Ике ултырыш үткәрелә19.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 28 мартта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар алдында 2018 йылда Хөкүмәттең эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса отчет менән сығыш яһаясаҡ. Әммә был сараға тиклем республика парламентының тағы ла бер пленар ултырышы үтәсәк.

– Көн тәртибе бик тығыҙ, шуға күрә ике ултырыш уҙғарырға ҡарар ителде. 21 мартта буласаҡ ултырышта Башҡортостан прокуроры вазифаһына тәғәйенләү өсөн Камил Кашаевтың кандидатураһын яраштырыу, Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура тураһындағы мәсьәләләр, Эске эштәр министрлығы отчеты ҡараласаҡ, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.


28 марттағы ултырыш тулыһынса Хөкүмәттең былтырғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә арналасаҡ.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика