2016 йылға хәл үҙгәрәсәк31.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән балаларға мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Хөкүмәт башлығы әйтеүенсә, быйыл төбәктәр мәктәпкәсә учреждениелар селтәрен үҫтереүгә субсидия рәүешендә 50 миллиард һум аҡса аласаҡ.
“Төбәк етәкселәренең иғтибарын шуға йүнәлтергә теләйем: был аҡса башҡа нәмәгә түгел, ә балалар баҡсаларына йүнәлтелергә тейеш. Уны беҙ бик оҙаҡ эҙләнек һәм таптыҡ, шуға күрә аҡса маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш”, — тине Хөкүмәт Рәйесе.
Былтыр Башҡортостанда 7 300 урынлыҡ 58 балалар баҡсаһы асылды. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив алымы иҫәбенә тағы ла 9 706 урын барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә 3 — 7 йәшлек балалар араһында баҡсаға сират икеләтә кәмене. Әле республикала 1 644 мәктәпкәсә ойошма эшләй. Уларға 1 — 6 йәштәге 194 204 бала йөрөй. 2015 йыл аҙағына Башҡортостанда тағы ла 27,9 мең урын булдырыу күҙаллана.


Вернуться назад