Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә05.02.2019
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде.

“Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы” белгестәре үткәргән тикшеренеүгә ярашлы, республика лидеры һуңғы айҙа рейтингта 16-сы урынды яулаған. Былтыр декабрҙә – 21-се ине.

Әле Радий Хәбиров көслө йоғонтоло губернаторҙар даирәһенә инә. Рейтингтың тәүге өс баҫҡысында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.





Вернуться назад