Ишембайға кем етәкселек итәсәк?07.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат Абдрахманов Ишембай районы хакимиәтенә етәкселек итәсәк.

Район етәксеһе Марат Ғайсин әле ялда, уның вазифаһын ошо көндәрҙә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән Азамат Абдрахманов башҡара. 15 февралдә үтәсәк район Советы ултырышында депутаттар Ғайсиндың отставкаһын ҡабул итеп, муниципалитет башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Азамат Абдрахмановҡа йөкмәтергә тейеш.

Азамат Фәрит улы Абдрахманов 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге директоры булып башлай. Төрлө йылдарҙа Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында төп белгес, БДУ-ла кафедра ассистенты, Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә бүлек мөдире, кәңәшсе, идаралыҡ начальнигы була. 2011 йылдан – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.


Вернуться назад