Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала күңелендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алһаҡ...
Балаларының туған телде белмәүе, ата-әсәләрҙең быға ҡарата битарафлығы телдең, тимәк, халыҡтың киләсәген хәүеф аҫтына ҡуя. Был хәл кисекмәҫтән һәм етди эш алып барыуҙы талап итә. Ошо маҡсатта ҡалабыҙҙың “Төмәнәк” ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәгендә “түңәрәк өҫтәл” үтте.


“Тел – милләт көҙгөһө” тигән темаға ойошторолған был сара Туймазы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Д. Арыҫланова, Башҡортостан татарҙары конгресының Шаран районы ижтимағи ойошмаһы рәйесе З. Сәләхов, Туймазы ҡалаһы һәм районының башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар ҡатнашлығында үтте.
Сараны ижтимағи үҙәктең етәксеһе Туймазы педагогия колледжының юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты И. Латипова алып барҙы. Ул, “түңәрәк өҫтәл”де асып, көнүҙәк һорауҙар менән таныштырҙы һәм Дилә Мөхәмәт ҡыҙы Арыҫлановаға һүҙ бирҙе.
– Баланың туған телен өйрәнеүенә төплө нигеҙ, тәү сиратта, мәктәптә һалына. Шуға күрә был йәһәттән туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үтә лә етди эш йөкмәтелгән, сөнки балаларҙың теге йәки был фәнде өйрәнеү теләге уҡытыусының үҙ дәресен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштора белеүенән тора, – тине Дилә Мөхәмәт ҡыҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. – Бынан тыш, ата-әсәләр менән дә туған телде өйрәнеү кәрәклеге буйынса дөрөҫ аңлатыу эше алып барырға бурыслы ул.
Бик фәһемле мәсьәләләр күтәрелде “түңәрәк өҫтәл”дә. Балалар бөгөн йәнле аралашыуҙан ситләшә, үҙ-ара гаджеттар аша ғына хәл белешә, уларға телде өйрәнеү кәрәкме, ҡаланан ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ғына түгел, хатта ауыл балалары ла бөгөн йыш ҡына русса аралаша. Был тенденцияны нисек туҡтатырға, бөгөнгө ата-әсәләрҙең милли үҙаңы ниндәй кимәлдә, балаларына туған тел нескәлектәрен еткерә алалармы? Ҡатнаш ғаиләләрҙәге проблемалар нисек хәл ителә, дәүләт телдәрен уҡытыу методикаһы ниндәй кимәлдә, республика хөкүмәте гранттары ярҙамына ниндәй саралар мохтаж? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарҙы уртаға һалып тикшерҙе тел белгестәре.
Башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары, был сарала айырым бер темаға оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтеп, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Илсембәт урта мәктәбенең юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф. Фәррәхова балаларҙың көндәлек аралашыуында туған телдең бөгөнгө ҡулланылышы тураһында ентекле сығыш яһаны. Ҡала мәктәптәрендә, дәрестә уҡытыусы менән уҡыусы араһында йәнле аралашыу булһа ла, тәнәфескә сығыу менән балалар үҙ-ара урыҫса аралашыуға күсә. Быға нимә сәбәпсе һуң тигән һорауға ла яуап эҙләне мөғәллимдәр. Бында, әлбиттә, беренсе сиратта, Интернет селтәре, телефон, гаджеттар ғәйепле, сөнки мәғлүмәт унда тик урыҫ телендә бирелә. Икенсенән, Берҙәм дәүләт имтихандарына һылтанып, күп кенә ата-әсәләр балаларының туған телдә аралашыуына иғтибар итмәй, киреһенсә, урыҫ теленә өҫтөнлөк биреүе билдәләнде.
1-се мәктәп-интернаттың юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Нурисламова иһә үҙ сығышында мәктәп-интернатта ата-әсәләр менән эшләү, йыйылыштарҙа ошо мәсьәләләр буйынса һөйләшеү алып барылыуы хаҡында һөйләне. Мәктәптә төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙың йыш үткәрелеүе балаларҙың туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы артыуын билдәләне.
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙың һөйләм телмәрен үҫтереүҙә ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланыуы тураһында үҙенең ҡыҙыҡлы эш тәжрибәһе менән 8-се мәктәп уҡытыусыһы К. Хәйруллина уртаҡлашты. Ул сағыу, төҫлө киҫмә һүрәттәр ярҙамында балалар менән ҡыҙыҡлы уйындар аша телде өйрәнеүен оҫталыҡ класында бүлеште. Үҙе ижади эшләгән уҡытыусы ғына балаларҙы төрлө алымдар менән уҡыуға, белем алыуға ылыҡтыра, ҡыҙыҡтыра. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусы уҡытыусылар араһында ысын мәғәнәһендә йәнле һөйләшеү булды. Телем, илем, халҡым тип янған, һәр яңылыҡты күтәреп алған алдынғы уҡытыусылар килгәйне бында. Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы Г. Кәримова яҙыусылар ижадын өйрәнгәндә мәғлүмәти технологияларҙы нисек ҡулланыуын һөйләү менән бер рәттән, сарала ҡатнашыусылар менән дә күнегеүҙәр үткәрҙе. 6-сы мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Бикбулатова иһә кластан тыш эшмәкәрлектә балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү юлдары тураһында һөйләне, эш алымдары менән уртаҡлашты. Һәр ижади эшләүсе уҡытыусы кәрәк тип таныған эш алымдары менән ихлас таныштырҙы.
Бөгөнгө ата-әсәләрҙең туған телде белмәүен әсенеп телгә алды уҡытыусылар. Ундай әсә балаһына ниндәй белем бирә, унан нимә көтөргә мөмкин? Ҡатнаш ғаиләләге балаларҙың телде белеү-белмәүендә мәктәптең роле кеүек мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште уҡытыусылар.
Миҙгелдәр алмашынған кеүек, замана ла үҙгәрә. Кисәге традицион уҡытыу алымдары бөгөн иҫкерҙе, халыҡ йолаларын ҡулланыу урынһыҙ кеүек тойолһа ла, күп кенә уҡытыусылар бөгөн дә халыҡ ынйылары, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр тәьҫирендә балаларҙы телгә ылыҡтырыу юлдарын табыу мөмкинлегенә баҫым яһаны. Мәҫәлән, күп ата-әсәләр, балалары ҡамасауламаһын тип, телевизор ҡаршыһына ултырта ла урыҫса йәнһүрәт ҡуя. Икенселәр иһә телефонда уйнаған балаһына ҡарап ҡыуана, йәнәһе, иламай, шым ултыра. Ә бит баланы урыҫ теленә үҙебеҙ этәрәбеҙ, ылыҡтырабыҙ. Ниңә беҙ урыҫ әкиәттәрен ҡаратҡансы, үҙебеҙҙең башҡорт, татар әкиәттәренең аудиоварианттарын тыңлатмайбыҙ ғәзиздәребеҙгә. Кескәйҙән, йәғни теле асылғандан ҡолағына төймәләр ҡуйып, талғын ғына тауыш менән уҡылған өләсәйҙәр лөғәтенән балаларыбыҙ тыныс йоҡлар, телмәрҙе аңлар, уларҙың теле үҙебеҙсә асылыр ине! Телде белмәгән ата-әсәләрҙең саф туған телдә балаларына әкиәттәр уҡыуы, ай-һай, икеле шул.
“Түңәрәк өҫтәл” ултырышында мәғариф ветерандары ла ихлас ҡатнашты. Улар кисәге менән бөгөнгө мәктәп системаһындағы үҙгәрештәрҙең, айырманың ҙур булыуына хайран ҡалыуын белдерҙе. Бөгөнгө уҡытыусыларға сабырлыҡ, таҙалыҡ, уңыштар теләне.
– Элек беҙгә эшләүе күпкә еңелерәк ине. Бөгөнгө уҡытыусылар ҡағыҙ тултырыуҙан, отчет биреүҙән бушамай, – тип хәүефтәрен белдерҙе остаздар. – Беҙ эшләгәндә дәреслектәр күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, зауыҡлыраҡ ине, бөгөн берҙәм дәүләт стандарты талаптарына яуап бирерлек дәреслектәрҙең туған телебеҙгә файҙаһы аҙ, – тине ветерандар. 1-се мәктәп-интернатта оҙаҡ йылдар эшләгән Ә. Ғарипова, 8-се мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Р. Саръянова, Собханғол, Дуҫлыҡ, Ҡандра ауылдары мәктәптәрендә белем биргән лайыҡлы уҡытыусылар, хеҙмәт алдынғылары Л. Мәүлитйәнова, Л. Фәтхетдинова, Р. Хафизова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы З. Ғарифуллина, Ә. Вәхитовалар бөгөнгө быуын уҡытыусыларына күп кенә кәңәштәрен бирҙе, теге йәки был хәлдән сығыу юлдарын күрһәтте, еңел булмаған эштәрендә артабан да берҙәм булырға, татыу, дуҫ йәшәргә саҡырҙы.
Сығыштар тамамланғас, “түңәрәк өҫтәл” Төмәнәк ауы­лының “Бабай утары”нда дауам итте. Унда уҡытыусыларҙы урындағы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары йыр-моң менән ҡаршы алды. Утар буйлап экскурсия ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар тәмле үлән сәйе эсеп, тағы ла киләсәктә ошолай осрашып торорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә һүҙ ҡуйышып таралышты.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
Туймазы ҡалаһындағы 6-сы мәктәптең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509