Йөҙ меңенсе кем?27.03.2019
Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең республикалағы бүлексәһенән 100 меңенсе таныҡлыҡ тапшырылды.

Һөҙөмтәлә партияның төбәк ойошмаһы илдәге иң ҙур бишәү иҫәбенә инде. “Берҙәм Рәсәй” сафына бөгөн шулай уҡ Өфөнөң 52-се поликлиникаһы табибы Венера Подольская, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Слепов ҡабул ителде.

“Партияға инеү ҡарарым ныҡлы уйланылған. Тап “Берҙәм Рәсәй” ил һәм республика буйынса спортты, айырыуса балаларҙыҡын, үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Күрһәтелгән ышанысты аҡларға тырышасаҡмын”, – тине Айрат Нурғәлиев.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев билдәләүенсә, “Берҙәм Рәсәй” сафына инергә теләгәндәр күп.

“Партия яҡлылар, “Йәш гвардия” ағзалары арта, – тине ул. – Йыл эсендә “Берҙәм Рәсәй” сафы ун мең кешегә тулыланды. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр буйынса “таҙартыу”ҙар үткәреп торабыҙ”.


Вернуться назад