Төп маҡсаттар билдәләнде28.02.2019
Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы пленар ултырышында ҡатнашты.

Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев “2018 йылда Башҡортостанда ҡануниәт торошо тураһында” тигән темаға доклад тәҡдим итте.

Шулай уҡ Сибайҙағы экологик хәл дә ҡаралды. Карьерҙы һыу менән тултырыу буйынса эштәр барышы, ҡабул ителгән саралар тураһында докладтар менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат Латипов, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин, БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сығыш яһаны. Сибайҙағы хәлгә ҡарата күрелгән саралар тураһында Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры Рунар Шәйхетдинов һөйләне.


Вернуться назад