Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?28.03.2019
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин тәғәйенләнде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Икенсе бойороҡҡа ярашлы, Альбина Воробьева, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, идаралыҡ начальнигы вазифаһынан бушатылды.

Азат Ансар улы Ғәлин 1974 йылдың 22 ноябренде Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт тау-металлургия академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Башҡортостандың Юстиция министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт теркәү палатаһында хоҡуҡтарҙы теркәүсе булып башлай. Төрлө йылдарҙа Юстиция министрлығында баш белгес, бүлек начальнигы, республика Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығында бүлек начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары – хоҡуҡи экспертиза бүлеге мөдире булып эшләй.


Вернуться назад