Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?27.03.2019
Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим итеү буйынса алдан тауыш биреү башлана. Партияның төбәк сәйәси советы президиумының киңәйтелгән ултырышы барышында кандидаттар исемлеге раҫланды.

Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Радий Хәбировты тәҡдим итте. Праймеризда уның дәғүәселәре булып Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева тора.

Константин Толкачев белдереүенсә, исемлек бының менән генә сикләнмәүе ихтимал. Яңы фамилиялар өҫтәлеүе мөмкин. Кандидаттарҙың һуңғы исемлеге 11 апрелдә билдәле буласаҡ.

Кандидаттар бер нисә публик дискуссияла ҡатнашырға тейеш, улар яҡынса Үрге Ҡыйғы ауылында, Учалы, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтеүе ихтимал.

Алдан тауыш биреү көнө 26 майға билдәләнде.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика