Етәкселектә — үҙгәрештәр31.10.2012
29 октябрҙә Стәрлетамаҡта ҡала Советы ултырышы үтте. Унда хакимиәт башлығының вәкәләттәр ваҡыты үтеүгә бәйле Изотов Алексей Николаевич Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы булып эшләй ине.
30 октябрҙә республиканың 11 муниципаль район Советының ойоштороу ултырыштары булды. Асҡын районында Ғәйҙуллин Хәмит Талип улы Совет рәйесе итеп һайланды. Ул әлегә тиклем “Газ-сервис” йәмғиәтенең “Бөрөгаз” филиалындағы “Асҡын газы” район эксплуатация хеҙмәте етәксеһе булып эшләне. Район хакимиәте башлығының вәкәләттәре тамамланыуға бәйле Усманов Фларит Фоат улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем район хакимиәтенә етәкселек иткәйне. Благовар районында ошоғаса Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 7408-се Октябрьский бүлексәһендәге 7408/069-сы өҫтәмә офисы мөдире булып эшләгән Зыязетдинов Хәниф Ғәбделғәлим улы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем район хакимиәте башлығы булып эшләгән Коземаслов Юрий Александрович хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Благовещен районында “Маяҡ” йәмғиәтендә эшләгән Пилюгин Алексей Владимирович Совет рәйесе итеп һайланды. Дүртөйлө районында “Газ-сервис” йәмғиәтенең “Дүртөйлөгаз” филиалы директоры булған Ғосманов Нәзих Миңлехан улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығы булып эшләгән Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ишембай районында йылылыҡ селтәрҙәре начальнигы булған Агафонов Олег Михайлович Совет рәйесе итеп һайланһа, әлегә тиклем район хакимиәтенә етәкселек иткән Ғайсин Марат Хөсәйен улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ҡалтасы районында “Йәмәғәт туҡланыуы” ҡулланыусылар йәмғиәте һәм “Восход” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе булған Низаметдинов Дамир Әнғәм улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығының вәкәләттәр ваҡыты үтеүгә бәйле элегерәк район етәксеһенең иҡтисади мәсьәләләр, төҙөлөш, сәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләгән Садыров Юрий Минзарипович Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ҡариҙел районында “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы — Ҡариҙел юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләгән Әсләмов Илдар Хәбиб улы Совет рәйесе итеп һайланды. Күгәрсен районында юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы булған Йәнбәтов Ринат Фәрих улы Совет рәйесе итеп һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле элек район башлығы булып эшләгән Мусин Фәрит Мырҙагилде улы муниципаль район хакимиәте башлығы вәкәләттәрен башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Мәләүез районында агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Мәләүез район комитеты рәйесе булған Суботин Александр Васильевич Совет рәйесе итеп һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Вахитов Малик Шакир улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Стәрлетамаҡ районында Урал дәүләт физик культура академияһының филиалы — Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры булған Мусаҡаев Миҙхәт Биктимер улы Совет рәйесе итеп һайланды. Учалы районында “Жилсервис” предприятиеһы директоры урынбаҫары булған Кәримов Дамир Усман улы район Советы рәйесе итеп һайланды.


Вернуться назад