Башҡорт АССР-ы наградалары22.03.2019

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы дүрт дәүләт наградаһына – ССР Союзы ордендарына лайыҡ була.

1935 йылдың 15 мартында СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙәге бер нисә йыл дауамындағы ҙур уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ын Ленин ордены менән бүләкләй.

1957 йылдың 13 июнендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы айҡанлы һәм сәнәғәтте, ауыл хужалығын, мәҙәниәтте үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Башҡорт АССР-ы Ленин ордены менән бүләкләнә.

1969 йылдың 21 мартында коммунизм төҙөүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн һәм республиканың 50 йыллығы айҡанлы СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Башҡорт АССР-ы Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.

1972 йылдың 29 декабрендә совет халҡының туғандаш дуҫлығын һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуҙа хеҙмәтсәндәрҙең оло хеҙмәттәре, иҡтисади, социаль-сәйәси, мәҙәни төҙөлөштәге ҙур уңыштары һәм Совет Социалистик Республикалар Союзының 50 йыллығы айҡанлы Башҡорт АССР-ы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.

(Ордендар Башҡортостан парла­ментының үҫеш тарихы музейында һаҡлана).


Вернуться назад