Аҡыллы йәмғиәт төҙөргә ынтылыуҙы хуплайбыҙ30.11.2012
Аҡыллы йәмғиәт төҙөргә ынтылыуҙы хуплайбыҙБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен нисек ҡабул иттегеҙ?
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Ҙур күләмле программаны эсенә алған документта йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре сағылыш тапҡан, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнгән.
Президенттың дәүләт алдында торған мәсьәләләрҙе алдынғы ҡараштан сығып хәл итергә тырышыуы оҡшай. Ошо йәһәттән уның “смарт йәмғиәт”, йәғни “аҡыллы” йәмғиәт моделенең төп принциптарын тормошҡа ашырыу кәрәклеге тураһындағы тезисын миҫалға килтерер инем. Властың асыҡлығын тәьмин итеү, дәүләттең идара процесына мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса әле парламентта эш бара. Бөгөн бөтә мөһим закон проекттары йәмәғәтселектә әүҙем тикшерелә, өйрәнелә. Республиканың һәр гражданы был эштә әүҙем ҡатнаша ала.
Рөстәм Зәки улының “парламент — закон проекттарын тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн иң тәьҫирле фекер алышыу майҙаны” тигән фекерен тулыһынса яҡлайым. Президенттың Дәүләт Йыйылышының һәр комитетында йәмәғәт башланғысында эксперт төркөмдәрен булдырыу идеяһы ла мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.


Аҡыллы йәмғиәт төҙөргә ынтылыуҙы хуплайбыҙ
Рафаэль МӘРҘӘНШИН,
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты:
— Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә тәбиғәтте һаҡлау һәм мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләрен алға сығарҙы. Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек, был мөһим темаларға оҙаҡ йылдар тейешле иғтибар бүленмәне.
Экология хәле республиканың барлыҡ предприятиеларын күптән уйландырырға тейеш ине. Эште тейешле кимәлдә һәм дөрөҫ ойошторғанда, тирә-яҡ мөхитебеҙҙең торошо һиҙелерлек яҡшырыр, кешеләрҙең йәшәйеше өсөн тейешле шарттар булдырылыр, тип ышанам.
Мәҙәниәт өлкәһендә лә башҡараһы эштәр байтаҡ — күп ауыл клубтары, район мәҙәниәт һарайҙары яңыртыуҙы талап итә. Башҡортостандың Рәсәй һәм донъя кимәлендәге абруйын үҫтереү хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Был йәһәттән беҙ ҙур мәҙәни байлыҡҡа эйә.
Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған алтынсы саҡырылыш депутаттары республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам күрһәтәсәк һәм артабан да инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә эшләйәсәк.


Вернуться назад