Килешеү төҙөлдө28.03.2019
Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө.

Документҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратов ҡултамғаларын ҡуйҙы.

Килешеү үҙ-ара сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеккә, инвестиция, инновация эшмәкәрлегенә, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә бәйләнеште үҫтереүгә йүнәлтелә. Ул шулай уҡ делегациялар менән алмашыуҙы, берлектәге конгресс-күргәҙмә сараларында ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.


Вернуться назад