Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йыл китабы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте башҡорт халҡының бөйөк сәсән-шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл (1831—1895) тулыу айҡанлы ҙур күләмле, төҫлө слайд-фотолар менән биҙәлгән китап-альбом сығарҙы. “Аҡмулла” тип аталған китап 1,5 мең дана тираж менән башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде.
Миәкә районында “Аҡмулла көндәре”нә арнап үткәрелгән сараларҙа был күркәм китаптың исеме лә телгә алынды. Әйтергә кәрәк, баҫма уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һигеҙ бүлектән торған китапта бик күп мәғлүмәт тупланған: Аҡмулла тураһында фәнни мәҡәләләр, бөйөк сәсәндең үҙенең шиғырҙары, уға бағышлауҙар, сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр (К. Мәргәндең “Өҙөлгән моң”, Р. Ниғмәтуллиндың “Аҡнур” драматик поэмаһы, Н. Ғәйетбайҙың “Аҡмулланың аҡ төндәре” һәм башҡалар) килтерелә. Нәфис әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә Аҡмулла образы, М. Нестеров исемендәге музейҙың картиналар фондынан материалдар, Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Аҡмулла музейынан экспозициялар, йәнә Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары тураһында ҡыҫҡаса йөкмәткеле мәғлүмәттәр (хәҙер лауреаттар һаны ла 28-гә етте. Был иҫтәлекле премия 1989 йылда Миәкә районы хакимиәте тарафынан булдырылды) бирелде.
Китаптың төҙөүсеһе һәм проект авторы — күп йылдар нәшриәттә эшләгән журналист, ветеран нәшерсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Б. Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы дипломанты Ғәлиә Ғәлимова, баҫманың әҙәби консультанты һәм фәнни етәксеһе – Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Әхәт Вилданов, биҙәлеш өсөн яуаплы рәссам – Юрий Илингин, художество етәксеһе – Азат Мөхтәруллин, мөхәррире – Алина Ғәлимова. Был күркәм баҫмаға фатиха биргән нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов һәм баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаеваға, Олия Ғиләжетдиноваға, өлөшләтә бағыусыбыҙ “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмгә уҡыусылар рәхмәте яуһын.

* * *
...Аҡмулланың, үҙ туған халҡына төбәп, уның яҙмышы хаҡында борсолоп һәм хәстәрлек күреп әйткән «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән шиғри өндәмәһе беҙҙең көндәрҙә, милләтебеҙ өсөн бик тә яуаплы яңы быуат башында, тағы ла көнүҙәгерәк яңғырай. Ғөмүмән, дөйөм алғанда, уның мираҫы күләме яғынан, үкенескә ҡаршы, тулы көйө һаҡланмаған булһа ла, милли шиғриәтебеҙ тарихында тотҡан урыны менән мәңгелек ҡиммәттәр һәм мәңгелек хәҡиҡәттәр хазинаһы тип баһаланырға хаҡлы.
Мифтахетдин Аҡмулла үҙ халҡының әҙәбиәт һәм ижтимағи фекер тарихында, халыҡ хәтерендә Салауат Юлаев, Зәйнулла Рәсүлев, Мөхәм­мәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һымаҡ уҡ ҙур һәм хөрмәтле урын алды. Башҡорт шиғриәте күгендә Аҡмулла тигән мәшһүр исем, иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып балҡып тора.
Рәшит ШӘКҮР.

* * *
...Аҡмуллаға ҡағылышлы яҙма ҡо­мартҡыларҙы дүрт төргә бүлеп ҡарарға була. Беренсеһе — шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙылған әҙәби әҫәрҙәр. Ундайҙарға миҫал итеп Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һәм шул уҡ фәнни үҙәккә ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған автографтарҙы атарға мөмкин. Был шиғырҙар Өфөлә һәм Ҡазанда баҫылған йыйынтыҡтарға индерелгән, ләкин йә бер аҙ үҙгәртелеп, йә ҡыҫҡартылып алынған. Ҡомартҡыларҙың икенсе төрө — шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙылған хаттары һәм үтенеснамәләре. Үрҙә телгә алынған республика Үҙәк дәүләт тарихи архивындағы ҡулъяҙмалар — уларға аныҡ миҫал. Был хаттарҙың һәм үтенеснамәләрҙең әлегәсә һис кем тарафынан өйрәнелгәне һәм баһаланғаны булманы. Өсөнсө төргә Аҡмулланың совет осорона тиклемге ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән шиғырҙарын индерергә була. Был йәһәттән атаҡлы “Шура” журналының 1913 йылғы 18-се һаны һәм 1917 йылғы 20-се һаны ҡыҙыҡлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әҫәрҙәр ҙә совет осоро баҫмаларына бер аҙ үҙгәртелеп индерелгән. Һуңғы, дүртенсе төр ҡомартҡыларға мәшһүр шағир тураһында XX быуат башында яҙып ҡалдырылған иҫтәлектәр һәм хәтирәләр ҡарай. Ундайҙарҙан мәғрифәтсе-ғалимдар Ризаитдин Фәхретдинов һәм Хәсән Ғәли яҙмалары иғтибарға лайыҡ. Был хәтирәләр ҙә киң күләм уҡыусыға тулы килеш еткерелгәне юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514