“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә25.03.2019
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим итеү буйынса алдан тауыш биреү үткәрә. Партияның төбәк сәйәси советы президиумының киңәйтелгән ултырышы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында уҙасаҡ.

Ҡарар ҡабул ителеү менән кандидатлыҡҡа Радий Хәбировты һәм уның оппоненттарын тәҡдим итәсәктәр, сөнки праймериз альтернативалы булырға тейеш.

Шулай уҡ ултырышта Нефтекама ҡалаһы башлығы вазифаһына тәҡдим ителгән иң йәш кандидатҡа ярҙам итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән депутаттарҙы аныҡ объекттарға беркетәсәктәр. Партия төбәк бүлексәһенең 100 меңенсе ағзаһына Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнап, партия билеты тапшырыласаҡ.





Вернуться назад