Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буденныйҙың ат ҡараусыһы
Буденныйҙың ат ҡараусыһыЙәмле июнь көнөндә Әбйәлил районының Амангилде һәм Ҡаҙмаш ауылдары араһындағы оло юл ситендә “Ҡарғалар” тигән яҙыулы күрһәткес пәйҙә булды. Үткенселәрҙе был күренеш аптыратһа ла, урындағы халыҡты ғәжәпләндермәне: ҡарғалар араһы – Амангилделәге билдәле күп һанлы зат. Улар был көндә тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман бейҙең тоҡомонан булған Әбүталип Әхмәтҡужа улы Әхмәтҡужин нәҫеленең шәжәрә йыйынын үткәрә ине.


...1894 йылда тирә-яҡта билдәле Сафуан имамдың хәлле генә Әхмәтҡужа улы менән Хәҙисә килене ғаиләһендә ейәне тыуа. Белем, ғилем батшаһы булһын типтер инде, бәпескә Әбүталип тип исем атайҙар, оҙон ғүмер юрайҙар.
Ата-бабаһының юлын ҡыуып йәшәр урында, теүәл егерме йылдан егетте Беренсе донъя һуғы­шына алалар. Өс йыл әрмелә йөрөй ул. Алыш ваҡытында немецтар ағыулы иприт газын ҡулланғас, беҙҙең күп һалдаттар ҡырыла. Әбүталип, ныҡ ағыула­нып, Смоленск госпиталенә эләгә, унда оҙаҡ ҡына дауалана.
Ул арала 1917 йылғы Бөйөк Октябрь революцияһы була, Граждандар һуғышы башлана. Әбү­талип госпиталдән туп-тура Семен Буденный етәкселегендәге Беренсе атлы ғәскәр сафына баҫа. Семен Михайлович уны шәхси ординарецы итеп ала, башҡорт­тарҙың ат йәнле икәнлеген белеп, үҙенең дөлдөлөн ышанып ҡарарға тапшырып ҡуя.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әбүталип йәнә йәрәхәтләнә. Дауаланғас, демобилизацияланырға ваҡыт етә. Өйгә ҡайтыр алдынан командарм Буденный үҙенең ординарецына хәрби хәрәкәттәрҙә ҡат­нашыуы тураһында белешмә яҙып бирә.
Шул ваҡытта госпиталдәр буйлап большевик агитаторҙары йөрөй башлай. Улар һалдаттарҙы Уралда атаман Дутов һәм Колчакка ҡаршы һуғышыусы Василий Константинович Блюхер етәкселе­гендәге ғәскәр сафына саҡыра.
Әбүталип тыуған яҡтарына ҡайтыр өсөн генә Блюхер армия­һына яҙыла. Башҡор­тостанға барып еткәс, ҡара көҙҙә ҡыҙылдар отряды Стәрлетамаҡ янында ҡамауҙа ҡала. Аҡтарҙың көслө ут ямғыры аҫтында окоптан баштарын да ҡалҡыта алмайҙар. Төнө буйы һыулы ерҙә яталар. Иртәнсәк аҡтар һөжүме кире ҡағыла. Тик байтаҡ һалдат туңып үлгән була инде. Тереләрҙе тикшереп йөрө­гән ҡыҙылармеецтар Әбүталиптың аяғы ҡыбырлағанын күреп ҡала. Ергә ҡуша туңған кәүҙәһен штыктар менән соҡоп сығарып, уны госпиталгә ебәрәләр. Ныҡ ҡына һыуыҡ тейҙергән һалдатты артабан өйөнә ҡайтаралар.
Әммә барлыҡ Башҡортостан биләмәһендә яу барған була. Күп ерҙә аҡтар хакимлыҡ итә. Тыуған ауылына юлланған һалдат, башы етеп, ҡыҙылармеец формаһын алмаштыра, Буденный биргән ҡағыҙ киҫәге-белешмәне итек табанына йәшерә. Әммә кителен ҡалдыра. Ошо уны саҡ харап итмәй ҙә инде.
Темәс ауылы янындағы Билалда уны атлы бабай менән әбей толопҡа төрөп ултыртып ала. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмаҫтан, Буҙыҡай ауылы эргәһендә, ҡар­шыларына биш атлы казак осрай. Яндарынан сабып үткән аҡтарҙың береһе кире әйләнеп килә лә юл­сыларҙы туҡтата, ҡайҙа барыу­ҙарын һораша. Шунда ул толоп аҫтынан ҡыҙылармеец кителен күреп ҡала. Башҡа иптәштәрен дә саҡырып ала...
Әбүталиптан һорау ала баш­лайҙар. Ҡышҡы һыуыҡта эске кейемгәсә сисендерәләр. Шунан йырын буйына алып барып атырға булалар. Шул ваҡытта яндарына ауылдың оло йәштәге ҡарты килә лә язаны кисектереүҙәрен үтенә. Хоҙайҙың рәхмәте, аҡтар ни өсөндөр уның һүҙенә ҡолаҡ һала.
Әсирҙе һаҡ аҫтында уның тыуған Амангилдеһенә алып барып, ваҡытлыса карцерға әйлән­дерелгән өйгә бикләп ҡуялар. Ауылда аҡтар штабы урынлашҡан була. Тирә-яҡтан ҡыҙылдарға ярҙам иткән һәр кемде бында алып килеп язалап үлтергәндәр.
Хәҙисә әрменән ҡайтып килгән улын тотоп алып, карцерға ул­тыртҡандарын белеп ҡала ла казактар етәкселегенә баш эйеп бара. “Ниндәй һуғышсы булһын инде ул? Ҡарағыҙ, бөтөнләй ауырыу бит, йәшәренә күп ҡалмаған”, – тип үтенеп-ялбарып улын иреккә сығартыуға өлгәшә. Шулай Әбү­талип өсөн һуғыш тамамлана.
Һуғыш тамамлана, аслыҡ башлана. Ғүмере булғас, уны ла имен үткәрә ул. Әммә иприт менән ағыуланыуҙан һәм һыуыҡ тей­ҙереүҙән ғүмергә үпкә сирле булып ҡала.
Шуға күрә 1937 йылда Ҡы­рымға шифаханаға дауа­ланырға ла бара. Килешкәндер, 1941 йылда тағы шунда юллана. Поезға ултырғас, төндә төш күрә. Имеш, тыуған Амангилдеһе янындағы Бабаш тауы Ҡыҙыл йылғаһына шыуып төшкән. Йылға быуылып, ауылды һыу баҫыр тип ҡурҡып, ҡысҡырып уяна ул. Янындағы юлдаштары уның әсе тауышына аптырап, нимә булғанын һораша башлай. Төшөн һөйләп, ниндәйҙер яман хәл буласағын күрәҙәләп, Әбүталип ярты юлда поездан төшөп ҡала. Өйөнә ҡайтып етеүгә, Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлағанын хәбәр итәләр. Әбүталип аҙаҡ йыш ҡына ошо төшөн хәтергә төшөрөп, әгәр шунда Ҡырымға барһа, хәрби хәрәкәттәр солғанышында ҡалып, тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу форсаты теймәү ихтималын да һөйләр булған.
Граждандар һуғышынан һуң Әбүталип Шәһиҙә Сәғәҙей ҡыҙы Баһауетдиноваға өйләнә. Тыуған балаларының туғыҙы йәшәп китә, етәүһе бәләкәй саҡтарында вафат була. Ләкин 1948 йылда ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡытта өлкән ҡыҙҙары Рәшиҙә инде кейәүҙә булһа ла, башҡалары әле башлы-күҙле түгел шул. Кеселәре Әғләмгә ни бары өс йәш. Ир-уҙаман тағы ла өйләнә. Ниязғол ауылынан Йәмилә исемле әсәй алып ҡайта балаларына. Ул ҡа­тынынан йәнә өс сабый тыуа. Шулай ҙур ғаилә башлығы булып китә ул. Балаларының бөтәһенә лә күркәм тәрбиә бирә, барыһын да уҡыта Әбүталип. Күптәре юғары белем ала.
Бында уның Граждандар һу­ғышы осоронда Буденныйҙың ординарецы булыуы ла ярҙам итә. Теге итек табанында алып ҡайтҡан белешмәне тынғыһыҙ дәүерҙә ул йәшереп ҡуйған була. Шул хәтлем ныҡ йәшерә ки, хатта аҙаҡтан таба алмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, донъялар яҡшырғас, йорт түбәһен яңыртып япҡанда ғына килеп сыға ул ҡағыҙ.
Военкоматҡа алып барып бир­гәс, Әбүталиптың пенсияһына өҫтәмә тәғәйенләйҙәр. Бығаса 16 һум ғына алып йәшәгән элекке һалдатҡа 500 һумдан ашыуыраҡ пенсия түләйҙәр! Ошо аҡсаға ул ғаиләһен туҡ йәшәтә. Балалары, ейәндәре ҡарттың өйөндә аҙыҡ-түлектең тоҡлап-йәшникләп улты­рыуын, бер ҡасан да асыҡмау­ҙарын әле лә хәтергә ала.
Әбүталип үҙе лә бөтмөр, йүн­сел кеше була. Гел генә Силәбе өлкәһенең яҡындағы Магнитогорск ҡалаһына баҙарға йөрөп кәсеп итә. Уның өлкән ҡыҙы, өләсәйем Рәшиҙә һөйләүенсә, бик хәлле йәшәйҙәр.
– Картуфты күп сәстек. Ныҡ ҡаты, талапсан атайым өйҙә юҡта ауылдаш ҡатындар беҙгә тамаҡ хаҡына ялланып килә торғайны. Кеше йәнле әсәйем уларҙы йәлләй ҙә хужалыҡтағы ваҡ-төйәк эшкә ҡуша. Һуңынан һәр береһенә берәр биҙрә картуф биреп, ошоно алып ҡайтып сәсегеҙ, ҡыш­ҡылыҡҡа ризыҡлы булыр­һығыҙ, ти торғайны. Тик теге күрше-тирә ҡатындар шул аҙыҡты ашап бөтә лә тағы эш һорап килә ине... – ти ул.
Ысынлап шулай булмаһа, ғаи­ләләге баш бала кейәүгә сыҡ­ҡансы бер ҡара эш күрмәй, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле йәшәй алыр инеме икән?! Үҫмер сағы һуғыш мәленә тура килгән Рәшиҙә көнөнә алты-ете күлдәген алмаштырып кейеп, сәс толомдарын шунса уҡ таҫма менән алмаш-тилмәш үреп, уйнап ҡына буй еткермәҫ ине ләбаһа. Хатта бер мәл көлкөлө хәлгә ҡалғанын да ҡыҙыҡ итеп хәтергә алғайны ул:
– Бригадир өй буйынса субботникка саҡырып йөрөнө. Үҙем йыйынам, үҙем уныһы нимә икән һуң, берәй байраммы әллә, тип уйлайым. Ишеткән нәмәм түгел. Һайлап иң матур күлдәгемде, түшелдерегемде, хром итегемде кейҙем дә киттем. Барһам, субботник тигәне миндек бәйләү өмәһе икән. Ауыр түшелдерек тағып алғас, күп тә үтмәй тирләп, арып хәлдән тайҙым. Аптырап, сисеп, ситкә һалып тороп, эшләп ҡайттым...
Эйе, Әбүталип ҡарт бөтә балаларына ла етеш йәшәргә мөмкинлек бирә. Теләгәндәре ҙур ҡалаларға урта махсус, юғары белем алырға китә. Мәҫәлән, Рә­шиҙәһе 11 бала үҫтереп, “Герой-әсә” орденына лайыҡ була. Ғәйнан ғүмер буйы ауыл хакимиәте, колхоз рәйесе, бухгалтер вазифаларында эшләй. Заманының алдын­ғы ҡарашлы кешеһе һәр кемгә төплө кәңәшсе була. Хатта йәшерәк сағында шиғырҙар ҙа ижад итте, ҡатыны менән бергәләп матур итеп йырлап та ебәрер ине, тиҙәр. Әкрәм – ауылда беренсе юғары белемле белгес, районда танылған ветеринар. Уны башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡа­рыусы, ярҙамсыл кеше булараҡ беләләр. Үтә кеселекле, туған йәнле, һәр саҡ йомшаҡ, ипле һүҙле Әсләм урта махсус белем ала. Ул совет заманында ла диндән баш тартмай, аяттарҙы матур итеп көйләп уҡый. Ғүмер буйы район үҙәгендә йәшәп, бөтә туғандарға өй йылыһын, йән йылыһын бүлгән, уларҙы үҙ янында өйөп-төйнәп тотҡан Мөршиҙә элемтә үҙәгендә эшләй, оҫта тегеүсе була. Район, республика кимәлендә билдәле “Әхирәттәр” клубы ағзаһы, йолаларҙы һаҡлау­сы, маһир таҡмаҡсы, төбәктең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты ла ул. Мөбинә лә күп бала үҫтереп, уларҙың игелеген күреп йәшәй. Уның ҡыҙҙары бөгөн Мәскәү ҡалаһында, Испания илендә көн итә.
Әбүталиптың етенсе балаһы Әсхәлде инде бөтә Башҡортостан белә. Әсхәл Әхмәт-Хужа псевдонимы аҫтында ижад иткән күре­некле шағир – Рәсәй Федера­цияһының, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф ал­дынғыһы, республиканың Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, райондың Ким Әхмәтйәнов, Иш­мөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, 35 китап авторы, тәржемәсе.
Фәриҙә ҡыҙы иһә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡы­тыусылары араһында абруй ҡаҙана, үҙ фәнен тәрән белә. Бер аҙ ауыл хакимиәте рәйесе лә булып эшләй. Тәрән белемле, киң эрудициялы табип Әғләм – ауылдан сыҡҡан беренсе фән кандидаты. Әбүталиптың икенсе ҡаты­нынан тыуған өс ҡыҙы – Фәриха, Маһира, Нәсиә лә матур тормош ҡороп, әле бәхетле өләсәйҙәр булып көн күрә.
Әбүталип Әхмәтҡужин 1966 йылдың көҙөндә ҡаты ауырыуҙан һуң 71 йәшендә гүр эйәһе була. Балалары, ейәндәре генә түгел, бер тапҡыр ҙа күреп өлгөрмәгән бүләләре, тыуалары ла уны онотмай иҫкә алып тора. Тәүге шәжәрә байрамы уның 100 йыллығында үткәйне. Быуындар күсәгилешлеге менән көслө бит халҡыбыҙ! Буденныйҙың ат ҡараусыһы
...Бына был юлы ла Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыш­тары ветеранының күп һанлы тоҡомонан 350-ләп кеше Биксура яланына уның рухына аят уҡы­тырға, күрешеп-һөйләшергә йыйылды. Улар араһында бер йәшлек сабый ҙа, 75 йәшлек аҡһаҡал да бар ине. Шуныһы мөһим: вариҫтары иң тәүҙә иртә таңдан Әбүталип Әхмәтҡужа улы Әхмәтҡужиндың ҡәберен тәртипкә килтерҙе, яңы рәшәткә менән кәртәләп алды. Халыҡ юҡҡа ғына “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгән­дәрҙең ҡәберен бел” тимәгән бит...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 227

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244