Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асылымды таптым...
Асылымды таптым... Уҡыусым Наилә Нәжип ҡыҙы Хәмбәлиеваның тәүге шиғырҙар йыйынтығы тап шулай атала. Ысынлап та, шулай булһа ярар ине, тигән уй менән уҡыусымдың миңә бүләк иткән китабын астым, әҫәрҙәрен иғтибар менән, күңелемә кинәнес табып уҡып сыҡтым. Наилә, ысынлап та, үҙ асылын тапҡан, образлы фекер йөрөтә белгән, һүҙҙең бәҫен тойған, һәр һүҙҙе урынлы ҡуллана белгән өлгөргән шағирә, һүҙ оҫтаһы, тигән фекерҙәмен. Был фекерҙе шағирәнең китап туйында ла билдәләнеләр.
Әйткәндәй, Наилә Хәмбәлиеваның ижадына бағышланған шиғриәт байрамы тап ошо көндәрҙә Учалы районының үҙәк китап­ханаһында үтте. Байрамды Учалы яҙыусылар ойошмаһы, Учалы үҙәк китапханаһы хеҙ­мәт­кәрҙәре, шағирәнең ауылдаштары ойоштор­ҙо. Шиғри байрамда Учалы, Белорет, Магни­тогорск ҡала­ларынан килгән яҙыусылар ҡат­нашты. Әҡлимә Сафина, Рәсих Лоҡманов, Спар­­так Ильясов, Фәрит Хәсәнов, Шәһүрә Әхмә­ҙиева һәм саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһап, Наиләнең шиғырҙарына юғары баһа бирҙе. Авторҙың һүҙҙәренә көйҙәр яҙыусы И. Йома­ғу­жин, И. Жамалов, Ф. Хәсәнов, Ә. Ханов, Р. Фаз­лет­диновтарҙың йырҙары кисәгә йәм өҫтәне.
Наиләнең бала сағы, мәктәп йылдары әле лә минең күҙ алдымда. Класта өс Саҙрыева – Наилә, Зөлфиә, Миләүшә бар ине. Өсөһө лә яҡшы уҡый, әммә Наилә баҫалҡы, тыйнаҡ, уйсан булыуы менән айырылып торҙо. Тәүге йыйынтығына тупланған шиғырҙарында ла тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, уйсанлыҡ бөркөлөп тора. Наилә үҙ асылын шиғырҙарында ла юғалтмаған, халҡыбыҙҙың бай, бәҫле һүҙен урынлы, маҡсатлы ҡуллана белә.
Шиғриәттә “лирик герой” тигән төшөнсә бар. Һүҙ оҫталары үҙҙәренең кисереш­тәрен, һағыштарын, һөйөнөстәрен, әһәмиәтле хәл- ваҡиғаларға ҡарашын ошо лирик герой аша әйтеп бирә, халҡына еткерә. Ә Наиләнең лирик геройы кем һуң? Бына улар:
1. Тыуған ерен, илен, тәбиғәттең һәр миҙгелен яратҡан, унда илаһи матурлыҡты тоя, күрә белгән йәш ҡыҙ.
2. Саф мөхәббәткә дан йырлап, һөйөүенә мәңге тоғро ҡалған һөйгән йәр, ҡатын.
3. Ил, халыҡ, тел яҙмышын хәстәрләй белгән, уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн борсолған олпат шәхес.
4. Улым, балаларым тип утҡа, һыуға инергә әҙер, уларға тәүфиҡ, һаулыҡ, бәхет теләгән изге күңелле әсә.
5. Йәштәргә, кешелеккә кәңәш биреүсе, изге һүҙҙе быуындарға тапшырыусы өләсәй – ил инәһе.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыйынтыҡта тәбиғәт, мөхәббәт, фәлсәфәүи, гражданлыҡ лирика­һына ҡараған уңышлы шиғырҙар байтаҡ, һәм уларҙағы лирик геройҙарҙың үҙ төҫө, теле, характеры бар.
Мин – мин инде... Асылымда ҡатын,
Янған-көйгән, һөйгән-һөйөлгән,
Сәскә атҡан, ғәзиз емеш биргән,
Яҙмыш төйгөсөндә төйөлгән.
(“Бергенәм, тип әйт”)
Ошо юлдар шиғриәткә ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған, үҙ баһаһын, ҡәҙерен белгән, ҡаршылыҡтар аша үткән шәхес килеүен хәбәр итә.
Бер баҡсамды икәү итәйемме,
Йәйғор нурын алып һүтәйемме?
Йәй ҙә үтә, тиеп моңһоуланма,
Алда әле көҙҙөң һуты, йәме.
(“Көҙ ҙә йәмле...”)
Гөлдәремә серем һүтеп керҙем, –
(Ғәҙәтемдә минең – иртән, кис).
Яндарына сүгеп наҙламаһам,
Көнөм көн дә түгел, хисем – хис.
(“Гөлдәрем”)
Гөлдәргә серен һүтә белеүсе ҡыҙ йәй һәм йәйғор нурҙарының матурлығын да, көҙҙөң һутын да, йәмен дә тоя.
Ҡафтауҙы ла күрҙем, диңгеҙ кистем,
Ҡабул булдымы һуң хыялым?
Күҙҙе йомоп, мең мәшәҡәт ташлап,
Сит ерҙәрҙә үтте был ялым.
... Хөрриәте булды ике көнгә,
Өсөнсөгә күңел һағайҙы:
Нисек кенә икән малҡайҙарым,
Хушһынамы минһеҙ һарайҙы?
Ялын үткәргән Ҡафтау, Ҡара диңгеҙ нисек кенә матур һәм ҡунаҡсыл булмаһын, шағирә өсөн йәнтөйәге – ауылынан да яҡын, ҡәҙерле ер юҡ. Йәнтөйәк – рухи ҡанат ҡуйыусы, ижадҡа әйҙәүсе көс:
“...Насип булһын инде артабан да
Сит ерҙәрҙә ҡунаҡ ҡына булып,
Төйәгемде данлап йәшәргә”,
– тигән телә­ген белдерә автор “Йәнтөйәгем” шиғырында.
Быуындарҙан килгән мираҫ булған –
Нигеҙ ҡотон кинйә һаҡлаған.
Был хәҡиҡәт оло бурыс булған,
Бер кем уны кире ҡаҡмаған.
Ниндәй заман килде?
Һәр ҡайһыбыҙ
Тырышабыҙ өлөш алырға.
Бер тин булһын ата милкенән,
Кәрәк, тибеҙ, алып ҡалырға.
Атай нигеҙҙәренең ҡороуы, ауылдары­быҙ­ҙың кәмей барыуы борсой шағирәне. Атай йортон һатып, үҙҙәренә өлөш алырға бәхәсләшкән замана йәштәрен күреп, йөрәге әрней.
Сит-яттарға китә атай йорто,
Ырыу ҡото оса бушлыҡҡа.
Ҡуҙғып ҡуйһа күңел һағышланып,
Өҙгөләнмә, тибеҙ, тик юҡҡа...
(“Нигеҙ”)
Күптәрҙе борсоған, ижад әһелдәренең йөрәген әрнеткән оло проблема күтәрелә. Бик хуп! Ауылдарҙы, атай йортон, йәнтөйәкте һаҡлау һәр кешенең бурысы ла бит... Әммә илебеҙҙә барған, уйлап еткерелмәгән сәйәси һәм иҡтисади реформаларға шағир фекере, шағир йөрәге генә ҡалҡан була алмай шул. Ә ауыл кешеһенә, күпселек ауылдарҙың төп халҡы – пенсионерҙарға ҡаҙ өмәләре, кейеҙ баҫыу, тирмә ҡороу ярыштары, бейеү, йыр, тальян гармун уйнау конкурстарын ҡарау менән хушһынырға ғына ҡала. Былай бара торған булһа, республикабыҙҙың фольклор республикаһы ғына булып ҡалыуы ла бар. Шул һағайта...
Әсә образын бөйөк шәхес, йөрәгенә бар ғаләмдең нурын, кешелектең изгеләрҙән-изге теләктәрен туплаусы илаһи зат итеп күрә шағирә.
Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә,
Бар ғаләмдең нурын йыйнаған.
Һеҙгә генә үҙен бағышлаған,
Күңел наҙын һеҙгә арнаған.
Һеҙҙең уңыш – уға йәшәү көсө,
Һеҙҙең ҡайғы – йөрәк һағышы.
...Тыныс булһын әсә күңелдәре,
Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә.
(“Ожмах”)
Рәнйетмәгеҙ әсәйҙәрҙе –
Күкрәк һөтө ялсытмаҫ...
Ниндәй ауыр булған хәлдә
Тешең ҡыҫып түҙегеҙ.
Бер осҡан һүҙ кире ҡайтмай
Ялынһаң да – белегеҙ.
(“Рәнйетмәгеҙ әсәйҙәрҙе”)
Был шиғыр юлдарында автор Әсәйгә булған мөнәсәбәтте оло быуын кешеһе аша йәш быуынға изге теләк – нәсихәт рәүешендә бирһә, “Улыма”, “Балаларым”, “Тотош ғүмер бала бағыуҙары”, “Үҫмер ҡыҙым”, “Әсә наҙы” шиғырҙарында Наилә Нәжип ҡыҙы, үҙе Әсә ролендә сығыш яһап, әсәйҙең нескә кисерештәрен, балаларына булған эскерһеҙ һөйөүен бына нисек оҫта бирә алған.
Улым, тиеп утҡа инәм,
Ҡыҙым, тиеп һыуға сумам,
Юлдарында ҡый осраһа,
Һурып алып ергә күмәм.
...Көнөм үтә һаулыҡ һорап,
Төнөм үтә тәүфиҡ теләп.
Иман тулы ғүмерҙәре
Үтһен ине бәхет тиреп.
(“Балаларым”)
Улым минең – ҡыйғыр бөркөтөм,
Һөйөүемдең тәүге емеше.
Йөрәгемдең иң түрендә генә
Урын алған барлыҡ булмышың.
...Йәнең теләгәнде йәрең итеп,
Түрҙә булһын һөйөү бишегең.
Туғандарың, дуҫ-иштәрең өсөн
Асыҡ торһон һәр саҡ ишегең.
(“Улыма”)
“Ҡыуанысың миңә ҡанат ҡуя, утҡа һала моңһоу ҡарашың”, – тип фәҡәт әсә булыу бәхетен татыған, бала бағыу һөйөнөстәрен һәм көйөнөстәрен үҙ йөрәге аша үткәргән бай хисле әсә генә әйтә ала.
Шуны ла билдәләп үтке килә: Наилә ялтырауыҡлы яһалма һүҙҙәр эҙләмәй, ә ябай ғына һүҙ биҙәктәре ярҙамында үҙ фекерен бирә белә, уҡыусы күңелен яулай. “Таныш хистәр: ҡосағыма алһам, еҫтәренә дулай йөрәгем”, – тип шәп әйтелгән бит бала баҡҡан әсә хистәре.
Һөйөү-һөйөлөү, мөхәббәткә тоғролоҡ, йәр һайлау, тормош юлдашыңа ихтирам, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү кеүек мәңгелек темаларҙы ла шағирә үҙенсә аса.
Әйҙә, икәү ергә салҡан ятып
Һөйләшәйек әле күк аша.
Һин әйт йондоҙҙарға, улар – миңә,
Бына булыр сихри тамаша!
Мөхәббәт ул – Ҡояш, Һауа, Ғаләм,
Сихри таңдың айлы кистәре...
(“Һөйләшәйек әле күк аша”)
Мөхәббәттең мәңгелек хис булыуын Наилә тәбиғәттәге Ҡояш, Һауа, Ғаләм, Ай образдары аша ҡалай оҫта аса.
Күҙҙәремә ҡарай ҡуйһаң,
Бары ябай теләк тойһаң,
Ғорурлығың тапалмаҫ та,
Бер минутлыҡ хисең тыйһаң.
Ә был юлдарҙы тәүге мөхәббәт хистәренә илергән ҡыҙҙар ҡуйын дәфтәренә, йөрәгенә уйып яҙып ҡуйһалар, бик шәп булыр ине лә...
Бирәм, әйҙә, һиңә һөйөүемде –
Бөтөнләйгә, бушлай, башкөллө,
Тик бер талап: торор урындары
Миндәгеләй булһын саф гөллө.
(“Бәхет бар ул”)
Ниндәй булһам, шулай ярат мине,
Күңелеңә шиктәр ҡунмаһын.
Ғүмер миҙгелдәре алышыныр,
Беҙҙең генә хистәр уңмаһын.
(“Ниндәй булһам, шулай ярат”)
Мөхәббәткә, ғаилә ҡороуға яуаплы ҡараш, уны ғүмер юлында һаҡлай белеү кәрәклеге хаҡындағы фекерҙәре лә фәһемле.
Туған теленә, иленә булған һөйөү, ил, тел яҙмышы өсөн борсолоу кеүек проблемалар ҙа ярайһы уҡ уңышлы асыла.
Күҙегеҙҙе ҡамаштырып балҡыр телем,
Ырыҫланып күкрәк кирер ғорур илем.
Телем төҫлө – илем киләсәге!
Йәш быуынға биргән нәсихәт.
Башҡорт рухын уятырлыҡ итеп,
Һалһын ине унда наҙ, сихәт.
( “Оран”)
Теле, иле менән шағирә ғорурлана, балҡыр теле, күкрәк кирер иле булыуына сикһеҙ шатлана, тик күңеленә шом һалырҙай күренештәр ҙә бар шул.
Тик шуныһы – үҙең ғүмер биргән
Тоҡомоңдоң теле шымамы?
Саф башҡортса хәбәр сыҡҡан саҡта
Ҡушыламы, әллә шымамы?
( “Илем, телем”)
Телһеҙ ҡалып, илһеҙ ҡалһаҡ әгәр,
Оран һалырбыҙмы бушлыҡҡа?
( “Башкирия түгел”)
Р. Ниғмәти, Р. Ғарипов, Р. Бикбай кеүек халыҡ шағирҙарының фекерҙәренә ауаздаш булған һуңғы ике строфа бөтәбеҙҙе лә уйландырырлыҡ.
Наилә Хәмбәлиева ижадының тағы ла бер отошло яғына иғтибарҙы йүнәлтәйем әле. Ул һүҙ самаһын, бәҫен тоя белә, аҙ һүҙ менән тәрән фекер йөрөтә. Тормоштағы киҫ­кен ваҡиғаларҙы хәрәкәттә, динамикала оҫта сағылдыра. Быға миҫал – “Баҙар” шиғыры.
Барҙым. Күрҙем. Оҡшаманы. Киттем.
Ҡабат барҙым. Әйттем. Төҙәтте.
Бик ваҡ кешеһеңдер, ярамай, тип,
Үпкәләтәм тиеп һүҙ әйтте.
Болйоманым. Шымдым. Түләнем дә
Ҡайтып киттем. Ҡулда шәп тауар...
...Ваҡһың, тимәй, әллә нимә тиһен,
Таҙа намыҫ – минең бар байлыҡ.
Был юлдарҙа шағирәнең гражданлыҡ позицияһы ла, һүҙ маһирлығы ла күренә.
Һорағанға кәңәш бирәм,
Ололарҙан өлгө тирәм...
Ғәйебемде таный беләм,
Ярашырға икмәк теләм...
Яҡшылыҡты күрә беләм,
Яманлыҡты түгә беләм...
Шулай билдәләй үҙенең йәшәү асылын шағирә “Алға барам” шиғырында. Кәңәш биреүселәрең дә, өлгө тирерҙәй кешеләрең дә, телер икмәгең дә күп булһын, туғаным! Иң мөһиме – шиғриәт күгең бейек, сағыу йондоҙло булһын. Ижад шишмәңә сафлыҡ һәм бәрәкәтлек теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 684

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 667

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 647

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 733

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 651

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 197

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 162

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 260

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 171

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 163

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 167

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 212