Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Фильм ҡарағандан һуң кешеләр уйланһын”
“Фильм ҡарағандан һуң кешеләр уйланһын” “Фильм ҡарағандан һуң кешеләр уйланһын” Фәрзәнә УТАРБАЕВА:
“фильм ҡарағандан һуң кешеләр уйланһын”
Эйе, ошоға өҫтәп, “Әсәйҙәренә шылтыратырға, хәлдәрен белергә теләктәре тыуһын ине”, – тине кино төшөрөүсе Фәрзәнә Утарбаева. Шуға ла уның “Ҡырағай” фильмы “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тигән һүҙ менән башлана. Бөгөнгә эше тамамланып, ябыҡ премьераһы фильмды төшөрөүселәргә һәм ярҙам итеүселәргә күрһәтелеп өлгөрҙө лә инде. Ә асыҡ премьераһы ғинуарҙа буласаҡ, тип ҡыуандырҙы режиссер һәм сценарий авторы. Уның менән әңгәмәлә, ғөмүмән, әле әҙер булып та, халыҡҡа күрһәтелергә мөҙҙәтен көткән фильм хаҡында күпте белеп ҡалырға тырыштыҡ. Әммә барыһы ла премьераға тиклем сер булып ҡалырға тейеш икән. Мәҫәлән, киноның аҙағы бәхетле тамамланасаҡмы, юҡмы – был һорауға ла тәғәйен генә яуап булманы, бары тик фильм­да көтөлмәгән боролоштар бөтәһен дә хәл итәсәген белдек...
– Фильмдың исеме – “Ҡы­рағай”. Нимә күҙ уңында тотолдо уны ҡушҡанда?
– Ҡырағай тиһәң, бөтәһе лә, әлбиттә, урманда йәшәгән ҡырағай кешене күҙ алдына килтерә. Ә фильмдағы ҡыра­ғайлыҡ – ул төп геройҙың хо­лоҡ-фиғеле. Әсәһе лә уға: “Бына һин бала саҡтан шулай әллә кемгә оҡшап ҡырағай булдың инде”, – тип әйтә.
– Ролдәрҙе кемдәр уйнаны?
– Артур Кәбиров, Гөлли Мө­бәрәкова – төп ролдәрҙә, эпи­зодтарҙа – Илдар Сәйетов, Гү­зәл Маликова, Алтынай Хамматова.
Кино өсөн артистарҙы үҙем һайланым һәм бик ҡәнәғәтмен. Уйнағандары оҡшаны, минең­сә, улар ролдәргә тура килде, кино килеп сыҡты...
– Бөгөн кино төшөрөү про­цесына инеп китеү ҡыйын түгелдер ҙә, бәлки, ә бына һин үҙеңсә нимә менән ылыҡтырҙың кино белгестәрен?
– Минеңсә, сценарийҙың көнүҙәк булыуы менән. Әсәй­ҙәр темаһы һәр ваҡытта ла көс­лө бит. Классика тип әйтер­гә була. Мөнәсәбәттәр, ғаилә­нең һаҡланыуы тураһында эшем. Һәм, ғөмүмән, кино белгестәренә фильмдың сюжеты оҡшағандыр.
– Ә сценарий яҙып, республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән питчингта ҡат­нашырға нимә этәрҙе һине?
– Мин бәләкәй саҡтан артист булырға, киноға төшөргә хыялландым, ә инде үҫкәс, режиссерлыҡ һөнәре яҡыны­раҡ икәнен аңланым. Һәм “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестива­лендә дебютанттар араһын­да беренсе питчинг иғлан ит­кәй­неләр – ҡатнаштым. Приз­лы урын алдым, Мәскәүгә яҡтылыҡ коррекцияһы өсөн, “Башҡортостан” киностудия­һынан кино төшөрөргә ҡора­малдар өсөн сертификаттар бирҙеләр.
Шулай уҡ сценарийҙы Мәс­кәүгә ебәрҙем, унда ул 600 эш араһынан ете иң яҡшыһы исемлегендә финалға үтте. Февралдә VI Рәсәй питчингы булғайны. Унан һуң инде “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә был фильмды төшөрөүгә тотондоҡ.
Ул йәйгеһен уҙҙы. Ә аэросъемка, коптерҙы инде сентябрь башында эшләнек. Көҙ пост-продакшн булды, композитор Айҙар Хәмзин музыка яҙҙы, Тимур Ғәниев менән фильм өҫтөндә эшләнек.
– Һәр кинола булғанса, “Ҡырағай”ҙа ҡыҙ менән егет мөхәббәте бармы?
– Юҡ, әсәйҙең улына булған мөхәббәте хаҡында ул...
– Милли һыҙаттар күренә­сәкме?
– Әлбиттә, милли колоритта төшөрөлдө тип әйтергә була. Башҡортса көй менән. Ҡумыҙ – бында төп элемент.
– Башҡортостан кинопрокатында күберәк ниндәй ки­ноларҙы күрергә теләйһең?
– Тормош хаҡында мәғәнә һалынған, мотивациялы кинолар оҡшай. Тағы ла күберәк үҙе­беҙҙең милләттең ҡаһар­ман­дары тураһында төшө­рөргә кәрәк, минеңсә.
– Ә үҙең киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
– Мин, мәҫәлән, үҙемде икен­се өлкәлә күрмәйем. Киләсәктә кино буйынса ғына үҫешергә теләйем. Минеңсә, әгәр һин киноны һайланың икән, бөтә күңелеңде биреп, тик фильм төшөрөргә тейеш­һең. Ул һәй­бәт килеп сыҡһын өсөн тыры­шырға кәрәк, сөнки кино эше ялҡауҙарҙы яратмай. Төшөр­гән фильмың өсөн кешеләр алдында яуаплыһың.
Бына шулай маҡсаттарын аныҡ күргән һәм уның өҫ­төндә бер ниндәй ҡаршылыҡ алдында ла туҡтап ҡалмай эшләгән йәштәребеҙ һоҡ­ландыра ла инде. Милләтенең камиллыҡ йәһәтенән үҫешеү юлына үҙ өлө­шөн индергән Фәрзәнә Утар­баева бөгөн тотош йәм­ғиәткә “Ҡырағай”ҙы тәҡдим итә. Уны беҙ киләһе йылдың ғинуар айында Өфө­ләге “Родина” кинотеатрында күрә аласаҡбыҙ. Ә әлегә йәш режиссер “Ҡыра­ғай”ҙы тө­шөрөүҙә үҙ өлөштә­рен индер­гән ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниевкә, фильм­дың команда­һына, “Башҡорт­ос­тан” кино­сту­дияһына, бағыу­сы­лыҡ яр­ҙамы күрһәткән “Медстандарт” милли медицина холдингы етәк­се­һе Азамат Байти­ме­ровҡа, “Бай­рам” сауҙа үҙәге­нә, “СамрауМедиа”ға һәм Ҡы­тайҙа йә­шәгән милләттәшебеҙ Рөс­тәм Ғәбйә­лиловҡа рәхмәт бел­дерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244