Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ кемдәр? Беҙ — мәңге тынғыһыҙҙар!
Беҙ кемдәр? Беҙ — мәңге тынғыһыҙҙар!Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм тағы ла байтаҡ исем-дәрәжәгә лайыҡлы дуҫым-һабаҡташым Әхмәт Сөләймәнов 2003 йылда минең тормош, ижад портретымды төрлө яҡлап ентекләп асҡан “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” исемле китабын нәшер итте.

Уйҙарыбыҙ ҙа, алдағы план­дарыбыҙ ҙа ҙур ине. Тик ҡот осҡос хәл – Әхмәт дуҫым көтмәгәндә яҡты донъянан китеп барҙы... Әммә меңәрләгән студенты, һабаҡташтары, зыялылар, туған-дуҫтары уны һис ҡасан иҫенән сығармаҫ, онотмаҫ. Магнит кеүек үҙенә тартып торған аҡыл, фекер эйәһе ине дуҫым. Шулай ине һәм шулай булып йөрәк-күңелебеҙҙә ҡаласаҡ.
Әлеге минең китап хаҡында һүҙ барғанда, Әхмәт менән берәй фекерҙә килешеп етмәһәк, һинеке лә дөрөҫ, минеке лә шуға яҡын, тибеҙ ҙә, әйҙә, һөйләшкәнсә эшләйек, тип дауам итәбеҙ. Икебеҙ ҙә 1939 йылда тыуғанбыҙ: Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – 15 мартта, ә мин – 17 сентябрҙә. Бер хәбәрҙе кисә бер төрлө һөйләһә, икенсе көндә бөтөнләй үҙгәртеп еткерер минең йәштәш ауылдаш бар ине. Ниңә улай­таһың, тиһәң, мин 39-сы йылда тыуғанмын, был йылғыларға ярай ул, ти. Әхмәт дуҫҡа шул хаҡта һөйләгәйнем, ул рәхәтләнеп көлдө лә, әйҙә, беҙ ҙә шулай итәйек, тине. Мин дә килештем, атай малын бүлешмәйбеҙ бит. Ошонан һуң кем алдан әйтә, икенсебеҙ, дөрөҫ, ти ҙә ҡуя.
Ҡайтҡас уйланып яттым да 1939 йылғылар тураһында “Һеҙ кемдәр?” исемле шиғыр яҙҙым. Бына ул:

“Һеҙ кемдәр?” тип һораһағыҙ,
Беҙ — утыҙ туғыҙлылар...
Был хаҡта бар ишеткәндә
Йылмайып ҡуйыусылар:
Йәнәһе, аҡыл яғынан
Нисек һуң был йылғылар?..
Маҡтаныу түгел — хәҡиҡәт:
Бөгөн бөтә тарафтарҙа
Донъя терәге улар!
(Уның терәге булалмай
Аҡылы быуынһыҙҙар).
Был йылғылар — һуғыш утын,
Шыуышыуҙан, аяҡ өҫтө
Баҫып ҡаршылаусылар,
Алабута оно ашап,
Бирешмәй ҡалыусылар.
Ҡаяға тешен батырып,
Гел үргә барыусылар.
Таланты менән донъяны
Хайранға һалыусылар.
Әммә баштары әйләнмәй,
Үҙ булып ҡалыусылар.
Донъяға иң кәрәк мәлдә
Ваҡытлы тыуыусылар!..
“Һеҙ кемдәр?” тип һораһағыҙ,
Беҙ — мәңге тынғыһыҙҙар,
Ғорур йылмайып әйтәбеҙ:
Беҙ — утыҙ туғыҙлылар!

Дуҫым Әхмәт Сөләймәнов, мәғлүм булыуынса, 1972 – 1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, унан доцент вазифаһын баш­ҡарҙы. Ошо осорҙа “Башҡорт халыҡ ижады”ның күп томлығын туплап баҫтырып сығарҙы. 2002 йылда уны Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡорол­тайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе итеп һайланылар...
Арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән һоҡланғыс шәхес, башҡорт халҡы өсөн янып йәшәгән, миллә­те­беҙҙең бейеклеген-бөйөклөгөн тағы ла бер баҫҡысҡа күтәргән саф күңелле, тоғро йөрәкле кеше ҡәүемебеҙ ғорурлығы булып беҙҙең арала йәшәне, мәңге йәшәйәсәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244