Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш13.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктәрҙәге башҡарма власть органдарының халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса эшен тикшерҙе.

– Әйтергә кәрәк, әле тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, тәрән реформалау этабы бара. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы ғәмәлгә инәсәк. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға, торлаҡ һатып алғанда кешеләрҙең хоҡуғын яҡларға, баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың мөнәсәбәттәрен тотороҡло, профессиональ һәм цивилизациялы нигеҙҙә ҡороу мөмкинлеген бирергә тейеш, – тине Владимир Путин. – Торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив базаһы үҙгәрә. Регуляторика, ҡала төҙөлөшө нормалары һәм ҡағиҙәләре төҙөүселәр өсөн уңайлы һәм асыҡтан-асыҡ, бер үк ваҡытта һөҙөмтәле, сифатлы ҡала мөхите талаптарына яуап бирергә тейеш. Ошоноң өсөн беҙ Ҡала биләмәләрен үҫтереү стандартын ғәмәлгә индерәбеҙ.






Вернуться назад