Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйғор” төҫтәрен балҡыта
“Йәйғор” төҫтәрен балҡыта Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡорт халыҡ ижады үҙәге ойошторған “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры фестивалендә республикабыҙҙан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, күрше Татарстандан 46 коллектив көс һынашты. Учалы районы Уральск ҡасабаһының “Йәйғор” фольклор ансамбле “Иң яҡшы инструменталь башҡарыусы” номинацияһында махсус призға лайыҡ булды.


Районда киң билдәлелек яулап өлгөргән ансамблдең ойошторолоуына ун йыл ваҡыт уҙып та киткән. Уның етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова, төп һөнәре буйынса фельдшер булһа ла, мәҙәниәткә, сәнғәткә, милли йолаларға битараф түгел. Тап ошо сифаттары төркөмдө ойоштороуға этәргес була ла инде. Әлбиттә, уның идеяларын хуплап, күтәреп алып, ваҡыттарын да, дәрт-дармандарын да йәлләмәгән әхирәттәре булмаһа, был эш килеп тә сыҡмаҫ ине.
— Бөгөнгө көндә 16 фекерҙәшем бар, уларҙың 11-е – данлыҡлы “Ләйсән” ансамбленең ветерандары. Яйлап төркөмгә, ҡыуанысҡа күрә, йәштәр ҙә өҫтәлә, ғөмүмән, беҙгә теләге булған һәр кем йөрөй ала, ә ҡасабабыҙҙа йырлай, бейей белмәгән кеше бик һирәк. Милләтебеҙҙең онотола барған йолаларын тергеҙеү, уларға яңы һулыш өрөү, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыу – бына ошо инде төп маҡсатыбыҙ, — ти Сәрүәрә Хәлиҙәр ҡыҙы.
Ойошторолоуҙарының тәүге йылдарында төркөм ҡасабала “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Теләккә сығыу” кеүек йола байрамдарын ойоштора, һуңғараҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙа сығыш яһай башлайҙар, ә бөгөн район кимәлендә уҙғарылған бер генә һабантуй ҙа, фестиваль, концерт-тамашалар ҙа уларһыҙ уҙмай. Һуңғы йылдарҙа республика кимәлендә лә танылыу яулай башланылар.
Былтыр, мәҫәлән, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалендә беренсе урынға лайыҡ булдылар. “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, фольклор төркөмдәре араһында алдынғылыҡты яуланылар. “Ләйсән”дең ветераны, төркөм солисы Финзирә Солтанова тәҡдиме менән яҡташтары, билдәле балетмейстер Рәйес Низаметдинов һалған “Кейеҙ баҫтым кейемгә” тигән бейеү менән беренсе турға сығалар. Ә икенсе турға Рәйес Йәүҙәт улы “Өмә сәйе” тигән бейеү ҡуя.
Беҙгә, залда ултырып ҡына ҡул сапҡан йәки зәңгәр экрандан ғына ҡараған тамашасыларға, барыһы ла еңел кеүек тойола. Ә уйлап ҡараһаң, бер бейеүҙе сәхнәгә сығарыу өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ, илһам, дәрт, фантазия кәрәк. Ә “Йәйғор”ҙарҙа был сифаттарҙың барыһы ла бар.
— Беренсе бейеү өсөн кейеҙҙән камзулдар, тупыйҙар баҫырға кәрәк ине. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, был шөғөлдөң серҙәренә өйрәтте. Ә икенсе бейеүҙе конкурсҡа сығарыу өсөн бөтә район менән әҙерләндек тиһәм дә, хата булмаҫ, сөнки сценарийға ярашлы биҙәкләп кейеҙ баҫыу шарт ине. Һарыҡ йөнөн табыуы ҡыйын, халыҡ кәрәге юҡ тип көҙгө йөндө ташлай икән. Төркөм ағзалары ғына түгел, эштәге коллегаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ ҙа эҙләште материалды. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр бит. Таптыҡ. Барыһы ла тиерлек йөндө бушлай бирҙе. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә һәр эштә – йөн тетеүме, һыу ташыумы, ҡайнатыумы – бөтәһе лә берҙәм ярҙам итте. Ғөмүмән, шарттар булһа, кейеҙ баҫыу күңелле, мауыҡтырғыс шөғөл икән, әммә бер кешенең эше түгел. Боронғолар уны белмәй өмә яһап баҫмағандар шул, — ти Сәрүәрә Хәлиҙәр ҡыҙы.
Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу, кейеҙ баҫыу – ул үҙе бер сәнғәт, тиҙәр. Һарыҡ йөнөнән яһалған әйберҙең һаулыҡҡа файҙалы икәнлеге күптән билдәле. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә Учалы ерендә был кәсептең популяр шөғөлгә әйләнә барыуында “Йәйғор”ҙарҙың да өлөшө ҙур.
— Ә Стәрлетамаҡҡа ниндәй “күстәнәс” менән барҙығыҙ? — тип һорайым әңгәмәсемдән.
— “Сиккәндәрем — бирнәгә” тип аталған “Кис ултырыу” милли йолаһы күренешен әҙерләнек. Йәш быуындың, башҡорт булыуынан оялған ҡайһы берәүҙәрҙең күңелдәрендә милләтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыу өсөн халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, изге йолаларын, һөнәр үҙенсәлектәрен, әҙәп ҡағиҙәләрен, туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнешен, килен-ҡәйнә мөнәсәбәтен Тиләү ырыуына хас милли кейемдә, диалект телмәрендәге диалог аша милли музыка ҡоралдары, мөнәжәт, бейеү ярҙамында халҡыбыҙҙың күркәм ысын булмышын ҡылыҡһырлау ине маҡсатыбыҙ. Әйткәндәй, баҫҡан кейеҙҙәребеҙҙең бында ла кәрәге тейҙе, беҙ уларҙан сәхнә түренә башҡорт тирмәһен эшләп ҡуйҙыҡ. Шөкөр, 10 минутҡа һуҙылған сығышыбыҙҙы тамашасы ла, баһалама ағзалары ла бик йылы ҡабул итте.
— Барығыҙҙың да ғаиләләре, йәшерәктәрегеҙҙең төп эштәре бар. Ҡасан әҙерләнеп өлгөрҙөгөҙ? — тип һорайым, ғәжәпләнеүемде йәшермәй.
— Конкурсҡа әҙерлек ғинуар айында “Йәйғор” фольклор ансамбле өсөн Рәйес Низаметдиновтың “Ҡумыҙҙар менән бейеү” һалыуынан башланды. Тиләү ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡасандыр яратып кейгән тәңкәле камзулында бейербеҙ тип ҡыштан уҡ камзулдар тегә башлағайныҡ. Сценарий өҫтөндә эшләгән мәлдә әхирәттәрем матур итеп күлдәктәр ҙә тектереп алды. Сценарийҙы күмәкләп кәңәшләшеп, конкурстың шарттарына ярашлы итеп әҙерләргә тырыштыҡ, тик көҙгө эштәр күбәйеп китеү сәбәпле, репетицияларҙа өҙөклөктәр булды. Шулай ҙа тәүәккәлләп район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ярҙамында Стәрлетамаҡҡа юл тоттоҡ. Барыуыбыҙға бер ҙә үкенмәйбеҙ! Шундай мәртәбәле конкурста ҡатнаштыҡ. Күпме сағыу сығыштарҙы тамаша ҡылдыҡ. Ниндәй матур күргәҙмәләр күрҙек, оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ. Арҙаҡлы шәхестәр менән күҙгә-күҙ ҡарап аралаштыҡ, фотоға төштөк. Башҡаларҙы күреп, үҙебеҙҙе күрһәтеп, ыңғай тәьҫораттар, дәрт алып, сәмләнеп, иҫән-һау йөрөп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр!
Киләсәккә пландары менән дә ҡыҙыҡһындым ансамбль етәксеһенән.
— Артабан да сценарий, костюмдарҙы урынына еткереү, камиллаштырыу өҫтөндә көс түгәсәкбеҙ. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Тимәк, милли тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә, үҫтереүгә иғтибар тағы ла артасаҡ. Ошо изге эшкә аҙ ғына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерһәк, үҙебеҙҙе сикһеҙ бәхетле тойор инек.
...Күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып, дәрттәре ташып торған был ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. “Йәйғор”ҙоң киләсәктә төҫтәрен тағы ла сағыуыраҡ балҡытырына шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 227

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244