Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рух ҡошо тураһында риүәйәт
Рух ҡошо тураһында риүәйәтДонъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай. Теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға. Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей. Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә. Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.

Ҡошсоҡто йәшәтерлек көс кәрәк
Сит халыҡтар араһына сығып киткән кешеләрҙең иһә үҙ Рух ҡоштары менән күңел нурҙарының бәйләнеше ныҡ бушай. Шуға ла улар сит ерҙәрҙә йәшәгәндә, йөрәктәрендә ниндәйҙер бушлыҡ һәм үҙәк өҙгөс һағыш тоя башлай. Йырҙарын һағынамы, тыуып-үҫкән ерҙәренме, туғандарынмы – үҙҙәре лә белмәй һәм аңламай. Ә һағыштың төп сәбәбе – үҙ халҡының Рух ҡошо менән күңел бәйләнешенең өҙөлөүе. Ситкә күмәкләп сығып киткәндәр генә, әгәр ҙә күңел көстәре етһә, үҙ халҡының ҡошонан ҡеүәт ала башлай, тик бының өсөн бик ҙур ихтыяр көсө кәрәк, әммә улар үҙҙәре иһә Рух ҡошон йәшәтеүгә күңел йылылығы бирә алмай.
Халҡы көслөрәк булған һайын Рух ҡошо ла ҙурыраҡ була һәм оҙағыраҡ ғүмер итә, ләкин ул ниндәй генә ҙур булмаһын, мең ярым йылдан оҙаҡ йәшәй алмай. Үҙ ғүмерен йәшәгәс, ояһына ултыра ла үлергә әҙерләнә. Рух ҡошоноң хәле бөткән һайын, халҡы ла ҡарыуы ҡайтыуын тоя. Был осорҙа кешеләр ялҡаулана, вайымһыҙлана, насар холоҡтарға һәм төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай. Рух ҡошо һәм бер-береһе менән бәйләп торған күңел нурҙары кәмегәндән-кәмей, бушағандан-бушай бара. Халыҡ яйлап ҡына тарҡала, күпселеге үҙе өсөн генә йәшәүҙе өҫтөн ҡуя. Һәм шуның менән үҙ-үҙен тағы ла көсһөҙләндерә, Рух ҡошоноң үлемен яҡынайта.
Ошо ваҡыт халыҡтың күпселеге Рух ҡошоноң көслө саҡтарын һағына, үҙәк өҙгөс йырҙар ижад итә, ниҙер эшләргә ынтыла, йөрәктәрендә нимәлер етмәүен тоя, ләкин бөйөк эштәр башҡарыу өсөн уларҙың йөрәк һәм теләк көстәре – рухтары етмәй.
Был ауыр осорҙа халыҡтың бер өлөшө генә – иң көслө, иң рухлы улдары һәм ҡыҙҙары йөрәктәрен­дә Рух ҡошо менән бәйләнешен һаҡлай. Әммә күңелдәре хәүефләнә, йөрәктәре ниндәйҙер көстөң кәмегәндән-кәмей барыуын һиҙә. Тик улар, дөйөм халыҡтан айырмалы рәүештә, нимә булһа ла эшләп, халыҡтың күңеленә элекке Рухты ҡайтарырға тырыша. Халыҡ уларға эйәреп ынтылып та, талпынып та ҡарай, тик Рух көсө бик һирәктәрендә генә уяна.
Бына иң ҡурҡыныс көн килеп етә, һәм Рух ҡошо үлә. Ошо көндән халыҡтың күпселеге ниндәйҙер бушлыҡ тоя. Башҡа бер нәмәне лә һағынмай; теле, халҡы, үткәндәре һәм киләсәктәре алдында бурыстары барлығын да онота. Улар өсөн иң мөһиме – бөгөнгө көн һәм ул үҙе. Һәр береһе айырым. Хатта ғаилә бәйләнештәре лә өҙөлә башлай. Халыҡтың күпселеге – тере мәйеткә, ә рухһыҙ күңелдәре ҡол күңелдәренә әйләнә: саялыҡ менән тәүәккәллек – әрләшергә яратыусанлыҡҡа; дуҫлыҡ – кешенән файҙа эҙләүгә; сәмселлек – көнсөллөккә; бер-береһенә ихтирам – ярамһаҡланыуға; ғорурлыҡ – үсексәнлеккә; тура һүҙлелек ғәйбәт һөйләргә яратыуға алмашынып бөтә.
Рухи байлыҡҡа ынтылыш та матди байлыҡҡа алмаштырыла. Хатта кешенең аҡылы тураһында ла тик байлығы буйынса ғына фекер йөрөтөлә. Халыҡта хаинлыҡ өҫтөнлөк ала башлай.
Ә күңелдәрендә Рух ҡошоноң эҙҙәрен һаҡлағандар, ошо хәлде күреп, күңел ғазаптарына дусар була. Халыҡ булмышының төп сығанағы булған моңдо һәм телде, саялыҡты һәм ғәйрәтте, тоғролоҡто һәм ғорурлыҡты тергеҙергә тырыша, күңелдәрендә һаҡланған йылылыҡты бөтә халҡы менән уртаҡлашырға ынтыла, ләкин халыҡтың күпселеге быны аңлай ҙа алмай, аңларға теләмәй ҙә, сөнки күпселек тик үҙе өсөн генә йәшәргә теләй, башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, киреһенсә, рухлыларға аптырап: “Нимә етмәй һуң һеҙгә?”‒ – тип ғәжәпкә ҡала.
Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде, халҡының был мәсхәрәһен күрмәҫ өсөн, ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңелдәре һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә.
Ләкин өмөт бар, сөнки Рух ҡошо үлер алдынан, үҙ нәҫелен дауам итеү өсөн, бер йомортҡа һалып ҡалдыра. Бер генә йомортҡа. Рух ҡошо үлеп, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йомортҡа эсенән кескәй генә, көсһөҙ генә ҡошсоҡ килеп сыға. Ҡошсоҡ Рух ҡошоноң эсендә тупланған ризыҡ менән туҡлана, ә халыҡтың рухлы өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, эшмәкәрлеге һәм күңел көстәре менән шул ҡошсоҡто йылыта, йәшәтә.
Әгәр ҙә халыҡ күңелендә шул ҡошсоҡто йәшәтерлек көс етмәй икән, көс йыйып өлгөр­мәйенсә, ул һәләк буласаҡ. Һәм уның халҡы шул көндән башлап Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сыға башлай. Был күренешкә күрше халыҡтар битараф ҡала, ҡайғырмайҙар ҙа. “Рухһыҙҙарға шул кәрәк”, –‒ тип кенә ҡуялар.
Әгәр ҙә халыҡ күңеле, Бәләкәй ҡошсоҡто көс кергән сағына тиклем йылытып, йәшәтеп тора алһа, йөҙ ярым йылдан һуң яңы Рух ҡошона әйләнә. Һәм ошо осорҙан башлап халыҡ үҙенең уянғанын: йөрәгендә яңы ҡеүәт барлыҡҡа килгәнен; Рух ҡошоноң йәшәүен; үҙҙәренә саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсөнөң оло маҡсаттар менән йәшәүгә дәрт биреп тороуын тоя башлай. Кешеләр яңынан бер бөтөнгә – халыҡҡа ойоша, бер-береһен ярата башлай, онотолоп бөтөп барған телен, үҙ халҡына хас исемдәрен, моңон яңынан тергеҙә, йөрәктәрендә бер-береһе менән дә, Рух ҡошо менән дә нур бәйләнеше булдыра. Бынан һуң уларға бер генә шарт ҡуйыла – үҙ рухтарына, үҙ булмышына хыянат итмәү...
Боронғо ауаздың шаңдауы
Бөйөк ғалим Лев Николаевич Гумилевтың этногенез теорияһына ярашлы, һәр милләт кеше һымаҡ тыуа, үҫә, ир ҡорона инә һәм ҡартая. Йәшәү дәүерендә этнос бер нисә фаза аша үтә. Бер фазала ул үҫә, көс йыя, икенсеһендә иң көслө дәүерен кисерә, шунан ары белем туплай, мәҙәниәтен үҫтерә, рухи яҡтан да, матди яҡтан да байый, аҙаҡтан яйлап ҡына ҡартая башлай, йәшәү, көрәш дәрте һүнгәндән-һүнә бара. Был осор, йәғни этногенез арауығы, әгәр ҙә этнос күрше халыҡтар йәки дәүләттәр тарафынан көслө йоғонтоға йәки ҡырылыуға дусар булмаһа, 1200 йылдан 1500 йылға тиклем дауам итә. Ошо дәүерҙе йәшәгәндән һуң ул, боронғо әкиәт батыры һымаҡ, өс юл сатына килеп баҫа һәм артабанғы булмышын үҙе һайлай:
1. Күрше халыҡтар тарафынан йотолоп, Ер йөҙөнән, халыҡ булараҡ, бөтөнләй юҡҡа сыға.
2. Үҙендә балҡып китерлек көс табып, яңырып һәм сифатын үҙгәртеп, 1200 –‒ 1500 йыллыҡ этногенез арауығын яңынан башлай.
3. Этногенездың яңы арауығын башлап ебәрә алмаған хәлдә, әгәр ҙә уның янында үҙен йоторлоҡ йә юҡ итерлек көслө күрше халыҡтар булмаһа, яйлап ҡына, бер ниндәй ынтылышһыҙ, тәбиғәт менән берлектә йәшәүен дауам итә. Ошо аҙаҡҡы юлдың бик оҙаҡ дауам итеүе ихтимал. Л. Н. Гумилев ундай этностарҙы “реликт” тип атай. Улар башҡа халыҡтарҙан үҙҙәренең вайымһыҙлығы менән айырыла, ә сит милләттәрҙең ғалимдары уларҙы “примитив” йәки “артта ҡалған” халыҡтар тип һанай. Ләкин улар “йәш” тә, “артта ҡалған” йәки “примитив” халыҡтар ҙа түгел, ә ҡарт, ҡасандыр үҙ дәүерен йәшәп, үҙҙәрендә яңырыу көсө таба алмай, быҫҡып һүнеп барған халыҡтар.
Л. Н. Гумилевтың хеҙмәттәрен өйрәнеп, этногенез теорияһы менән танышып, уны ныҡлап аңлағас, башҡорт халҡының тарихын да шул теория күҙлегенән сығып анализлап ҡараным. Тарихыбыҙ унда күрһәтелгән фазаларға тап килде. Төҙөгән схемам үҙ этногенезыбыҙҙың әлеге арауығының башланған осорон иҫәпләп сығарырға мөмкинлек бирҙе. Башҡорт халҡының әле йәшәгән этногенез арауығының башы VIII быуаттың аҙағы – IX быуаттың баштарына тап килә.
Был, әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ шул осорҙа ғына барлыҡҡа килгән йәки шул осорҙан башлап башҡортса һөйләшә башлаған тигәнде аңлатмай. Беҙҙең тамырыбыҙ, әлбиттә, Ер йөҙөндәге тәү кешеләр менән бергә барлыҡҡа килгән. Арҡайым, Таналыҡ ҡалаларын да ата-бабаларыбыҙ төҙөгән. Һүҙ ул турала түгел, һәм әлегә ошо мәсьәләгә ҡағылмайбыҙ. Әйтәһе һүҙҙең төп әрәсәһе шунда: VIII быуаттың аҙаҡтарында һәм IX быуаттың баштарында ата-бабаларыбыҙ тәрән “ҡартлыҡ осоро” кисергән.
Халҡыбыҙҙың бай ижадында, телдән телгә күсеп килгән ҡомартҡыларыбыҙҙа һәр дәүерҙе ап-асыҡ һүрәтләгән ғәжәйеп әҫәрҙәр бар. “Күсәкбей” эпосы әле телгә алынған осорҙо һүрәтләй. Әйтергә кәрәк, был эпостың ҡыпсаҡтарҙа — 15, бөрйәндәрҙә 10 төрлө варианты бар. Уларҙың бөтәһенең дә асылы бер үк, шуға ла төп варианттарҙы ғына нигеҙ итеп алып, ҡыҫҡаса ҡарап үтәйек.
Ҡыпсаҡ вариантында эпостың башында уҡ илдәге тәртипһеҙлек бәйән ителә. Яуаплы кеше – Мәсем хан үтә лә вайымһыҙ. Илендә тәртип урынлаштырыу урынына ул күңел аса, уның йәйләүендә “уйын-көлкө кисен һәм көндөҙөн дә”, ғәскәре лә, “үҙе лә уйын уйнауға зауыҡ”. Илгә афәт килгәс, ҡото осоп, ярҙамға төрлө ырыуҙарҙың батырҙарын саҡыра, әйтерһең, үҙенең ғәскәре юҡ. Бәлки, гел уйындар ғына уйнап йөрөгән яугирҙәренең көсөн һәм батырлығын самалап ҡарап, уларҙың афәткә ҡаршы тора алмаҫын тойғандыр.
Ҡыпсаҡ батыры Бабсаҡ юлбарыҫты үлтерә, Мәсем хан уға ҡыҙын бирә. Гөрләп туй барған ваҡытта бөрйән батыры Ҡарағөлөмбәт ҡотора башлай. Уны туҡтатыусы юҡ. Ҡарағөлөмбәт йәйәһенә уғын һалып, Бабсаҡҡа яҡыная башлағас та, береһе лә батырҙы яҡлап, аралап маташмай, ләкин күмәкләшеп Бабсаҡҡа нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтергә тотоналар.
Ҡарағөлөмбәт ошо туйҙа (ырыуҙар берләш­мәһенең хәрби етәксеһе – Мәсем хандың туйында!) Бабсаҡты (хәҙер инде Мәсем хандың бер туған кейәүен!) атып үлтерә. Күреүебеҙсә, ул илен­дә генә түгел, үҙе үткәргән туйҙа ла тәртип тәьмин итә алмай. Мәсем хан өндәшмәй ҡалыу ғына түгел, Тамъян менән Тимерҡотло батырҙар үс алырға уйлағас: “Хоҙаның бер тәҡдире булғандыр, сабыр итегеҙ”, – тип уларын да туҡтатып ҡуя. Батырҙар тыма һәм өндәшмәҫ була. Һәм артабанғы ваҡиға­ларҙың бөтәһен дә ситтән генә күҙәтәләр. Ә улар: “Бөгөн Ҡарағөлөмбәт буштан-бушҡа Бабсаҡты үл­тер­ҙе, әгәр өндәшмәй ҡалһаҡ, иртәгә, бәлки, беҙҙе лә юҡ итер. Шуға ла киләсәгебеҙ хаҡына уны бөгөн үк туҡтатырға кәрәк!” тип уйларға тейеш ине бит.
Ә Ҡарағөлөмбәт шашҡандан-шаша. Бына, ул, Мәсем хандың ерендә булыуға ҡарамаҫтан: “Еремде ҡаҙҙыртмайым, еремдән тупраҡ бирмәйем, теләһә ҡайҙа ҡуйығыҙ!” – тип ҡысҡыра. Бабсаҡтың кәүҙәһен дә бирмәй. Уға ҡаршы тағы өндәшеүсе юҡ. Ә Бабсаҡтың аҙаматтары көн ярымлыҡ ҡыпсаҡ еренән баҫалҡы ғына рәүештә батмандар менән ер ташып, иптәшен ерләп ҡуя. Ә шул саҡ Мәсем хан: “Туҡта әле, Ҡарағөлөмбәт, был һинең түгел, ә минең ерҙәрем”, – тип иҫенә төшөрһә була ине…
Бабсаҡтың улы Күсәкбей үҫеп, көсәйеп алғас, ысын атаһының кем икәнен белеп ҡала ла Ҡарағөлөмбәттән үс алыу өсөн әсәһенең (Бабсаҡтың беренсе ҡатынының) атаһы Ураҙ ханға ярҙам һорап бара. Ураҙ хан уға “бер аҙ ғәскәр” – һикһән кеше бирә. Бөрйәндәрҙең көсөн баһалап етмәйме, Ҡарағөлөмбәттең үҙ көсө менән генә ҡыпсаҡтарҙы ҡырғанын онотҡанмы, ейәненең яҙмышына ҡарата битарафмы, ҡыҙы өсөн Ҡарағөлөмбәттән үс алмауҙы ғәскәренең көсһөҙлөгө менән аңлатып, аҡланырға тырышыуымы – аңлашылмай. Сағыштырыу өсөн әйтеп үтәйек, Ҡарағөлөмбәт Мәсем хандың һунарында ҡатнашыу өсөн генә лә үҙе менән өс йөҙ алтмыш яугир алып сыға.
Эпостың бөрйән вариантында, ваҡиғалар аҙыраҡ үҙгәртелеп күрһәтелһә лә, шул заман һулышы һаҡланған. Ырыу берләшмәһенең ханы (исеме әйтелмәгән) берҙән-бер көн, ҡиммәтле йәнлек тиреһенән тун тектермәксе булып, батырҙарын йыйып ала ла: “Кем дә кем һунарға сығып, миңә яҡшы йәнлек тиреһе килтерә, шул кешене ҙур түрә итәм”, — ти. Күреүебеҙсә, был ханлыҡтың түрәлеккә үрләтеү принциптары аҡылға, һәләткә, белемгә, етәкселек маһирлығына ҡарамай, ә кем ҡиммәтерәк ришүәт бирә – шул түрә була. Бөгөнгө көн термины менән әйткәндә, ханлыҡта коррупция хөкөм һөрә. Хан быны асыҡтан-асыҡ белдерә.
Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡты үлтергәндән һуң, хандың исеме бөтөнләй телгә алынмай. Тимәк, үҙе билдәләгән түрәләрҙең артабанғы яҙмышы уны ҡыҙыҡһындырмай. Үҙ маҡсатына өлгәште – иң ҡиммәтле тиренән тун тектерҙе, үҙ һүҙендә тороп, Бабсаҡты ҙур түрә итеп билдәләне – булды. Уның хатта Бабсаҡтың үлеүенә ҡыуаныуы ла ихтимал, сөнки ҙур түрәлек урыны яңынан бушаны. Ә был иһә иң ҡиммәтле бүләккә тағы бер бәйге ойоштороу мөмкинлеге бирә.
Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡтың ҡатынын үҙенә дүртенсе ҡатынлыҡҡа ала. Бының өсөн уға ҡыпсаҡ еренә барырға тура киләлер бит. Ә Бабсаҡтың ҡатыны ябай кеше балаһы түгел – Түрә (ҡыпсаҡ вариантындағы Ураҙ) хандың ҡыҙы! Әммә Түрә ханды Бабсаҡ кейәүенең үлеме лә, ҡыҙының яҙмышы ла борсомай. Шулай уҡ Бабсаҡтың туғандары тауышы ла ишетелмәй.
Ә халыҡ? Халыҡ та вайымһыҙ. Киләһе эпизодҡа туҡталайыҡ. Күсәкбей үҙ егеттәре менән бөрйәндәргә барып, Ҡарағөлөмбәттең ике ҡулын артҡа ҡайырып алып китә һәм тау башындағы ҡайынға бәйләп ҡуя.
“Кис ҡояш байып барғанда, Ҡарағөлөмбәт бейҙең ырыуҙаштары: “Беҙ бабайҙы бирмәйбеҙ”, ‒– тип уны ҡотҡарып алырға бара. Ҡарт уларға: “Мин бер кеше, бер йән өсөн ыҙаламағыҙ, хәҙер бик ҡартайғанмын, үлергә лә ваҡыт еткән, арағыҙҙа маҙа-татыулыҡ ебәреп һуғышмағыҙ”, –‒ ти. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар кис булғас, Күсәкбей ғәскәре һуғышсыларының бер нисәүһен, менеп килгән аттарын, дөйәләрен урлай”, ‒– тип әйтелә бөрйәндәрҙең үҙҙәренең үк версияһында.
Ошоға ҡәнәғәт булып ҡайтып китәләр. Ә бахыр Ҡарағөлөмбәт тау башында бәйле көйө тороп ҡала. Күсәкбей уны теләһә нәмә эшләтһен! Ҡарағө­лөмбәттең ырыуҙаштарының был ҡылығын аңлау ҡыйын. Сөнки, беренсенән, тауыш-тынһыҙ ғына аттарҙы, дөйәләрҙе, ғәскәрҙең бер өлөшөн урларлыҡ булғас, улар, әлбиттә, дошмандарҙың бөтәһен дә ҡырып (йөҙләгән генә кешене!), Ҡарағөлөмбәтте ҡотҡара ла ала ине бит. Икенсенән, ат-дөйәләрҙе урлап, Күсәкбей егеттәрен үлтереп, улар маҙа-татыулыҡты былай ҙа ебәрҙе. Өсөнсөнән, уларҙың ҡылығы арҡаһында ҡыҙған ҡыпсаҡ егеттәре Ҡарағөлөмбәтте ҡатыраҡ язаға тарттырасаҡтары көн кеүек асыҡ. Һәм шулай була ла. Эпостың бөрйән вариантына күҙ һалайыҡ:
“Күсәкбей иртә тороп, ғәскәрен теүәлләп ҡараһа, тулмаған. Аттары, дөйәләре лә юғалғанлығын белгән. Эҙләп-эҙләп тә таба алмағас: “Ә, былар һаман да боҙоҡлоҡтарын ҡуймай икән, был бабайҙы ҡалдырайыҡ тип уйлаһаҡ”, – ‒тип, Ҡарағөлөмбәтте алып китеп, бик ҡаты язаға тарттыралар”.
Эпостың ике версияһында ла Күсәкбей ғәскәренең һаны аптырата. Һикһән (ҡыпсаҡ версияһы), йөҙләгән (бөрйән версияһы). Бер нисә быуаттан һуң монгол-татар яуының иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәскәренә ҡаршы ун дүрт йыл буйы һуғышҡан һәм еңелмәгән (!) башҡорт ырыуҙары берләшмәһенең (Гумилев Л. Н. Древняя Русь и Великая Степь. М., Мысль, 1989, 458 – 460 стр.) иң көслөһөнөң береһен еңеү өсөн йөҙ­ләгән яугирҙең етеүе, әлбиттә, ғәжәпләндерә. Ошо урында билдәләп үтеү урынлы булыр: монголдар 80 миллион кешеһе булған Ҡытай империя­һын ун ике йылда, алты миллион кешенән торған Рус дәүләтен өс йылда баҫып ала. Ә башҡорттарҙы еңә алмағандан һуң хәрби килешеү төҙөргә мәжбүр булалар.
Эпосты уҡығандан һуң күп һорау тыуа. Иң мөһиме: беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шул тиклем вайымһыҙ булғанмы икән? Эпос борсоуға һала, сөнки халыҡ ижады теге йәки был ваҡиға тураһында бәйән итерлек ҡыҙыҡлы сюжетҡа ғына ҡоролмай, ә белемен, тормош дөрөҫлөгөн, халыҡтың донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен дә бирә. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ академигы К. И.Сатпаев “Урал батыр” эпосы тураһында былай ти: “Башҡорт легендаһында, Урал батыр үҙ ирке менән үлемһеҙлектән баш тартҡандан һуң, уның һөйәктәре аҫыл хазиналарға һәм алтынға, ә ҡаны ер майына – нефткә әйләнә, тиелә. Был, ерҙең үҙе кеүек, бик боронғо легенда. Башҡорт халҡы уны күп быуаттар элек, фән нефтте Көньяҡ Урал тирәһендә асҡанға тиклем үк ижад иткән. Ошонан һуң фольклор әҫәрҙәрендә халыҡ аҡылы һәм халыҡтың тормош ысынбарлығы тураһындағы ҡарашы ятҡанлығын кем кире ҡағыр?”
Боронғо халыҡтарҙың ижадын, динен, фәлсәфә­һен өйрәнгән АҠШ ғалимы Мэнли П. Холл билдәләүенсә, боронғо аҡыл эйәләре белемдәрен, донъяға ҡарашын күберәк үҙҙәре генә аңлаған символдар менән, мифтар аша йәки таштағы яҙыуҙар, һүрәттәр аша ҡалдырырға тырышҡан.
Үҙ фекерҙәрен тел төбө, үҙҙәренә аңлайышлы сюжет, геройҙарҙың ым-ишараһы аша әйткәнлектән, ижад телдән телгә, быуаттан быуатҡа күскән саҡта һүҙ төшөп ҡалып йәки үҙгәреп, мәғәнәгә зыян килеп, әйтәһе фекерҙең юғалыуына юл ҡуймаҫ өсөн шиғыр формаһында ижад иткәндәр.
Ошоларҙан сығып ҡарағанда, тимәк, “Күсәкбей” эпосында заман һулышы, шул осорҙағы фәлсәфә, кешеләрҙең психологияһы, ҡыҫҡаһы, тормош ысынбарлығы үҙгәртелмәй бирелгән. Тимәк, VIII – IX быуаттарҙа халҡыбыҙҙа вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ шул тиклем көслө булған, ул үҙен үҙе юҡ итеүгә алып барған. Ә нисек һаҡланып ҡалған? Яңынан балҡып, күтәрелеп, бөгөнгө көнгә тиклем йәшәү өсөн тағы бер дәүер башлай алырлыҡ көстө ҡайҙан тапҡан? Беҙҙең бөгөнгөбөҙ ҙә шул VIII –‒ IX быуат фазаһын ҡабатлай түгелме? Һанап үтелгән һәм башҡа бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ эҙләп, Лев Гумилевтың хеҙмәттәрен ентекләп өйрәнергә тура килде.
Л.Н. Гумилевтың китаптарына юлығыу, уның этногенез теорияһы менән танышыу, башҡорт тарихын этногенез таблицаһына һалып ҡарау бөтә ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итте. Был эш ата-бабаларыбыҙҙың “Күсәкбей” эпосы һүрәтләгән осорҙағы психологияһына һәм унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың эске логикаһына төшөнөү мөмкинлеген бирҙе. Шуныһы ҡыҙыҡ, эпос шул осорҙағы ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай һүрәтләй, беҙҙең көндәргә килеп еткән тормош ысынбарлығы, кешеләрҙең психологияһы һәм һүрәтләнгән осорҙоң эске логикаһы этногенез таблицаһы буйынса билдәләгән фазаға тап килеп тора. Һиҙемләүебеҙ ҙә дөрөҫ булып сыҡты. “Күсәкбей” эпосының эске логикаһын анализлау уның бөгөнгө көн өсөн дә фәһемле һәм кәрәкле әҫәр икәнлеген күрһәтте. Алдараҡ әйтеп үтеүебеҙсә, был эпос этноге­незыбыҙҙың беҙгә тиклемге арауығының һуңғы фазаһын һүрәтләй.
Был осорҙа халыҡтың күпселеге вайымһыҙ. Битарафлыҡ хөкөм һөрә, бөгөнгө әһелдәребеҙҙең теле менән әйткәндә, “халыҡ йоҡлай”. Айырым шәхестәр “халыҡты уятып” маташа ла, хәлдәренән килмәгәс, ситкә сығып китергә мәжбүр йәки уянырға теләмәгән халыҡ уларҙы үҙе үк ҡыуып ебәрә. Был осорҙа халыҡ күршеләренә ҡарата бик йыуаш, ә бер-береһенә ҡарата аяуһыҙ була. Кешеләрҙең ҡарашы киләсәккә түгел, ә үткәндәргә табан борола. Күрше этностар уларҙы ҡыҫырыҡлаған һайын, улар үткәндәргә нығыраҡ бикләнә. Ҡараштарын алға йүнәлтеү улар өсөн бик ҡыйын. Хатта, әгәр ҙә яңынан балҡып китерлек көс таба алмаһалар, үҙҙәрен үҙҙәре битәрләп, әрләп, кәмһетеп, эргәләге көслө этностар менән сағыштырып, күңелдәре бошоп, шул халыҡтар тарафынан йотола башлайҙар.
Шуға ла этногенездың һуңғы фазаларында этносҡа ҡарашын алға йүнәлтеү мотлаҡ. Тик бәлә шунда: халыҡтың күпселеге быны аңлай алмай, халыҡтың бөгөнгө булмышын ғәйрәтле, бай, бөйөк ҡаҙаныштарға һәләтле саҡтары менән сағыштырып ҡарап, рухи һәм матди бөлгөнлөктөң сәбәптәрен башҡаларҙан эҙләп, кемделер ғәйепләп маташа. Әммә төп сәбәп уларҙың үҙҙәрендә: дөйөм вайымһыҙлыҡ арҡаһында эске энергияларының һүнгәндән-һүнә барыуында. Ә ниндәй энергия һуң ул? Ул яңынан балҡып китә аламы? Ала. Тик халыҡ үҙ вайымһыҙлығын еңергә, оло маҡсаттар менән алға ҡарарға тейеш. Шулай булғанда ғына, эске энергия балҡыу өсөн көс ала башлаясаҡ. Һәр этноста халыҡты бөйөк маҡсаттарға әйҙәгән, тарихҡа ла, бөгөнгөгә лә киләсәк күҙлегенән ҡараған, халыҡтың эске энергияһын бергә туплап, үҙ көсөнә һәм мөмкинлектәренә ышандырып, рухи көс уятып ебәргән шәхестәр һәм әһелдәр бар. Л.Гу­милев уларҙы пассионарий тип атай. Тик ҡартайған халыҡтың эске энергияһы һүнә барған һайын, улар ҙа һирәгерәк тыуа, сифат яғынан да ҡайтышыраҡ була. Әгәр халыҡтың үҙ пассионарийҙары артынан эйәреп китергә аңы етмәһә, милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡ. Кешелек донъяһында ундай миҫалдар бихисап.
Әгәр ҙә пассионарийҙар берләшеп, уртаҡ маҡсат ҡуйып, халыҡты үҙ артынан эйәртеп, һүнеп барған энергияларын яңынан тоҡандырып ебәрә алһа, милләт яңынан һулыш ала һәм этногенезының 1200 – 1500 йыллыҡ киләһе арауығы башлана. Ошо урында билдәләп үтергә кәрәк: рус халҡы был проблема алдында XIII быуатта торған. Уларҙың Александр Невский кеүек шәхестәре артынан эйәреп китә алыуҙары, шул шәхестәрҙең пассионар энергиялы көслө тоҡомдары үҙ-ара аңлашып, уртаҡ маҡсат менән берләшеүҙәре бөтә донъяны үҙе менән иҫәпләштерә алырлыҡ милләткә әйләндергән. Әгәр шул осорҙа рус халҡы үҙ субпассионарийҙарынан – вайымһыҙ, бөгөнгө көнө менән генә йәшәгән өлөшөнән еңелһә, үҙҙәрен үҙҙәре юҡҡа сығарыр һәм бөгөн тарих менән махсус шөғөлләнгән ғалимдарҙан башҡа улар тураһында береһе лә белмәҫ ине.
Әле башҡорт халҡы алдында ла ошондайыраҡ хәл тора. Был осор халҡыбыҙ алдында, әйтеп үтеүебеҙсә, IX быуатта ла күҙәтелгән. Әммә, күреүебеҙсә, улар үҙҙәрендә яңынан балҡып китерлек көс тапҡан. Башҡорт хан, Күсәкбей һымаҡ шәхестәр халыҡты үҙҙәре артынан эйәртә алған. Эпоста халыҡтың һәм түрәләрҙең вайымһыҙлығын һүрәтләү менән бер рәттән көслө шәхестәр ҙә күрһәтелә. Мәҫәлән, Ҡарағөлөмбәт – ғәйәт көслө шәхес. Тик ул халҡының вайымһыҙлығынан файҙаланып, үҙе лә һиҙмәйенсә, уны артабан юҡҡа сығарыу өсөн булышлыҡ итә. Әммә халыҡты Ҡарағөлөмбәткә ҡарағанда Мәсем хан, Ураҙ хан, Бабсаҡтың өндәшмәҫ аҙаматтары, Ҡарағөлөмбәтте ҡотҡарырға килеп тә, ҡыпсаҡтарҙың малдарын урлауҙан ҡәнәғәтләнеп ҡайтып киткән бөрйән ирҙәре һымаҡтар нығыраҡ юҡҡа сығара. Үҙҙәренең вайымһыҙлығы һәм киләсәк тураһында бөтөнләй уйлай белмәүе быға сәбәп.
Йәштәр иһә икенсе. Улар вайымһыҙ ата-бабаларынан ныҡ айырылып тора. Күсәкбей, береһенән дә һорап тормайынса, олатаһынан ғәскәр ала ла яуға тәүәккәлләй. Ҡыпсаҡ варианты буйынса, уның менән бары һикһән генә егет сыға, көслө яуҙан һуң улар ике генә кеше тороп ҡала, әммә башлаған эштәрен дауам итеп, еренә еткереп ҡуялар. Ошо һыҙаттарынан уларҙың пассионарийҙар икәнлеге күренеп тора. Ниндәй генә булмаһындар, уларҙа вайымһыҙлыҡтың эҙе лә юҡ. Шундай кешеләр, пассионар энергиялары ташып торған ата-бабаларыбыҙ, халҡыбыҙҙы этнос булараҡ һаҡлап алып ҡалып, этногенезыбыҙҙың әлеге арауығын башлап ебәргән дә инде.
Ә улар еңгәндән һуң этносыбыҙ ниндәй үҙгәрештәр кисерә? Автор быны “Сыңрау торна” ҡиссаһында бирергә тырышты. Ул – Күсәкбей замандаштарының артабанғы быуындары тураһында. Был быуында намыҫ, азат рух төшөнсәләре өҫтөнлөк итә. Ошо башҡорттар тураһында: “Башҡорттар ныҡ ихтыярлы һәм батыр инсандар” (Шәриф Иҙриси), “Ҡеүәтле һәм хәйләкәр, көслө һәм ғәййәр... Үҙенең ғорурлығы, ҡыйыулығы арҡаһында һис бер йыһангиргә баш эймәгән ҡәүем” (“Уғыҙ дастаны”) һәм башҡа шундай маҡтаулы фекерҙәр әйтелә.
Өмөт бармы беҙҙә? Милләтебеҙҙең бөгөнгөһөн этногенез теорияһы аша анализлағанда, бар, әлбиттә. Тик өмөт кенә еңеүҙе аңлатмай әле. Эштәр байтаҡ. Ә иң мөһиме – вайымһыҙлыҡты һәм вайымһыҙҙарҙы еңеү. Бөгөнгө рухи күтәрелеш беҙгә Тәңре, Тәбиғәт тарафынан бирелгән аҙаҡҡы мөмкинлек һәм Ер йөҙөндә этнос булараҡ йәшәү хоҡуғыбыҙға һуңғы имтихан булыуы ла ихтимал.
Был һынауҙы еңеп сығыу өсөн иң мөһиме, әйтеп үтеүебеҙсә, киләсәккә өмөт менән ҡарау, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн нимә булһа ла эшләргә тырышыу, үҙ милләтебеҙҙе, үҙ телебеҙҙе, үҙ тарихыбыҙҙы, үҙ шәхестәребеҙҙе хөрмәт итеү, бәҫен төшөрмәү. Үҙ балаларыбыҙҙы ла ошо рухта тәрбиәләү. Ә инде “башҡорт эсә, башҡорт бөлә, башҡорт ялҡау” тигән фекер һалып үҫтерһәк, әлбиттә, һүҙҙәребеҙҙең дөрөҫкә сығыуы ла ихтимал. Был турала боронғо ата-бабаларыбыҙ бик тапҡыр итеп әйткән. Быны беҙ һәр саҡ иҫтә тоторға тейешбеҙ: “Бөлөр илдең балаһы бер-береһен, бахыр, ти, булыр илдең балаһы бер-береһен, батыр, ти”. Халыҡтың эске энергияһын, эске көсөн билдәләгән һәм тышҡы йөҙөн күрһәткән пассионар өлөшөнөң, шәхестәрҙең дә, батырҙарҙың да барлығын күрә һәм баһалай беләйек.
Замандаш милләттәштәребеҙ атай-олатай­ҙарҙың данлы эштәре менән ғорурланыу ғына түгел, үҙ ейәндәре, үҙ бүләләре лә улар менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәгән осраҡта ғына халҡыбыҙ, этносыбыҙ этногенезыбыҙҙың киләһе яңы арауығын башлап ебәрә аласаҡ. Тик боронғо ауаздың шаңдауын аңлай белергә һәм фәһем алырға ғына кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 123

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 125

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244