Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Серҙәрен асты бауырһаҡ
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районында тәүге тапҡыр “Бауырһаҡ” байрамы үтте. Үҙебеҙҙең милли брендты булдырыу йәһәтенән әлеге сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Республикабыҙҙың дуҫ, татыу йәшәгән күп милләт вәкилдәрен бергә тупланы был көндө халҡыбыҙҙың милли ризығы байрамы. Дәртле йыр, бейеү, уйын-көлкөнән кәйефтәр күтәрелһә, оҫта ҡуллы хужа­бикәләр бешергән бауырһаҡтарҙан күҙҙәр ҡамашты. Ысынлап та, ниндәйе генә юҡ бында уларҙың: баллы, татлы, әсе һәм сөсө ҡамырҙан, тартылған ит менән ҡушып бешерелгәне, төрлө тәмләткес үләндәрҙән эшләнгәне... Уларҙы ла бит әле әллә нисә формала бешергәндәр: түңәрәтеп тә, оҙонса турап та, ҙур һәм бәләкәй итеп тә... Ҡыҫҡаһы, фантазияның сиге юҡ!Серҙәрен асты бауырһаҡ
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Халыҡтар ассамблеяһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте тарафынан ойошторолған милли байрам Темәс ауылында уҙҙы. Сарала республиканың барлыҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Саҡырылған ҡунаҡтар бауырһаҡтар теҙелгән өҫтәл буйлап үтте. Төркмәндән Мөршиҙә Ғәйеп­ҡо­лова үҙе генә лә милли ризыҡтың 16 төрөн бешергән. Уларҙы гәзиттән үрелгән кәр­зиндәргә тултырып һалыуы ла бик үҙенсәлекле ине.
– Ошоларын – ҡәйнәмдән, ә быларын әсәйемдән өйрәнеп ҡалдым, – тине Мөр­шиҙә апай, бауырһаҡтары менән таныштырып. – Ҡамырҙы туңдырылған йомортҡа һәм иретелгән һары май менән баҫам. Әйҙәгеҙ, ашап ҡарағыҙ...
Ысынлап та, тәмдәре лә бер-береһенән айырыла ине. Ҡунаҡтар быға сикһеҙ һоҡла­ныуын белдерҙе. Оҫта ҡуллы был ханым “Иң шәп бауырһаҡ” номинацияһында алдынғылыҡты бирмәне.
Милли ризығыбыҙҙы матур итеп биҙәп сығарғаны өсөн “Иң күркәм бауырһаҡ” номинацияһында еңеү яулаған Миңлегөл Ҡужәхмәтова иһә – Өмөтбай ауылынан. Совхоз ашханаһында 20 йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләгән. Ул бауырһаҡ өсөн йомортҡаларҙы күперткәнсе туҡырға кәңәш итте. “Шул осраҡта ғына ризыҡ күпе­реп бешәсәк”, – тине ул. Бауырһаҡ­тарҙы дүрт йәшлек ейәне Самирҙың йыры һәм шиғырҙары аҫтында әҙерләгән Таңһылыу Сөнәғәтованың эше (Түбәнән) “Креатив бауырһаҡ” исемен яуланы. Малай өләсәһе бешергән бауырһаҡты данлап, ҡунаҡтар­ҙың кәйефен күтәрҙе. Темәстән Мәрйәм Усманова ла милли ризыҡты үҙе генә бел­гән рецепт буйынса әҙерләп алып килгәйне. “Ҡупшы бауырһаҡ” номинация­һын бушҡа ғына яуламаны ул! “Рекордсмен бауырһаҡ” номинацияһында еңгән Темәс һылыуы Фәү­зиә Әбсәләмова – Ишембай ҡыҙы. Мил­ли ризыҡты ул әсәһенән өйрәнгән рецептҡа баймаҡтарса оҫталығын ҡушып, бар күңелен һалып әҙерләгән. “Ысын ба­уыр­һаҡ һалҡын майҙа бешергә тейеш”, – тине ул. “Алтын ҡуллы хужабикә” номи­нацияһында билдәләнгән Зәйтүнә Сәли­хова (Темәс) иһә боронғоса ысулды ҡулланыуы менән өҫтөнлөк алды. Серҙәрен асты бауырһаҡ
Ҙур байрамдан Темәс ауылының “Йәй­ғор” балалар баҡсаһы коллективы ла ситтә ҡалмаған. Ете йәшлек тәрбиәлә­неүселәре Элиза Әбсәләмованың “Бауыр­һаҡ” бейеүе бөтәһен дә хайран итте. Ҡунаҡтар “Йәй­ғор”ҙарҙың күстәнәсен юғары баһаланы. Уларға “Супер бауырһаҡ” номинацияһында еңеү насип булды.
Гөлдәр Изибаева, ҡамырға төрлө эслек­тәр һалып бешергәнлектән, “Иң татлы ба­уырһаҡ” номинацияһында өҫтөнлөк алды. Тарттырылған ит менән әҙерләнгәнен “Ҡырым бауырһағы” тип аңлатты ул. Шулай уҡ укроп, йәшел һуған ҡушып та бешереп килтергәйне.
Бауырһаҡтарҙы тәмләп ҡарарға ғына түгел, ә бешерергә өйрәнергә теләүселәр өсөн Таһирҙан Сафия Әсәнова ошонда уҡ, асыҡ һауала, янып торған усаҡ өҫтөнә ҡаҙан элеп, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уға килене Гүзәл менән ейәнсәре Алтынай ярҙам итте. Сафия инәй онға ҡатыҡ, йо­мортҡа, сода, тоҙ һәм шәкәр ҡушып, йом­шаҡ итеп ҡамыр баҫып, йәйеп, ваҡ ҡына итеп ҡырҡып сыҡты. Ҡәйнәһе әҙерләгәнде көтөп торған Гүзәл уларҙы ҡайнап һыуынған майға төшөрә һалып, болғатып бешереп тә алды. Өләсәһе менән әсәһенең эшен ентекле күҙәтеп торған Алтынай бауырһаҡтарҙы беренсе булып тәмләп тә өлгөрҙө. Уға ҡунаҡтар ҙа ҡушылды... Серҙәрен асты бауырһаҡ
Бауырһаҡ бешереүҙә һәр хужабикәнең үҙе генә белгән сере бар. Ныҡышып һораған осраҡта ла, улар уртаҡлашмай, иң төп нескәлеген әйтеп бөтөрмәй. Ләкин был көндө бәйгелә ҡатнашҡан апай-инәйҙәр барыһын да асып һалып, тәмлекәсте бешереү серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Серҙәрен асты бауырһаҡ
Бауырһаҡ – башҡорт халҡының милли аш-һыуы. Ул иң ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырылғанда – байрамдарҙа, туйҙарҙа, аяттарҙа – байрам өҫтәленең түрен биҙәй. “Беҙҙә, сыуаштарҙа, бауырһаҡҡа оҡшаш татлы итеп бешергән аҙыҡ бар”, – тине сарала Ҡырмыҫҡалы районы Һыуыҡ-Шишмә ауылындағы Сыуаш тарих-мәҙә­ниәт үҙәгенең баш белгесе Светлана Матвеева. “Бауырһаҡты беренсегә ашап ҡараным, бик тә оҡшаны, – тине Стәрле­тамаҡ районының Золотоношка ауылынан украин тарих-мәҙәниәт үҙәге мөдире Зинаида Карюгина. – Программа бик тә бай булыу сәбәпле, рецепттарҙы яҙып алып өлгөрмәнем. Интернеттан эҙләрмен инде”. “Беҙҙең бауырһаҡ “пюктюш” тип атала һәм ул таралып тора, – тине Мишкә ауылын­дағы мари тарих һәм мәҙәниәт үҙәгенең баш белгесе Алексей Ибулов. – Ә һеҙҙә бауырһаҡты бал менән ҡатыралар икән”.
Сараның икенсе өлөшө байрамса биҙәлгән сәхнәлә дауам итте. Был көндө халыҡтар дуҫлығына дан йырланды. Урал аръяғы райондарының фольклор төр­көмдәре башҡорт йолаларын күрһәтте. Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура район­дарынан, Сибай ҡалаһынан фольклор төркөмдәре сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө. Баймаҡтан ғына ла алты ансамбль ҡатнашты. Төркөмдәргә айырым урындар бирелде, уларҙың барыһы ла номинацияларҙа билдәләнде.
Бауырһаҡ байрамы, ысынында ла, халыҡтар дуҫлығы сараһына әйләнде. Милли колорит менән һуғарылған чечен, үзбәк, ҡырғыҙ, мари, сыуаш, тажик, татар, украин милләттәре вәкилдәренең сығыш­тары осрашыуға матур биҙәк өҫтәне. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән тарихи-мәҙәни үҙәктәр, милли-мәҙәни ойошмалар ағзалары ла сәхнәгә күтәрелде. “Хеҙмәт” стадионына йыйылған халыҡ күңел һыуһынын ҡандырыу өсөн яңғыраған дәртле йыр-моң аҫтында ойошторолған төрлө спорт ярыштарында ла ҡатнашты. Батырҙар майҙанда милли көрәш буйынса көс һынашты. Ҡолғаға менеп бүләк алырға теләүселәрҙән дә оҙон сират теҙелде. Ауыш бағана осона бәйләнгән һарыҡ та үҙенең хужаһын оҙаҡ ҡына көттө. Балалар өсөн дә айырым уйындар ойошторолдо.
Халҡыбыҙҙың бай тарихын, милли үҙен­сәлектәрен сағылдырған, аш-һыуыбыҙға ихтирам, ҡыҙыҡһыныу уятҡан матур сара, һис шикһеҙ, күркәм йолаға әүерелер.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516