Яңы вәкил тәғәйенләнде28.03.2019
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Альбина Воробьева тәғәйенләнде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Альбина Воробьева Башҡортостан Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы булып эшләне.

Альбина Рауил ҡыҙы Воробьева 1966 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда 93-сө урта мәктәптә өлкән пионервожатый булып башлай. Төрлө йылдарҙа Дәүләкән РАПО-һында юрисконсульт, БДУ кафедраһында ассистент, республика Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығында төп, унан һуң баш белгес, бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика