“Тимер ат”ың ватылһа, йүнәтерҙәр28.03.2017
“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Үҙ сиратында “тимер ат”тарҙы йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы “Автодеталь” махсуслашҡан магазины ла бына оҙаҡ йылдар инде еңел автомобилдәргә запас частар һатыу менән ныҡлап шөғөлләнә.

Был сауҙа нөктәһенә Рәмзиә менән Ҡәнифйән Саппаровтар етәкселек итә. Йомош менән магазинға килгән һәр кешене хужалар яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала. Бында кәштәләр бай: Өфөнән, Удмурт, Татарстан республикаларынан ҡайтарылған автомобиль өсөн алмаш частарҙы сират тороп һатып алалар. Клиенттар быны тауарҙың сифатлы, сағыштырмаса арзан, хеҙмәтләндереүҙең юғары кимәлдә булыуы менән аңлата.
Саппаровтарҙың уңған, тырыш һәм бөтмөр ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Рәмзиә Сабир ҡыҙы сығышы менән Балҡайпан ауылынан. Үрге Тәтешлелә Һаҡлыҡ банкында эшләгәндән һуң, үҙ эшен асырға йөрьәт итеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә район үҙәге баҙарында кейем-һалым менән сауҙа итә, тауар алырға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына барырға тура килә. Тирә-яҡта хужабикәне егәрле ҡатын тип белһәләр, ғаилә башлығы Ҡәнифйән Муллағаян улы хәстәрлекле хужа булараҡ таныш. Ҡәнифйән ағай Бәҙрәш ауылында тыуған. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән. Ҡатынына ул эшҡы­уарлыҡта ла, тормошта ла ярҙамсы, ныҡлы терәк, таяныс, кәңәшсе. Йорт-ҡуралары, баҡсалары һәр саҡ бөхтә, ҡараулы. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бына 37 йыл татыу ғүмер кисерәләр, ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр.“Тимер ат”ың ватылһа, йүнәтерҙәр
Ата-әсәһенең автомобилгә кәрәкле запас частар, двигатель менән булышыуын бала саҡтан күреп үҫкән улдары Илнур ҙа бай тормош тәжрибәһе туплай. Ижевск нефть институтын тамамлап, бөгөн Үрге Тәтешле ауылында автомобиль йыуғыс һәм шиномонтаж үҙәге асҡан.
– Эшем бик оҡшай, сөнки бала саҡтан автомобилдәр менән ҡыҙыҡһынам. Был шөғөл миндә дәрт-дарман уята. Беҙгә күрше ауылдарҙан да ярҙам һорап киләләр, һәр клиент менән килешеп эшләргә тырышабыҙ.
Ҡыҙҙары Рәфиҙә лә эшҡыуарлыҡ ме­нән шөғөлләнә, “Автодеталь” магазины би­наһында урынлашҡан “Позитив” суве­нир­ҙар һәм бүләктәр кибетенә етәкселек итә.
Хәҙерге баҙар шарттарында үҙ эшен асып, заман менән бергә ҡыйыу, ышаныс­лы атлаған, яҡташтарына әленән-әле мат­ди ярҙам күрһәткән Саппаровтар, килә­сәккә оло пландар ҡороп, ҙур өмөт­тәр бағлап, эшҡыуарлыҡты артабан да киңе­рәк йәйелдереү уйы менән йәшәй.






Вернуться назад