Әҙибәнең фатирына рәхим итегеҙ!30.06.2015
Тиҙҙән Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева йәшәгән фатир үҙ ишектәрен аса.
Әҙибәнең улы Тельман Әминев фатирҙа ремонт яһаған, тейешле көнкүреш техникаһы һатып алған, шәхестең архивын һәм китапханаһын тәртипкә килтергән. Әле ул әсәһенең йәш саҡта төшкән фотоларынан стенд яһай.

Баш ҡаланың Коммунистик урамындағы 71-се йортта Зәйнәб Биишева 1962—1996 йылдарҙа, вафат булғанға тиклем, йәшәгән. Йортҡа ҡуйылған мемориаль таҡтаташ та ошо хаҡта һөйләй. Фатирҙа үҙенсәлекле экспонаттар: өҫтәл, Германияла етештерелгән “Эрика” баҫыу машинаһы, боронғо лампа, йорт йыһазы, автографлы китаптар, яҙыусының ҡулъяҙмалары, фотолары, шәхси әйберҙәре. Айырым дискка шәхескә арналған фильмдар яҙылған. Улар экскурсия барышында күрһәтеләсәк. Баш­ҡор­тостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ижадташ дуҫы хаҡында тәьҫо­раттары менән уртаҡлашырға әҙер.
– Зәйнәб Биишеваның фатиры турис­тар өсөн иҫтәлекле урындарҙың береһенә әүерелһен ине. Уникаль экспонаттар, башҡорт әҙәбиәте тарихы хаҡындағы мәғ­лүмәттәр менән танышыу өсөн хаҡ түләтелмәй, — тине Тельман Әминев.
Бөтөн мәсьәләләр хәл ителеү менән, фатирға балалар, йәштәр, әҙәбиәт һөйөүселәр экскурсияға килә ала. Әҙә­биәт йылында башҡорт яҙыусы­ларына бәйле булған өр-яңы мемориаль урын күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, моғайын.


Вернуться назад