Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кино буласаҡ! Беҙҙең күңел шуны көҫәй
Яңы тыуған бала нисек шыуышырға, атларға өйрәнә, шуның кеүек башҡорт киноһының да үҫеш осоро. Бөтәһе лә тәбиғи рәүештә бара, шуға күрә яңы фильм эфирға сыҡҡан һайын бер башҡа үҫеп, кино сәнғәте оҫталары үҙҙәренең асыштары менән ҡыуандыра.
2007 йылдың 18 июлендә үк “Башҡортостан Республикаһында кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закон ҡабул ителгән. Уның дауамы булып 2008 йылда Хөкүмәттең ошо законды тормошҡа ашырыу саралары хаҡында ҡарары ла сыҡҡан. Һәр ваҡыттағыса, беҙ хоҡуҡи яҡтан “ҡоралланғанбыҙ”, әммә яңылыҡты ҡабул итергә лә ваҡыт кәрәк шул. Нимә генә тиһәк тә, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале, “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән документаль фильмдар барыһы ла тик тормауыбыҙҙы күрһәтә. Бына ошолар һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында һөйләшергә йыйылды Башҡортостандың Милли музейында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, сәнғәт әһелдәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев башҡорт киноһына ҙур өмөттәр бағлауын йәшермәне: “Рәсәй киноһы йылы Башҡортостанда кинемато­графияның артабанғы үҫешенә импульс бирҙе,”– тине ул сығышында. Сараның мо­дераторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡор­т­останда кино сәнғәте үҫешенә ыңғай тәьҫир итеү маҡсатынан депутаттар ме­нән ижадсыларҙың бер майҙанда осрашып, проблемалар тураһында хәбәрлә­шергә, уртаҡ маҡсаттарға бергә үрләргә тәҡдим итте.
Кино сәнғәтен ҡеүәтләү маҡсатынан Республика Башлығы гранты бирелеү – ыңғай күренеш. Был хаҡта мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова айырым бил­дәләп үтеп, быйыл “С любовью из Уфы” (режиссеры А. Асҡаров), “Бабич” (Б. Йосопов) фильмдары төшөрөлөүе тураһын­да хәбәр итте. Интернет селтәре күптән ҡайнай инде был фильмдарҙың трейлер­ҙары менән. Сарала ла күрһә­телде улар. Эйе, бик ҡыҙыҡлы итеп эшләнгәндәр, бары кинофильмдарҙың да шундай уҡ булыуын теләйек. Нимә генә тимә, беҙ бит инде кино тураһында күптән хыялланабыҙ. Айсыуаҡ Йомағолов “Ел аулаусы”ны төшөрөп ҡыуандырғас, милли образдарҙы тағы ла күрге килгәй­не. Атап үтелгән фильмдарҙың премье­раһы киләһе йылға планлаш­тырылған. Шулай булғас, ҡыуаныслы көндәр алда әле.
Дөйөм алғанда, Рәсәй киноһы йылында төбәктәрҙә 300 ҡаланың кинозалдары рәткә килтерелгән, шуларҙың 100-ҙән ашы­уы асылған да инде. Кино фонды 46 нәфис фильмды һәм 10 йәнһүрәтте финанслаған.
Республика райондарында барған Кино йылы марафоны ла бик күп кино ҡарарға яратҡан тамашасыны берләш­терҙе. Республиканың исемле йылы Туймазы районында тамамланды. Шунда уҡ төбәктәрҙәге мәҙәниәт йорттары ди­рек­торҙары, белгестәр өсөн семинар-практикум ойошторолдо. Собханғол ауылында асылған Кино музейына сәйәхәт ҡылды ҡатнашыусылар.
Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостанда тап Кино йылында Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” фильмы тамашасылар хөкөмө­нә сығып өлгөрҙө. Күберәк халыҡ һый­ҙы­рышлы залда был кино йыл башында күрһәтеләсәк. Афишаларҙы күҙәтеп барығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518