Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне25.03.2019
Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә. Бөгөн Өфө ҡалаһының Киров районы халҡы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына йыйылды.

Фойела тарихҡа, район уңыштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Залда иһә алма төшөрлөк тә урын булманы. Байрамға Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡалаһы Советы депутаттары, район предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре, ябай эшселәр килде.

Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов сараға йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы.

– Беҙҙең республикабыҙ бөтәбеҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Бай тарихыбыҙ, матур бөгөнгөбөҙ һәм яҡты киләсәгебеҙ бар. Районыбыҙ йылдам үҫешә, яңы биләмәләр төҙөлә, – тине ул.


Райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә 100 йыллыҡ юбилейҙың миҙалдарын һәм райондың Почет грамоталарын тапшырҙы. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.





Вернуться назад