Марат менән Илгиз – еңеүсе19.03.2019
Ниһайәт, бер нисә ай дауамында барған “Рәсәй лидерҙары” конкурсы тамамланды һәм уның еңеүселәре билдәләнде. Илдең иң яҡшы 104 идарасаһы араһында Башҡортостандан да ике кеше бар. Улар – Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең проекттарға идара итеү бүлеге начальнигы Марат Вәлиев менән “Финэкспертиза-Сеть” консалтинг агентлығының генераль директоры Илгиз Байморатов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл идарасылар конурсына илдең барлыҡ төбәктәренән 227 мең ғариза тапшырылды һәм дистанциялы һайлап алыу турына 91 мең бәйгесе үтте. Төрлө һынауҙар аша үтә торғас, уларҙың һаны 3294 кешегә етте, жюри ағзалары уларҙың һәр береһен күҙгә-күҙ осрашып, баһаланы. 300 финалист иһә Сочи ҡалаһында көс һынашты, Башҡортостандан финалға алты кеше сыҡҡайны. Уларҙың барыһы ла 1-әр миллион һумлыҡ грант алды.

Башҡортостан финалистары экологик һәм белем биреү йүнәлешендә проекттар тәҡдим иткән.



Вернуться назад