Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Емеш тирер мәле ғүмерҙең”
“Емеш тирер мәле ғүмерҙең”Ер шарында кешеләр бик күбәйгәс, уларҙың хис-тойғоһо сыуалышын күҙәтеп барыу ауырлашҡас, Аллаһы Тәғәлә яуызлыҡ менән яҡшылыҡты, матурлыҡ менән көнсөллөктө аңлатыр өсөн бәндәләренә һүҙ ҡөҙрәте тигән талант биргән һәм уның орлоҡтарын тупраҡҡа сәскән. Шунан шытып сыҡҡан емеште ауыҙ иткәндәр талантлы һүҙ оҫтаһы булып киткән. Бөгөн бик күптәребеҙ, шул иҫәптән һәләтле гүзәл заттарыбыҙ ошо серле емеште тәмләп ҡарағандай, ижад менән мәшғүл. Шундай илаһи заттар араһында ил инәһе йәшенә еткән ижади ҡомарлы әҙибә, башҡорт әҙәбиәтендә үҙе бер күркәм донъя, юйылмаҫ биҙәк, ошо рухи донъяға йәм, ырыҫ, ҡот биреүсе яҡты яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.

Үҙәк китапхананың уҡыу залында арҙаҡлы, хөрмәтле яҡта­шыбыҙ, күренекле яҙыусы, талантлы журналист, һәләтле тәржемәсе, егәрле эшҡыуар, Баш­ҡортостан Яҙыусылар һәм СССР Журналистар союзы ағза­һы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ға­рипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемен­дәге халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе Гөлсирә Ғиззәтуллинаның матур ғүмер байрамына арналған “Емеш тирер мәле ғүмерҙең” тип исем­ләнгән сағыу ижад кисәһе үтте. Байрамға, һүнмәҫ ижады менән халыҡ һөйөүен яулаған әҙибәнең ҡәләменән ҡойолған яңынан-яңы юл нурҙарын, әҙәбиә­тебеҙ асманын ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән балҡытыуын теләп, яҡташыбыҙҙы иҫтәлекле ғүмер мәле менән ҡо­тларға һәм изге теләктәрен әйтергә тип, ҡәләмдәштәре, рухташтары – “Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рир урынбаҫары, талант эйәләре Әхмәр Үтәбай, прозаик, “Шоңҡар” республика йәштәр журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин кеүек рухлы заман­даштарыбыҙ һәм юбилярҙың ижадын үҙ иткән әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.
“Емеш тирер мәле ғүмерҙең”– Тормошто һәр кем үҙ офо­ғонан сығып ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул тоноҡ төҫтәрҙән хасил, ә кемдер матур, баҙыҡ, сағыу яҡтарын күреп, үҙ донъя­һын һәм тирә-яҡты биҙәп, һоҡлан­дырып, яҡташтарына йылылыҡ, рух ныҡлығы, китапҡа һөйөү, бәхет өләшеп йәшәй. Тап ошондай күркәм шәхестәр башҡа­лар­ҙың да рухын күтәрә, йәшәүҙең ҡабатланмаҫ матурлығын тойорға, күрергә ярҙам итә, – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Зиннәт улы.
Күңеленән яҡты нур һәм ихласлыҡ урғылған Гөлсирә Мирза ҡыҙының әле мул уңышлы, йәмле ғүмер миҙгеле. Бөгөн дә әҙибә йәннәт һулышындай, ожмахтай тыуған ерендә, тормош­тоң шау сәскәле яҙын күреп, үҙе асҡан икмәк бешереү цехында улы Ренат менән дәртләнеп эшләй. Эйе, бар яҡлап та уңған, һәләтле, егәрле ханым нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Беҙҙең халыҡта ундай кешеләрҙе ҡотло ҡул тиҙәр. Тыуған еренән дәрт-илһам, көс-ҡеүәт алып ижад иткән һәм йәшәгән юғары зауыҡлы, бай күңелле, тәрән фекерле яҡта­шыбыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның бар булмышы, йәшәү рәүеше, ижади эшмәкәрлеге – күптәр өсөн өлгө. Гөлсирә апай үҙенең бер әҫәрендә тыуған яҡ тураһында: “Йәнтөйәк – йәнең төйәге, күңел йорто. Үҙең ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, үҙ төйәгең булмаһа, йән бо­лоҡһой, сөнки йәнтөйәктә – йән тантанаһы”, – тип яҙҙы. Туған­дарса, йылы, ихлас аралашыуҙар менән һуғарылған рухиәт байрамында яҡташтары әҙибәнең һәр әҫәре күңелдәргә яҡтылыҡ һибеүе, кемделер уйландырыуы йә һиҫкәндереүе, дөрөҫ юл һайларға ярҙам иткән хикәйә, повестарының көтөп алынған рухи бүләк булыуы тураһында һөйләп, уның тынғыһыҙ эшмәкәр­легенә һоҡланыуын, ижады менән ғорурланыуын еткерҙе. Тормошта үҙенең дә, кешенең дә ҡәҙерен белеп йә­шәгән районыбыҙҙың аҫыл ҡа­тын-ҡыҙҙарының береһе, баш­ҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булған Гөлсирә апайҙың әҫәрҙә­рендәге ябай һәм ихлас, төрлө яҙмышлы геройҙары тураһында Нурия Ҡунысбаева, Рәмилә Юлдашбаева, Рәмзилә Ҡолғарина, образға инеп, яҙыусының төрлө хикәйәләренән өҙөктәр һөйләп ишеттерҙе. “...Ысынлап та, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижадына хайран ҡалырһың! Уның хикәйәләрендәге яҙмыштар, әйтерһең, күңелгә үтеп инә лә башҡалар миҫалында үҙеңдең йәшәйешең, эштәрең, ҡылыҡ­та­ры хаҡында уйланырға мәжбүр итә”, – тип фекерҙәрен һәм ихлас теләктәрен еткерҙе Ф. Сәфәр­ғәлина, З. Аҡбутина, М. Тү­лә­баев, Н. Юлдашбаев, С. Фазлыев, З. Иш­мырҙина, Ф. Йосопова кеүек рухлы замандаштарыбыҙ. Байрамды ҡабат­ланмаҫ халыҡсан, моңло тауыштары менән байытып, Ф. Ҡолсурин, Р. Дәү­ләтбәков, башҡорт гимназия-интернаты ҡыҙҙары, ағинәйҙәр ҡоро дәртле йырҙар аша Гөлсирә Мирза ҡы­ҙына ҡотлау сәләмдәре юлланы.
Бар яҡтан да һәләтле, тырыш, егәрле, көслө ихтыярлы әҙибәнең йәненә йәшәү ҡуҙы өҫтәгән өс ҡәҙерле усағы бар: береһе – һөйөклө балалары, икенсеһе – ғүмер буйы яратып башҡарған эштәре, өсөнсөһө – яратҡан шөғөлө, әҙәбиәт донъяһы. Киләсәктә лә ошо өс усаҡ, бер бөтөн булып, Гөлсирә апайҙың күңеленә һиллек, тормошона дәрт, яңы үрҙәргә талпынырҙай көс-ҡөҙрәт биреп торһон. Әҙәбиәт тигән сихри киңлектә күптән инде үҙ һуҡмағын, үҙ тауышын, үҙ юлын, үҙ асылын тапҡан, күңелдәребеҙҙе нур, рух тигән изге төшөнсәләр менән һуғарған бәхетле әҙибәгә ғүмер һуҡмаҡтарында бәрәкәтле тормош, сағыу, яҡты йондоҙҙар юлдаш булыуын, ижад ҡомарының бермә-бер артыуын, ҡәләм тотҡан ҡулының талмауын, китап уҡыусы дуҫтарын күркәм әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.
З. РАХМАНҒОЛОВА.

Ейәнсура районы.

* * *

Ейәнсурам бай талантҡа,
Шәхестәр үҙ иткән төйәк.
Тауҙай хеҙмәт – эшең хөрмәт,
Ябайлығың үтә бөйөк!
Табаҡ-табаҡ аҡ ҡағыҙҙа
Барҙыр кеүек дауа көсө!
Туңған йәнде иретерлек,
Һинең ҡулда – тыным көсө!

Фәүзиә ЙОСОПОВА.


***
– Мине өс ҡатын-ҡыҙ таң ҡалдыра, хайран итә. Өс ҡатын-ҡыҙ, өс шәхес... Тормоштоң бөгөлдәрендә, төрлө һынауҙар алдында ҡалғанда, минең урында улар булһа, ни эшләрҙәр, ни ҡылырҙар ине икән, тип уйлайым да йәшәүгә көс табам... Уларҙың исемдәре башҡорт әҙәбиәтенә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Кемдәр тиһегеҙме?.. Улар – Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Мәрйәм Бураҡаева. Күптән түгел мин дүртенсе һоҡланғыс шәхесте астым. Ул – Гөлсирә Ғиззәтуллина.
Һәҙиә апай тураһында яҙған хикәйәһе шул тиклем тетрән­дерҙе. Ул ябай ғына ҡатын-ҡыҙ, ябай ғына ижадсы ла түгел. Бала саҡ хыялы булған Африкаға сәйәхәткә сығып китеү, 40 йә­шенә еткәс, сит телдәрҙе өйрәнеп, Европаны гиҙеү, хатта ике йыл Голландияла университетта уҡыу, инде танылған яҙыусы булып өлгөргәс, өйрәнелгән Өфөнө ташлап, тыуған ауылы Иҙәшкә ҡайтып, шәхси эшен асып, хәҙер ҙә шунда йәшәү – былар барыһы күптәрҙең ҡулынан килгән эш түгел. Шундай шәхесте халҡыбыҙға, башҡорт әҙәбиәтенә бүләк иткән Гөлсирә апайҙың әсәһенә ҙур рәхмәт!

Земфира АҠБУТИНА.


***
Гөлсирә апай­ Ғиззәтулли­наның ижадын яратып уҡыйым. Әлбиттә, бөтә әҫәрҙәрен дә уҡып бөтмәгәнмендер. Әммә шуларҙың араһында рухи ихтыяждарымды ҡәнәғәтләндергән бер әҫәре бигерәк тә яҡын. Ул – “Күбәләккә әйләнеү” повесы.
Был әҫәрендә автор әҙәм балаһының Кеше булараҡ үҫеше тураһында уйлана, “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға үҙенең фәлсәфәүи ҡараштарын бел­дерә. Әйтәйек, был турала Көнсығыш фәлсәфәһе лә, шулай уҡ Көнбайыш фәлсәфәһе лә үҙҙәренең ҡараштарын бар­лыҡҡа килтерҙе, бәхетле булыу өсөн үҙҙәренә генә хас юлдарын күрһәтте.
Ә Гөлсирә апайҙың фәл­сәфәүи ҡарашы уларҙыҡына оҡшамаған. Ул үҙенең юлын күрһәтә, ниндәйҙер кимәлдә, үҙебеҙҙең ерлектәге фәл­сәфәне тыуҙыра. Бына шуның өсөн дә уның ҡараштары миңә оҡшай.

Наил ЮЛДАШБАЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509