Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫке Боғаҙының яңы тарихы
Иҫке Боғаҙының яңы тарихыБүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылына юлланабыҙ. Кемдәр йәшәй икән был төбәктә, тип Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә күҙ һалам. Арыҫлан ауыл Советы үҙәге. Сәрмәсән йылғаһы бассейны буйында урынлашҡан. 1906 йылда – 1290, 1920 йылда – 1284, 1939 йылда – 1043, 1959 йылда – 586, 1989 йылда – 496, 2002 йылда – 504, 2010 йылда 547 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар, татарҙар көн итә бында. ХVIII быуат башында Ҡазан даруғаһы Ҡаңны улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Йәнәй улысы Боғаҙы ауылы башҡорттары нигеҙ һалған. 1738 йылда типтәрҙәр килеп урынлашҡан. Электән бында мәсет булған. Аллаға шөкөр, беҙ ауылға барып ингәндә лә манараһы балҡып ҡаршы алды. Тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, телсе ғалим Искәндәр Сәйетбатталов менән Иҫке Боғаҙы ауылы мәктәбе уҡыусылары, Ҡоролтай алдынғылары, уҡытыусылар менән осрашыуға барыуыбыҙ.

Иҫке Боғаҙының яңы тарихыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев сығышын төбәктең уңғандары, тарих, мәҙәниәт менән халыҡты таныштырып торғандарҙы тәб­рикләүҙән башланы. Рида Вәлиева менән Резеда Фәйру­шина – Ҡоролтайҙың, Гөлдәр Һәүбәнова “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Нурислам Мирхәйҙәр улы ошо яҡта тыуған, бөгөн милләт тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар биргән Фәнил Шәриповтың эш­мәкәрлеген ҙурлап телгә алды. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан­дың 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә автономия башында торған һәр шәхестең исемен мәңгеләштерергә кәрәклеген әйтеп үтте. Муллаян Халиҡов исемен йөрөткән урам бар Бүздәктә, әммә эш уның менән генә, әлбиттә, тамамланырға тейеш түгел.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Йәнәй ырыуы башҡорттарының тарихына айырым туҡталды, сөнки бөгөн залда уларҙың вариҫтары ултыра. Ул шулай уҡ үҙе менән ауылдың шәжәрәһе буйынса тарихи яҙмалар ҙа алып килгәйне. Унда халыҡ иҫәбен алыуҙа теркәлгән мәғлүмәттәр тупланған. Кем, ҡасан, нисек йәшәүе, ниндәй милләттән булыуы, нисә балаһы, ҡатыны барлығы ла күрһәтелгән ул.
– Йәнәй ырыуы башҡорттары бында Аҡтаныш яғынан килеп ултырған. Әйткәндәй, Боғаҙы ауылы унда ла бар. “Гәрәй ырыуы башҡорттары” китабына ла ингән йәнәйҙәр хаҡында мәғ­лү­мәттәр, әммә беҙ йыйылған материалды туплап, яңынан улар­ҙың айырым китабын сығарҙыҡ. Алығыҙ, танышығыҙ! – тип тарихсы боғаҙыларға китаптар таратты.
Искәндәр Сәйетбатталовтың сығышын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып тыңланы. Уның, V класҡа тиклем башҡортса бөтөн­ләй белмәй инем, тигәненә хайран ҡалдылар. Бына бит теләк һәм тырышлыҡ ниндәй һөҙөмтә­ләр бирә: бөгөн Искәндәр Рәсүл улы — Башҡортостан юлдаш телеканалының алмаш­тырғыһыҙ алып барыусыһы, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле тапшы­рыуҙар авторы. Ғалим үҙ сығы­шында диалекттар мәсьәләһенә ҡағылды. Ниндәй генә һөйләштә аралашһа ла, әҙәби тел нормаларына тап килмәһә лә, һәр кем үҙенең тарихи тамырҙарын өйрәнергә, донъяның башҡа телдәрен өй­рәнеү маҡсаты менән дә йәшәргә бурыслы, тине ул.
Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә мәктәп уҡыусылары “Ете ҡыҙ” һәм парлы бейеүҙәр башҡарҙы.
Бүздәк районында уңғандар йәшәй. Матур осрашыуға “Алтын ҡаҙ” крәҫтиән (фермер) хужалы­ғы етәксеһе Рафаэль Чанышев та килгәйне. Ул балаларҙы белем алырға, тырыш булырға, тыуған яҡ менән тығыҙ бәйлә­неш­тә йәшәргә өндәне. Ҡыҙҙар­ҙың “Ҡайтарығыҙ гармун тауышын” йыры уның фекерҙәренә лә ауаздаш булды. Кисәлә ҡат­нашҡан Арыҫлан ауыл хаки­миәте башлығы Ирина Зиннә­туллина ла уның әйткәндәрен ҡеүәтләне, ә район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән баш белгес Илмира Кальметьева белем алыуға ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы.
Өлгө алырлыҡ шәхестәре етәрлек боғаҙыларҙың. Радик Фәйезов атлы табип, ғалим хаҡында ишетә белә инем, әммә уның ошо төбәктән булыуына иғтибар итмәгәнмен, күрәһең.
Сараны ойоштороусы, төбәк башҡорттары ҡоролтайын етәк­ләгән Лариса Баймөхәмәтова: “Табип… Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Ул — ябай кеше лә, дауалаусы ла, ә кем өсөндөр Аллаһы Тәғәләнең уң ҡулы ла. Табип һөнәре – ул батырлыҡ. Ул үҙ-үҙеңде аямау­ҙы, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә, тип яҙған Антон Чехов. “Алтын скальпель” эйәһе, районыбыҙҙың даны, медицина фәндәре докторы, профессор Радик Рәдиф улы Фаязов һәм Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе, Башҡортостан­дың атҡаҙанған табибы Мирза­һит Мөсәүир улы Баһауетдинов – мәктәбебеҙҙең йыш ҡунаҡ­тары”, – тип таныш­тырҙы ошо төбәктән сыҡҡан ике күренекле шәхес менән.
Бөгөн тел мәсьәләһенә ҡағы­лышлы икеле фекер йөрөт­кән ата-әсәләр ошо замандаш­та­ры­быҙҙың ҡаҙаныштарына, төпкөл ауылдарҙа үҫеп, урыҫса бер һүҙ белмәйенсә тәрбиәләнеп тә, ана ниндәй ҙур үрҙәргә өлгәшеүенә иғтибар итһен ине. Әйткәндәй, бөгөн Иҫке Боғаҙы мәктәбендә 120 бала уҡый, шуның 20-һе башҡорт телен өйрәнмәй, I һәм Х кластарҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә.
Был йәһәттән райондың туған телдәр уҡытыусылары берләш­мә­һе етәксеһе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина балаларҙың баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыуы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, призлы урындар яулауы хаҡында һөйләне. Беҙҙең өсөн башҡорт теле буйынса олимпиада еңеүсеһе Юлиә Шәфиева менән танышыу бик тә күңелле булды. “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Надежда Царабаева ниндәй матур шиғырҙар яҙа! Гәзитебеҙҙә лә тәҡдим итәбеҙ уларҙы.
Райондың йәш сәсәне, тел ғилеме буйынса конкурс-олим­пиадаларҙа еңеүсе Рәмилә Ғиззә­туллина ана нисек илһам­ланып һөйләне “Урал батыр”ҙан өҙөктө. Шул фекергә инанғанмын һәм тағы ла ҡабатлайым: “Урал батыр” эпосын ятлаған баланың эсенә боронғо милли тарихи ҡот инеп ултыра, һәм ул Күктәр ярҙамы менән был тормошта үҙенең лайыҡлы урынын таба.
Татар теле буйынса район олимпиадаһы призеры, шиғри бәйгеләр конкурсы еңеүсеһе Розалина Миңлебаева, Бәләкәй фәндәр академияһының “Филология” йүнәлеше буйынса еңеү­селәре Гүзәл Хәсәнова һәм Адель Йәнғураҙова, “Тыуған яҡты өйрәнеү” йүнәлешендә еңеүсе Фиҙәлиә Миңнебаева, тарих, биология, география, хеҙмәт буйынса район олимпиадалары еңеүсеһе, төрлө конкурс­тар призеры Гүзәл Аҡылова менән та­ныштыҡ был көндә. Мәктәп уҡыу­сыларының күҙҙәре янып тора, ҡайһы берәүҙәре шәжәрәһен төҙөгән, йырҙары менән хайран итә. “Афарин!” тип ҡайттыҡ беҙ уларға.
Мәктәп директоры Риф Хисаметдинов менән бергә белем усағында асылған музейға аяҡ баҫҡанда, эйе, тарихы бай, шәхестәре күренекле, был ауыл­дың матур киләсәге тап ана шул ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа, башланғыс класс уҡыусыла­рында бит, тигән яҡты уй килде зиһенгә. Шулай була ғына күрһен!

Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506