Медведевтан ярҙам көтәбеҙ29.03.2019
Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ашатыу сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса борсолоу белдереп, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт итте.

Был хеҙмәтте аутсорсингҡа күсереүгә бәйле проблемалар күп. Депутаттарҙың фекеренсә, социаль туҡланыу системаһын ойошторғанда аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙең мотлаҡ нормаларын билдәләү, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәрҙе һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһындағы федераль ҡануниәт положениеларын иҫәпкә алыу шарт. Шулай уҡ туҡланыу ойошмаһына тапшырылған продукттарҙың сифатына һәм хәүефһеҙлегенә тейешле контролде тәьмин итергә кәрәк.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика