Башлыҡҡа ла ял кәрәк...20.02.2019
Хаҡлы ялға китеү сәбәпле, 2010 йылдан төбәккә етәкселек иткән Ринат Хәйруллиндың отставкаһы ҡабул ителде. Дүртөйлө район Советы депутаттары шундай ҡарар сығарҙы.

Әле вакант вазифаға конкурс иғлан ителгән. Яңы етәксе тәғәйенләнгәнгә тиклем район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Риф Йосопов башҡарасаҡ. Ул 2003 – 2017 йылдарҙа Саҡмағош районы хакимиәтенә етәкселек иткән.

Риф Йосопов 1964 йылдың 4 авгусында Саҡмағош районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ауыл хужалығы фәндәре докторы.





Вернуться назад