Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Миңә лә шундай оркестр кәрәк ине!”
“Миңә лә шундай оркестр кәрәк ине!”“Башҡортостан” дәүләт биг-бэнды — “Sochi Jazz Festival” халыҡ-ара джаз фестивалендә Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективын ошолай тип таныштырҙылар. Өфөләр ошо сарала фестивалдең президенты джазмен Игорь Бутмандың саҡырыуы буйынса ҡатнашты.
— Башта беҙҙе белмәйҙәр ине. Әммә сығыш яһағандан һуң музыканттар ихтирам менән “фестиваль фавориттары” тигән баһа бирҙе, ә Игорь Бутман иһә: “Шәп оркестр, миңә лә шундай коллектив кәрәк ине!” — тине.
– Үҙебеҙҙе Рәсәй кимәлендә һынап ҡараныҡ, — тине биг-бэнд етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов сәфәр һөҙөмтәһе буйынса ойошторолған матбуғат конферен­цияһында.
Өфө артистары диңгеҙ ярында үткән парадта ҡатнашты, фестивалдең төп майҙансығында — “Фестивальный” концерт залында сығыш яһаны. Сочи тамашасылары араһында джаз һөйөүселәр бик күп ине. Олег Ҡасимовтың “Джаз мәҙәктәре” тигән авторлыҡ программаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программала солистар Сиявуш Шермат-заде, Полина Кобец, Екатерина Ямщикова, ҡурайсы Илнур Хәйруллин ҡатнашты. “Көн­сығыш риүә­йәттәре” композицияһында ҡурай менән саксофондың бергә уйнауы тамаша­сыларҙы айырыуса әсир итте.
Олег Ҡасимовтың үҙенсәлекле кескәй музыкаль ваҡиғалары — “Джаз мәҙәк­тәре” проекты 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Бөтә музыканы Олег Ҡасимов яҙған, рус һәм инглиз текстарын Альбина Әхмәт­йәнова ижад иткән.
— Программа бик бай, һәр кем күңеленә хуш килерлек музыканы таба ала. Ҡыҙыҡлы мәлдәр, төрлө стилдәр бихисап. Бында импровизация ла, фанк та, латино ла, классика ла, бибоп та бар, — тине солист Сиявуш Шермат-заде.
Башҡортостан музыканттарының сығышы Сочи телевидениеһы репортажына инде. Коллективтың киләсәккә пландары ҙур, көҙ Өфө джазмендары Екатеринбургта һәм Ырымбурҙа авторлыҡ программаһы менән сығыш яһарға ниәтләй. Шулай уҡ Пермдә оупен-эйр программаһында ҡатнашыу буйынса һөйләшеү алып барыла. Башҡортостан­дың баш ҡалаһы халҡы иһә уларҙы 12 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармония­һының бәләкәй залында күреү мөмкинлегенә эйә. Унда “Свинг корол­дәре” программаһы тәҡдим ителәсәк.
Әйткәндәй, Игорь Бутмандың фес­тивале Сочиҙа 2010 йылдан үткәрелә. Ул элегерәк “Акваджаз” тип атала ине. Сараның географияһы бик киң — Мәскәүҙән, Европанан, Американан музыканттар килә. Фестивалдә танылған музыканттар сығыш яһап ҡына ҡалмай, оҫталыҡ дәрестәре, ижад кисәләре уҙғарыла.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518