“Халыҡтың проблемаларына яҡыныраҡ булыу шарт”28.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаларын кешеләрҙең проблемаһына яҡын булырға саҡырҙы. Был турала ул урындағы Советтарҙағы партия фракциялары етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика халҡы үҙен башҡортостандар тип аталған ҙур кешелек берләшмәһенең бер өлөшө итеп тойорға тейеш.

– Бөгөн йәмғиәттә дуҫтарса, изге мөнәсәбәттәргә, әхлаҡи күренештәргә ихтыяж ҙур. Сәйәси лидер булырға теләһәк, кешеләрҙең янында булырға, уларға ярҙам күрһәтергә, үҙ ҡарашыбыҙҙы белдерергә оялмаҫҡа тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.


Башҡортостан етәксеһе, башта Сибайҙа тап ошондай мөнәсәбәттәр етмәне, кешеләр экологик проблема менән яңғыҙ ҡалды һәм партияның урынын бүтән сәйәси көстәр алды, уларҙың ҡайһы берҙәре хәлде үҙ мәнфәғәтендә файҙалана, тип билдәләне.


Вернуться назад