Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләй18.03.2019
Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләйНефтекамала ҡала Советы ултырышында депутаттар ғәмәлдәге хакимиәт башлығы Рәшит Дәүләтовтың отставкаһын ҡабул итте. Әлеге мәлдә ҡала мэры вазифаһына конкурс иғлан ителде.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы Ратмир Мәүлиевкә йөкмәтелде. Ул 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекама ҡалаһында тыуған. “Юриспруденция” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр Йәмәғәт палатаһының торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комиссияһы ағзаһы.



Вернуться назад