Идаралыҡта – яңы етәксе28.03.2019
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһенең икенсе бойороғо менән Григорий Букреев идаралыҡ начальнигы вазифаһынан бушатылды. Искәндәр Әхмәтвәлиев әлегә тиклем етәкселек иткән республика Башлығының Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү идаралығы начальнигы – граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыу Алексей Попковҡа йөкмәтелде.

Искәндәр Рәүеф улы Әхмәтвәлиев 1975 йылдың 31 декабрендә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда “Иҙелхим” фирмаһында техник булып башлай. Төрлө йылдарҙа Милли йәштәр театрында артист, Өфө “Нур” дәүләт татар театрында ҡуйыусы режиссер, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы генераль директоры урынбаҫары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында өлкән уҡытыусы була.


Вернуться назад