуҡ грамо­таһының һәм башҡа рус батша­ларының һаҡлаусы грамотала­рының күсермәләре баҫылған. “Башҡорт­остандың тау-завод сәнәғәте. XVIII быуат” (“Горнозаводская промышленность Башкортостана. XVIII век”) тип аталған икенсе китапта иһә автор башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең биләмәһен һәм тарихи сиктәрен, төбәктә төҙөлгән тау заводтары һанын асыҡлай, заводтарға характеристика бирә, Рәсәй металлургияһында улар сығарған продукция күләмен, эшсе көсө составын билдәләй.
“Башҡорт мәғдән сәнәғәтселәре Тасимовтар” (“Башкирские рудопромышленники Тасимовы”) тигән исем аҫ­тында донъя күргән өсөнсө китап башҡорт мәғдән сәнәғәтселәре динас­тияһына арнала. “Башҡортостан ха­лыҡ­тарының 1767 – 1768 йыл­дарҙағы Уложенный комиссияға наказдары” (“Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767 – 1768 г.г.”) китабында ХVIII быуат уртаһында Башҡортостандағы этноҡатламдың составы, халыҡтың социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәле сағылдырыла. “Юлай-атаман, сердар Салауат һәм Кинйәабыҙ” (“Юлай-атаман, сардар Салават и Кинзя-абыз”) тигән бишенсе китапта уҡыусы иғтибарына Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Кинйә Арыҫланов кеүек киң танылған шәхестәр, шулай уҡ Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Иҙеркәй Баймәков кеүек аҙ билдәле батырҙарыбыҙ тураһындағы очерктар тәҡдим ителә. Был хеҙмәт үҙ халҡының һәм төбәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға файҙалы буласаҡ.
“Гуманитар өлкәләге иң яҡшы ғилми китап” халыҡ-ара конкурсы 2012 йылдан Мәғарифта инновациялы технологиялар төбәк-ара үҙәге һәм А.И. Герцен исемендәге дәүләт универсаль өлкә ғилми китапханаһы тарафынан үткәрелә.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 1 189

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 1 212

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 1 174

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 1 181

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 1 152

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 382

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 325

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 419

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 350

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 294

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 405

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 414