Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ ижадын һаҡлаған заттар барҙа...
Халыҡ ижадын һаҡлаған заттар барҙа... Сәсәндәр әйтеше, сәсәндәр тантанаһы, халыҡ ижады ынйы­ларын халыҡҡа еткереүселәр сараһы... Ошондай милли байрамдар һуңғы йылдарҙа йышыраҡ ойошторола башланы. Бының сәбәбе лә аңлашыла – Республика халыҡ ижады эргәһендә ойошторолған Сәсәндәр үҙәге ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов иҫән сағында уҡ әүҙем эш башлағайны инде. Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙең генә түгел, сит ил сәсәндәрен туплап, халыҡ-ара кимәлдәге халыҡ ижадын үҫтергән, бөгөнгө заман хөкөмөнә сығарған сара булды. Эйе, беҙҙең өйрәнәһебеҙ күп, байтаҡ йолаларыбыҙ, сәсәнлек маһирлығына хас сифаттарыбыҙ онотолған. Әммә халыҡ ижадын тергеҙеү менән шөғөлләнгән Республика халыҡ ижады, унда эшләгән юғары белемле белгестәр, ауылдарҙа ғына түгел, Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән ижадсыларыбыҙ бар икән, тимәк, сәсәнлек оҫталығына эйә йәш быуын үҫеп сығыр.
Тап ана шундай ҡәләм оҫтала­рының береһе – Ғафури районының Родина (әйткәндәй, үҙ-ара ауылды Ватан тип йөрөтәләр икән) ауылында йәшәп ижад иткән Фәүзиә Ҡотло­гилдинаны матур ғүмер байрамы һәм дүрт китаптың исем туйы менән тәбрикләргә халыҡ арыу уҡ йыйылды. Сараны асҡанда хәҙер күп урындарҙа доға ҡылына, бында ла Ғәлиә Рах­манғолова фатиха һорап, аят уҡыны. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айҙар Рахманов, Фәүзиә апайҙы байрам менән тәбрикләп, киләсәктә лә мәҙәниәт, мәғариф йүнәлешендә бергә-бергә эшләргә саҡырҙы. Ошо уҡ фекерҙе “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин да дауам итте. Ул шулай уҡ төбәктә элек-электән сәсәндәр, уҡымышлы дин әһелдәре эшмәкәрлеге киң йәйелдерелгән булыуы тураһында һөйләне. Яңыраҡ ҡына Ғафури районында Вәлиулла хәҙрәттең дә исемен мәңгеләш­тергәндәр. “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары Рәмзиә Монасипова, Әлфиә Исҡужина, Биктимер Кәримов та шиғри сәләмдәрен еткерҙе.
Район мәҙәниәт бүлеге исеменән халыҡ театрының режиссеры Зәйтүнә Зәйнәшева йылы һүҙҙәрен әйтте, ә үҙешмәкәр композитор Рәмил Ғимрани “Һинең өсөн” йыры менән ҡотланы. Ул шулай уҡ Фәүзиә апайҙың шиғырына “Ватан” йырын ижад иткән – уны мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Фәнзил Ғәлин оҫта итеп башҡарҙы.
Яҡташтары бик ихтирам итә икән Фәүзиә апай-Алтынбикәне. Әйткән­дәй, ул үҙен сәсәндәр бәйгеһендә тап ошо исем менән танытты. Интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Сәсән тауышы” төркөмөн дә алып бара ул. Юҡҡа ғына төбәк ижадсыһы Рима Рафиҡова уға арнап ҡобайыр ижад итмәгәндер. Ә Юлыҡ мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Айгиз Собханғолов “Өләсәйем ни тине?” тигән шиғыры менән тамашасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡайһылай халыҡсан телле, тапҡыр үҫмер буй еткергән Юлыҡта, тип һоҡландыҡ беҙ.
Родина мәктәбе директоры Рәмил Кинйәбаев ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып эшлекле тәҡдимен дә еткерҙе: “Киләсәктә Башҡортостан мәктәптә­рендә сәсәндәр ижадына ҙурыраҡ иғтибар бүленһә ине. Халыҡ рухы тап уларҙың яҙғандарында һаҡлана”. Шуныһы ҡыҙыҡ: ижад итә башлауына бер нисә йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, Фәүзиә Ҡотлогилдинаның яҙғандары яҡташтары араһында киң таралып өлгөргән, ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Балалар уның әҫәрҙәрен уҡып һүрәттәр төшөрә, хатта үҙенең портретын да эшләгәндәр.
– Бөгөнгә туғыҙ китапты мөхәр­рирләп сығарыуға өлгәштем. Шулар­ҙың икеһе – сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашҡан Аҡһаҡ Кейек сәсәндеке. Бынан биш йыл элек ҡулыма Ҡөрьән алып, уны уҡығандан һуң миндә яҙыу теләге тыуҙы, илһам килде. Киләсәктә лә шулай ижад ҡомарынан айырмаһын Аллаһ Тәғәләм! – тине байрам сәбәпсеһе.
Аҡһаҡ Кейек сәсән тураһында айырым әйтеп китеү урынлы булыр. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы Иҫке Ғүмәр ауылы ир-уҙаманы Ғүмәр ағай Ғайсин бына инде нисәмә йыл беҙҙе социаль селтәрҙәрҙә ҡобайырҙары, робағиҙары менән ҡыуандыра. Уның туғандары ярҙамында Фәүзиә апай халыҡ ижадсыһының ике китабын әҙерләп сығарыуға өлгәшкән. Яҙғандары киләсәктә гәзит битендә лә урын алыр. “Һандал”, “Балаларға күстәнәс” китаптары менән тәбрикләйбеҙ Ғүмәр сәсәнде лә!
Юлыҡ, Йөҙимән, Родина бала­ларының сығышы сараға әйтеп аңлатып бөткөһөҙ йәм өҫтәне. Беҙ, өлкәндәр, үҙ-ара сәғәттәр буйы шиғыр уҡыуыбыҙ, йырлашыуыбыҙ ихтимал, әммә әгәр ул байрамда бәләкәстәр, үҫмерҙәр ҡатнашмаһа, миңә ҡалһа, сараны үткәреп тороуҙың фәтүәһе лә булмаҫ ине. Улар тыңлап үҫергә тейеш халыҡ һүҙен, өлгө күрһәтеү менән дә бик фәһемле был саралар.
“Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мә­ҙәни үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙың сығышы шулай уҡ сәсәнлек мәктәбе үҫешенә дәлил булды. Билдәле өзләүсе, ҡурайсы, йыраусы Илһам Байбулдин ауылдаштарының сығы­шын ҡурай моңо менән йәмләне. Сәйетбаба ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙиндың йырына, әйткән һүҙенә лә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Рухиәт һағында торған “Башҡорт­остан” гәзитенең һәр мәҡәләһен уҡып барған ир-уҙамандың: “Халыҡ ижады бөгөнгөбөҙҙө үткәндәргә бәйләр, рухиәткә ҙур иғтибар бүлеүегеҙгә рәхмәт”, – тигән һүҙҙәре беҙҙең күңелдәргә лә хуш килде.
“Урал батыр” эпосын көйләп һөйләгән Илһам Байбулдиндың, сәсәнлек серҙәре менән уртаҡлашып: “Мәшһүр әҫәрҙе башҡарғанда, башта хатта ниндәй моң менән әйтеремде лә белмәйем, әммә эпостағы тәрән мәғәнәле һүҙҙәр үҙҙәре үк күңел ҡылдарын тәғәйен бер көйгә һала”, – тиеүендә лә тәрән мәғәнә ята. Район ағинәйҙәре, мөнәжәт әйткән Рәүилә Лоҡманова, бейеүсе Мәфрүзә Йәғәфә­рованың сығышы байрамдың биҙәгенә әйләнде. Бына ошолар ул беҙҙең йолалар, бына ошо ул беҙҙең уртаҡ байрам! Башҡорт шағирҙарының шиғыр­ҙары менән биҙәлгән кисәне алып барыусы Әлмира Яҡшыбаева, сараны заманса слайдтар, видеояҙмалар менән биҙәгән Родина мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Кинйәбаева – һәр береһе сәсәндәр байрамына йәм өҫтәне.
Родина-Ватан – күп милләтле ауыл, шуға күрә Фәүзиә апай шиғыр­ҙарын ике телдә яҙа. Йәшәгән төбәктәренә арналған шиғырҙы уның әхирәте, украин ҡатыны Валентина Веретюк еренә еткереп тороп урыҫса уҡыны. Байрам сараһын ойошторорға ла ярҙам иткән был ханыма айырым рәхмәт әйтте хужабикә.
Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Башҡорт ҡурайы” шиғырына Гүзәл Үлмәҫҡолова көй яҙған. Радик Вәлмөхәмәтов башҡарған ул йыр “Юлдаш йыры” конкурсында ла еңеп сыҡҡан. Нимә тип әйтһәң дә әҙ ауылдаштары үтенесе менән староста эшен дә үҙ иңенә алған әүҙем Фәүзиә Ғәлим ҡыҙына. Яҡташтары уның тырышлығы менән ауыл клубын да үҙ ҡарамағына алып, шунда ағинәйҙәр йыйылышы, мәҙәни саралар ойошторолоуын да билдәләне. Ул ғынамы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәргә лә һәйкәл асыуға өлгәшкән ул. Ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, аҡса йыйып, һәйкәлгә һәр ветерандың исем-шәрифен яҙып, иҫтәлекле стеланы ауыл уртаһында ҡуйыуҙы ойошторған. Мәркәздәрҙә түгел, ана шулай төбәктәрҙәге халыҡ рухы менән көслө беҙҙең милләтебеҙ. Афарин, Фәүзиә апай!
Сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева халыҡ ижадсыһын киләсәктә лә әүҙем булырға, сәсәнлек ижадына бәйле сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Эйе, был өлкәлә беҙгә үҫешәһе лә үҫешәһе әле. Нәфисә Булат ҡыҙы, халыҡ ижадын тәрән өйрәнгән белгес булараҡ, әйтерһең, тап ошо өлкәне үҫтерер өсөн ғүмер буйы әҙерләнгән кеүек. Сәсәндәр үҙәген етәкләп, яңы офоҡтар айҡарға яҙһын беҙгә киләһе йылдарҙа. Ни генә тимә, Фольклориаданы уҙғараһы бар бит әле, хөрмәтле сәсәндәребеҙ!
Сәсән – ул халыҡтыҡын халыҡҡа еткергән зат та. Ана бит Фәүзиә апайҙың үҙенекен генә түгел, Ғүмәр ағайҙың яҙғандарын да китап итеп баҫтырып сығарырға ҡулынан килгән. Киләсәктә лә төбәктәге һынамыш­тарҙы, халыҡ һөйләшенә бәйле әйтемдәрҙе, көләмәстәрҙе, заман менән халыҡ күренештәрен туплап, нәшер итергә яҙһын. Булдыра ул уны халыҡ ижадын әләм итеп күтәргән Фәүзиә апай!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508