Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә...
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә... Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә... Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ кәсептәренә, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең шөғөлөнә иғтибар артты. Аҫалы балаҫ, кейеҙ һуғыу, селтәр, милли биҙәүестәр, ҡорама эшләү буйынса оҫталарҙы һәр төбәктә осратырға мөмкин. Улар буйынса район һәм республикала оҫталыҡ дәрестәре, хатта конкурстар үтә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был юҫыҡта аҡса табыуҙың бер өлгөһөнә әйләнде, үҙҙәренең эштәрен һатыуға сығара. Шундай оҫтабикәләрҙең бер нисәһен Әбйәлил тарафтарында осратырға насип итте.
Үҙе йылы, үҙе матур – бәйләүсеһе кем икән?
Ғәҙәттә, шәл бәйләгән оҫталарҙы Ейән­сура яҡтарында осратырға күнеккәнбеҙ. Ә бына был төбәктә дебеттән күпереп торған йылы шәл, йомшаҡ бейәләй-ойоҡ, кофта-жилетты һирәк осратырға мөмкин. “Сәриә килендән шәл алдым”, “Бигерәк тә матур бәйләгән”, – тигән һүҙҙәрҙең Ҡаҙ­маш ауылына килен булып төшкән Сәриә Мәхмүтова хаҡында икәнлеген ишеткәс, “Ейәнсуранан түгелме?” – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ысынлап та, оҫтаның даны ете ауылға таралыр тигәндәй, шәл бәйләүсе тигән дан алған килен Ейәнсура районының Яңыбай ауылынан булып сыҡты.
– Бәләкәйҙән ҡулыбыҙҙан энә төшмә­не, – тип ҡаршыланы беҙ­ҙе Сәриә ханым. Ҡулына бәйләмен алып, һөйләшеүҙе дауам итте. – Дүртенсе класта уҡығанда әсәйем бейәләй бәй­ләр­гә ултыртҡайны, ҡайҙан инде унда өйрәтеү. Уларҙың нисек бәйләүен ҡарап торғанмынмы икән, әллә ҡандан бире­ләме, тот та бәйлә лә кит инде. Артабан шәл бәйләргә тотондоҡ. Кис күмәкләшеп ултырып, беребеҙ – шәл, икенсебеҙ – уның ситен, өсөнсөбөҙ бейәләй бәйләр инек. Ял етһә, әсәйем уны Ҡыуандыҡ баҙа­рына (Ырымбур өлкәһе) һатырға китә. Уның ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, ул беҙгә кейем-һалым, тәмле­кәстәр алып ҡайта. Шунан ҡайҙа бараһың, тағы ултырабыҙ бәйләргә.
“Кешене ҡыуандырырға ынтылып эшләгәнгә күрә, бәйләүгә тотонғанда бар күңел йылыңды һалаһың, күҙ нурың­ды түгәһең”, – ти әңгәмәсем. Был яҡтар­ҙың кәзә мамығы яҡшы булмағанлыҡтан, ул тыуған яҡтарына ҡайтып, йыл һайын сифатлы дебет килтерә. Хәҙер оҫтаның үҙ һатып алыусылары бар.
Шәлдең ҙурлығына һәм сифатына ҡа­рап хаҡтары төрлөсә: бер меңдән алып биш мең һумға тиклем. Ҡатын-ҡыҙ бейә­ләйенең хаҡы 400 һумдан башланһа, ир-егеттәр өсөн бирсәткәләрҙе 500 һум­дан һайларға була. Заказ биреүселәргә йылы жилеттар ҙа бәйләй, шулай уҡ балалар өсөн өҫ кейеме һораусылар ҙа етерлек. “Айгөл ҡыҙым менән Вилүр улым да бәләкәйҙән минән күреп бәйләм эшенә бик оҫта. Хәҙер улар үҫте, һәр береһенең үҙ донъя­һы. Балаларҙы уҡытып, кеше итеүҙә бәйләмдәремдең ярҙамы ҙур. Шәл һатып, уларҙы уҡыттым”, – ти Сәриә апай.
Йәмәғәте Ринат Мәхмүтов ҡатынының яратҡан шөғөлөнә ихтирам менән ҡарай, кәрәк булһа, орсоҡ эшләп бирә, энәләрҙең осон да үткерләп ҡуя.
Сәйләндәрҙән түгелә сәскәләр
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ҡулдары менән матурлыҡтың ниндәй генә төрөн тыуҙырмай! Кемдер бәйләй, сигә, ҡупшы кейемдәр тегеп күптәрҙе һоҡландыра. Асҡарҙа йәшәгән Сәкинә Ғәлина һуңғы ваҡытта төрлө сәйләндәр менән сәскәләр яһай. Уның шөғөлөн күргән һәр кем тәүҙә был сәскәләрҙең матурлығына хайран ҡала, аҙаҡ уның тере түгеллеген аңлағас, нисек эшләүенә һоҡлана. Оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Сәкинә ханым яратҡан һөнәренә тотона.
– Матурлыҡты бала саҡтан яратам, шуға күрә кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүҙән башланды барыһы ла, – тине Сә­кинә Салауат ҡыҙы. – Күргәҙмәлә сәйләндәрҙән эшләнгән сәскәләрҙе күреп һушым китте. Ошо мөғжизәне үҙ ҡулда­рым менән тыуҙырғым килде, Магнит ҡалаһынан кәрәкле әйберҙәр алып ҡайтып, башкөллө эшкә сумдым.
Тәүҙәрәк үҙенең йортонда үҫкән гөл­дәр­ҙе эшләй, артабан төрлө төҫтәге ми­ләү­шә, ынйы, рауза, ромашка сәскәләрен тереләре менән йәнәш ултыртып ҡуя. Күптәр уларҙың ҡайһыһы яһалма икән­леген айыра алмай. Фантазия менән оҫталыҡтың йәнәш килеүе генә ошондай илаһи матурлыҡ тыуҙырыуға булышлыҡ итәлер, күрәһең. Тыуған көндәргә, бай­рамдарға яҡындарыма бүләк итәм, заказ буйынса эшләйем, – ти алтын ҡуллы оҫтабикә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигән­дәй, геройым көндән-көн яңылыҡҡа ынтыла, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарарға тырыша. Һуңғы ҡыҙыҡһыныуы – алмас мозаикаһы буйынса картина яһау. Уны рамға урынлаштырып ҡуйғас, оҫтаның ижадына барыһы ла таң ҡалған. Ундай картина һатыуҙа 5-6 мең һум тора. Кәсеп итергә лә мөмкин, әммә күңеленең бер өлөшөн биргән эш нисектер яҡын, йылы һәм уны кем менәндер бүлешеү ҡыйыныраҡ, ти сәйлән оҫтаһы.
Селтәр сере
Селтәр, һаҡал, хәситә... Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған затлы биҙәүестәр төр­лө ерҙә төрлөсә атап йөрөтөлә. Уларҙың эшләнеше лә бер-береһенән айырылып тора. Шау көмөш тәңкәнән торғаны, то­тош­лай мәрйендәр менән ҡапланғаны, тәңкә менән мәрйендәрҙе аралаштырып тегелгәне, ҡортбаш баҫылғаны ла. Әйт­кән­дәй, уларҙың биҙәлешендә ниндәй ырыу­ҙан булыуы ла сағылыш тапҡан. Ялан башҡорттары менән урман яғында йәшәүселәрҙең кейеме генә түгел, хатта биҙәүестәрендә үҙ тамғаһы, үҙ биҙәге һалынған.
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә ҡарата иғтибар арта төштө, күп кенә гүзәл заттарҙың селтәр, хәситә, алмиҙеү тағыуҙары матур күре­нешкә әйләнә бара. Шунлыҡтан селтәргә һорау йылдан-йыл күбәйә, уны эшләү­селәрҙе күп кенә ауылдарҙа осратырға мөмкин. Хәйер, селтәр бәйләүҙең дә үҙ сере, нескәлектәре бар.
Шундай оҫталар­ҙың береһе – Сәр­бия­мал Ихсанова. Ул Ҡаҙмаш ауылында йәшәй. Күптән түгел Өфөлә үткән “Сел­тәр” байрамында лауреат исеменә лайыҡ булған. Башҡортостан Республикаһының мә­ғариф алдынғыһы, 36 йыл башланғыс кластарҙы уҡытҡан Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙының ҡул эшенә һөйөүе бәләкәйҙән килә. Ғаиләлә ете ҡыҙ үҫкәндәр, уларҙың һәр береһе ҡул эштәренә һәләт­ле. Береһе кейем бесһә, икенсеһе уны тегеп ҡуя, өсөнсөһө шул кейемгә ярашлы биҙәүес яһай. Шуға күрә милли биҙәүес­тәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу геройымдың бала сағынан килә тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. 1976 йылда Миҙхәт Рәжәпов атлы егет менән сәстәрен-сәскә бәйләгәс, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Бөгөн бәхетле олатай-өләсәйҙең өс ейәнсәре үҫә.
– Ҡыҙҙар тәрбиәләгән әсә, хә­ҙер һө­йөклө өләсәй булараҡ, нисек ин­де халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә битараф булырға мөмкин?! Уларҙың һәр береһенә эшләп бүләк итәм. Тәүҙә үҙем өсөн башлаған селтәр бик уңышлы килеп сыҡҡас, алты һеңлемә лә бәйләп бирҙем. Аҙаҡ ҡыҙҙарым өсөн тотондом, хәҙер ейән­сәрҙәремдең һәр береһенә инсе­ләгән­мен. Милли кейемдәрҙе ҡыҙым Шәүрә тегә, уларҙы тулыландырып сел­тәр, алмиҙеү, хәситәләрҙе үҙем яһарға тырышам, – ти оҫтабикә.
Селтәр өсөн йомшаҡ туҡыма алы­на, ул кәрәкле үлсәмдә тегелә. Артабан би­ҙәүескә милли биҙәк һалына. Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙы ғәҙәттә селтәрҙәренә үҙ ырыуының тамғаһын төшөрә. Мәрйен­дәр урынына магазинда һатылған төрлө сәйләндәрҙе (бисер) ҡуллана. Хатта әйлә­нештән сы­ғарылған элекке тинлек аҡса­ларҙы һатыу­сылар бар икән. Шулай уҡ ҡорт­баштарҙы ҡуйыу үҙенә күрә бер биҙәк бирә. Һуңғы ваҡытта Сәрбиямал ханым хәситә йәки иҙеү (алмиҙеү) эшләү менән шөғөлләнә.
– Һеңлемдең ҡыҙының туйы үтте, шун­да барыбыҙ ҙа мин эшләгән иҙеүҙәрҙе таҡтыҡ. Бүтән райондан килгән ҡунаҡтар хайран ҡалды. Ниндәй генә затлы биҙә­үес­тәр булһа ла, миллилеккә етмәй, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға нәзәкәтлек һәм һөй­көмлөлөк өҫтәй. Шуға күрә өләсәйҙәре­беҙҙән аманат булып ҡалған милли биҙәүестәргә йөҙ борайыҡ, уларҙы кейәйек, хөрмәт һәм ҡәҙер итәйек.
Бөгөн ҡул эше менән булышам тигән кешегә магазиндарҙа барлыҡ әйберҙәр ҙә етерлек. Әммә шуны оноторға ярамай: ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарып ҡуймағыҙ, сөнки һуңғы ваҡытта урынлы-урынһыҙ һәр ерҙә милли биҙәүес таҡҡандар күбәйҙе. Әлегә уларҙы эшләй белгән, нисек яһау серҙәренә төшөндөр­гән оло йәштәге оҫталарыбыҙ иҫән саҡта, уларҙан өйрәнеп ҡалыу һис тә ҡамасау итмәҫ ине. Заманса стилгә әйләндер­гән­дәре матур, әлбиттә, әммә уларға эйәрһәк, милли мәҙәниәттең юҡҡа сығыуы ла бар бит.
Ҡаҙмаш ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәрбиямал Ихсанова әйтеүенсә, селтәр эшләү еңелдән түгел. Бер селтәр­ҙе ижад итеү өсөн яҡынса ун ай самаһы ваҡыт китә, ә бына иҙеүҙәрҙе 10-15 көндә эшләргә мөмкин. Селтәрҙең биҙәлешендә ниндәй тәңкәләр ҡулланылыуына ҡарап хаҡ­тары төрлөсә: 8 меңдән алып 10 мең һумға тик­лем барып етә. Ә бына иҙеүҙәрҙе 2 мең­гә һатып алырға мөмкин. Заказ биреү­селәр төҫтәрен үҙе әйтә, дизайнер ҡыҙы Шәүрә уларҙы “һә” тигәнсә әсәһенә ҡыр­ҡып бирә. Әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, әсәле-ҡыҙлы Шәүрә менән Сәрбиямал ханым ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өләшеүен дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498